Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Сентябрь 2020, 17:10

Икенсе Этҡол ауылында мәҙәниәт йортон төҙөкләндереү тамамланыу өҫтөндә

Барлыҡ эштәр “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Икенсе Этҡол ауылында мәҙәниәт йортонда реконструкция саралары тамамланыу өҫтөндә. Уның эргә-тирәһе лә төҙөкләндерелә. Барлыҡ эштәр “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.

Мәҙәниәт йортонда төҙөкләндереү эштәрен атҡарып сығыу өсөн “Алмаз и К” ЯСЙ-һы менән 9 213 120 һумлыҡ эш башҡарыуға килешеү төҙөлгән. Бүленгән аҡсаны экономиялап тотоноу арҡаһында бер аҙ сумма аҡса ла ҡалған. Ул бинаның ҡыйығын капиталь ремонтлауға тотоноласаҡ.

Әйтергә кәрәк, Икенсе Этҡол ауылы ҡарамағында төрлө йүнәлеш буйынса ансамблдәр уңышлы эшләп килә. “Осҡон” халыҡ бейеүҙәре ансамбле, “Йәнгүҙәй” ҡатын-ҡыҙҙарҙың вокал ансамбле, “Ҡорҙаштар” ир-егетәрҙең вокал ансамбле, гармунсылар ансамбле бар. Шулай уҡ “Ҡолонсаҡ” балалар ижад студияһы ла эшләй. Шунлыҡтан ауыл халҡы ҙур түҙемһеҙлек менән яңыртылған мәҙәниәт йортоноң асылыуын көтә.

Читайте нас: