Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Мәҙәниәт
2 Июня 2020, 12:07
"Шатлыҡ"тарҙың оло еңеүе!
Өфөлә физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн “Таланттар йондоҙлоғо” IX Республика асыҡ конкурсының икенсе этабы тамамланды.
Өфөлә физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн “Таланттар йондоҙлоғо” IX Республика асыҡ конкурсының икенсе этабы тамамланды. Уны Башҡортостан Республикаһының Әсәйҙәр советының “Әсә йөрәге” республика йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә Башҡорт юлдаш телевидениеһының “Тамыр” телекомпанияһы һәм Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы ойошторҙо.
Конкурстың беренсе этабында абруйлы баһалама ағзалары 150 сығышты ҡараны. Икенсе турға иһә уларҙың ни бары 40 номеры ғына һайлап алынды. Конкурстың өсөнсө этабы Гал-концерт менән тамамланасаҡ. Ул көҙгөһөн уҙасаҡ.
Конкурста Балалар ижады үҙәгенең Рәшиҙә Иҙелбаева етәкселегендәге “Шатлыҡ” фольклор берекмәһенең 5-се мәктәп уҡыусылары ла уңышлы сығыш яһаны. Улар алдарына ҡуйылған һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, конкурстың финал турына саҡырыу алды. “Шатлыҡ”тар сентябрҙә Өфөлә үтәсәк Гала-концертта ҙур сәхнәлә, билдәле артистар менән берлектә сығыш яһасясаҡ. Бөгөн уға әҙерлек эштәре башланды.
“Шатлыҡ”тарҙы оло еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи