Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Октябрь 2020, 18:59

Үҙе йырҙа йырлағанса: "Йәшәргә лә, йәшәргә" ине лә бит...

Ғүмерҙәрҙе айҙар, йылдар һанай,Һанай уны сәғәт, минуттарҒүмерҙән дә оҙон ниҙәр бар һуң,Ғүмерҙән дә ҡыҫҡа ниҙәр бар?Ғүмер берәү, икәү түгел, ғүмер,Йәшендәрҙәй кәрәк йәшәргә.Шул ғүмерҙең ҡәҙерҙәрен белеп,Йәшәргә лә әле йәшәргә...

 
Танылған йырсы, яҡташыбыҙ Бибисара Азаматова үҙенең тыуған көнөндә вафат булған
Хеҙмәттәштәре әйтеүенсә, ул ковид-госпиталдә дауаланған булған.
Бибисара Мостафа ҡыҙы Азаматова 1949 йылдың 21 октябрендә Баймаҡ районында тыуған. Баймаҡ һыра заводында секретарь булараҡ эшләп, фиҙаҡәр хеҙмәте менән директор вазифаһына тиклем күтәрелгән. “Нур” рестораны директоры булған. Артабан да хеҙмәт юлы мәҙәниәт өлкәһе менән тығыҙ бәйләнгән ине. Уны һәр ҡайҙа яратып ҡабул иттеләр, йырҙарын олоһо ла, йәштәр ҙә яратты. Үҙе йырлағанса: “Йәшәргә лә, әле йәшәргә” ине бит...
Ғүмерҙәрҙе айҙар, йылдар һанай,
Һанай уны сәғәт, минуттар
Ғүмерҙән дә оҙон ниҙәр бар һуң,
Ғүмерҙән дә ҡыҫҡа ниҙәр бар?
Ғүмер берәү, икәү түгел, ғүмер,
Йәшендәрҙәй кәрәк йәшәргә.
Шул ғүмерҙең ҡәҙерҙәрен белеп,
Йәшәргә лә әле йәшәргә.
Ай, белмәйбеҙ уның ҡәҙерҙәрен,
Йүгереп кенә үтеп китә ул.
Йөҙөбөҙгә йыйырсыҡтар һала,
Сәсебеҙгә салдар керетә ул.
Көйҙәрҙең дә моңо бөтөп бара,
Төҫтәрҙең дә төҫө юғала.
Ниҙәр булды икән был ғүмергә,
Ниҙәр булды икән донъяға?
Читайте нас: