Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Октябрь 2020, 01:55

Алина - Мәскәүҙә!

Һәм ул финалға үтте! Ҡотлайбыҙ!

15 октябрь - ғәҙәти булмаған бер көн - Халыҡ-ара аҡ таяҡ (трость) көнө билдәләнә. Ошо уңай менән Мәскәү ҡалаһында насар күреүселәр өсөн махсус ойошторолған “Белая трость” вокал һәм интсрументаль оҫталыҡ буйынса төбәк конкурсында Темәстән 9 йәшлек Алина Йосопова ла ҡатнашты. Алина матур, сағыу сығышы менән баһалама ағзаларының күңелен яуланы һәм финалист булып танылды. Гала-концерт киләһе йылдың 7 ғинуарында “зәңгәр экрандарҙа” күрһәтеләсәк.
- Мәскәүгә барып ҡайтыу өсөн ярҙам һорап Баймаҡ районы хакимиәтенә мөрәжәғәт иттек. Беҙгә шәхси эшҡыуар Илсур Нәбиуллин һәм инвалидтар ойошмаһы булышлыҡ итте, - тип шатлыҡтары менән уртаҡлаша Алинаның туғандары һәм шундай ваҡытта ярҙам күрһәтеүселәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәттәрен белдерә.
Әлеге ваҡытта Алина Мәскәүҙә. Уға алда торған сығыштарында уңыштар һәм яңы еңеүҙәр теләйбеҙ. Афарин, Алина!
Читайте нас: