Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Октябрь 2020, 12:43

Башҡортостандың үҙ "Йондоҙҙар фабрикаһы" буласаҡ

Сәнғәткә ғашиҡтар, был проект һеҙҙең өсөн!

Башҡортостандың танылған йырсыһы Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей) Башҡортостанда “Йондоҙҙар фабриаһы” музыкаль телепроектын ойошторасаҡ. Был хаҡта ул Республика көнө уңайы менән уҙған Өфө амфитетарында концерт алдынан биргән интервьюһында белдергән.
Радик Юлъяҡшин яңы был проектын Башҡортостан Республикаһы Башлығының мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте мәсьәләләре буйынса советник булараҡ ойоштора. Проекттың исемен атау һәм уның нескәлектәре буйынса фекерҙәр өйрәнелә.
Беҙҙең республикала бик тә һәләтле артистар үҫеп сыға. Улар республика исеменән генә түгел, ә Рәсәй һәм шулай уҡ бөтә донъя кимәлендә сығыш яһарға тейеш, - тине Радик Юлъяҡшин үҙенең сығышында.
Сығанаҡ: https://www.bashinform.ru/news/1506148-radik-yulyakshin-budet-delat-fabriku-zvyezd-v-bashkortostane/
Читайте нас: