Һаҡмар
+5 °С
Болотло
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Мәҙәниәт
1 Июнь 2020, 08:17
Балалар тураһында мәҡәлдәр
Бала бар ерҙә батша юҡ.Бала - ата-инәгә алтын бағана.Бала ҡәҙерен әсә белер, ил ҡәҙерен ир белер.Бала күрмәгән - балдан ауыҙ итмәгән...Дауамы беҙҙең сайтта.Хөрмәтле дуҫтар! Мәҡәлдәр теҙмәһен һеҙ ҙә дауам итә алаһығыҙ.
БАЛАЛАР ТУРАҺЫНДА МӘҠӘЛДӘР
Бала бар ерҙә батша юҡ.
Бала - ата-инәгә алтын бағана.
Бала ҡәҙерен әсә белер, ил ҡәҙерен ир белер.
Бала күрмәгән - балдан ауыҙ итмәгән.
Бала ҡарыныңда саҡта - эсеңә ауыр, өйҙә саҡта - башыңа ауыр, ситкә китһә - йәнеңә ауыр.
Балалы тормош - мең хәсрәт, балаһыҙ - бер хәсрәт.
Балаһыҙ кеше кеше һөйләр, балалы кеше балаһын һөйләр.
Баланан бәхетең булһа - ҡарт көнөңдә йәш итер,
Баланан бәхетең булмаһа - иртә йәштән ҡарт итер.
Балһыҙ гөлгә ҡорт ҡунмаҫ, балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ.
Ул – һөйөнөс, ҡыҙ – ҡыуаныс.
Ир бала – йортҡа терәк.
Малайға тәрбиә биреп - ил тәрбиәләйһең,
Ҡыҙға тәрбиә биреп - милләт тәрбиәләйһең.
Ағаһын күреп, ҡусты үҫер,
Апаһын күреп, һеңле үҫер.
Ир бала атаһына таяу,
Ҡыҙ бала өй эсендә буяу.
Бала итәктә һөйҙөрә, итәктән төшһә - көйҙөрә.
Улың булһа, олоҡло менән күрше бул,
Ҡыҙың булһа, ҡылыҡлы менән күрше бул.
Ҡыҙы барҙың наҙы бар.
Ҡыҙлы йорт – нурлы йорт.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Август 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Август 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"