Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Июль 2020, 16:10

Сибай филармонияһы ҡабаттан тергеҙелә

2015 йылдың көҙөндә Сибайҙа фажиғә булды. Филармонияны ут ялмап алды. Уҙған йылдың февралендә "Равелен" мәскәү компанияһы реконструкция эшләй башланы. Мәскәүлеләр яңы корпус төҙөү менән бергә уттан ҡалған бинаны модернизацияларға һәм эргә-тирәһен төҙөкләндерергә тейештәр. Объектҡа 350 млн һум аҡса һалынған.

2015 йылдың көҙөндә Сибайҙа фажиғә булды. Филармонияны ут ялмап алды. Уҙған йылдың февралендә "Равелен" мәскәү компанияһы реконструкция эшләй башланы. Мәскәүлеләр яңы корпус төҙөү менән бергә уттан ҡалған бинаны модернизацияларға һәм эргә-тирәһен төҙөкләндерергә тейештәр. Объектҡа 350 млн һум аҡса һалынған.
Бинаны тулыһынса яңыртыла. Шул уҡ ваҡытта уның үҙенсәлекле архитектураһы һаҡланып ҡала. Бина өҫтөндәге эш бер юлы бер нисә йүнәлештә алып барыла. Шуға ла эш барышын төҙөлөш майҙансығына барып ҡарамайса баһалау мөмкин түгел.
Бөгөнгө көнгә төҙөлөш-монтаж эштәренең 50 проценты атҡарылып сыҡҡан. Әле бинаның метал конструкцияһы йыйыла, шулай уҡ эргә тирәһе төҙөкләндерелә башлаған.
Филармония - Сибайҙың билдәле урындарының береһе булып һанала. Айырыуса ҡала юбилейын ҡаршыларға әҙерләнгән саҡта филармонияның тышҡы ҡиәфәте мөһим ролдәрҙең береһен уйнай.
Ҡаланың юбилейын көлдән тергеҙелгән мәҙәни усаҡ яңыртылған, матур ҡиәфәттә ҡаршы аласаҡ. Һәм сибайҙар өсөн бик матур бүләк булыр моғайын. Яңы сәхнәлә һәм тамашасылар залында тиҙҙән республиканың билдәле йырсылары сығыш яһаясаҡ. Ә Сибай концерт-театр берләшмәһе ҡабаттан йортло буласаҡ. Проектҡа ярашлы эштәр йыл аҙағына тамамланасаҡ.
Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов былай тине:
- Сибайҙар өсөн филармония - ул ҡаланы биҙәгән архитектура объекты ғына түгел. Ул күпкә юғарыраҡ... Тап филармонияға беҙҙең бала саҡ, йәшлек йылдары хәтирәһе бәйләнгән. Шатлыҡтарыбыҙ ҙа, иҫтәлекле мәлдәребеҙ ҙә тап ошонда килеп тоташа. Тормошобоҙҙоң был йылдарын бер нисек тә онтоп та, хәтерҙән юйып та булмай.
Филармониябыҙ беҙгә яңыртылып, заманса төҫ алып ҡабаттан ҡайта. Тамашалар залы 500 урынға тиклем ҙурайтыла, бәләкәй зал барлыҡҡа килә. Ә тышҡы ҡиәфәтенең элеккесә һаҡланып ҡалыуы барыбыҙҙы ла һөйөндөрә.
Бында элеккеләй концерт-спектаклдәр шаулап-гөрләп үтер, беҙҙе балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ таланттары менән ҡыуандырыр, тип ышанғы килә. Был стеналарҙа ҡабаттан тормош ҡайнап торор әле!
Читайте нас: