Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Май 2020, 22:08

Икенсе Этҡол ауылында мәҙәниәт йорто ремонтлана

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Күптән түгел Икенсе Этҡол ауылында мәҙәниәт йортонда тулы реконструкция эштәре башланды. Уның барышы менән ошо көндәрҙә Баймаҡта эш сәфәре менән булып киткән БР-ҙың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла танышты. Уны район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев оҙатып йөрөнө.
Дөрөҫөн әйткәндә, 1990 йылда төҙөлгән мәҙәниәт йортона күптән ремонт талап ителә ине. Авария хәлендә булғанлыҡтан, мәҙәни саралар ҙа бында туҡтап ҡалған булған. Хәҙер иһә “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы унда тулы реконструкция үтәсәк. Мәҙәниәт йортоноң биләмәһен төҙөкләндереү менән берлектәге барлыҡ эштәрҙе атҡарып сығыу өсөн 9 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Төҙөкләндереү сараларын иһә аукционда еңеү яулаған “Алмаз и К” ЯСЙ-һы башҡарасаҡ. Бер үк ваҡытта объекттың ҡыйығы ла яңыртыласаҡ. Был эштәр иһә конкурс нигеҙендә еңеү яулаған “Простор 17” ЯСЙ-һына йөкмәтелгән.
Бөгөн бында төҙөкләндереү эштәре ҡыҙыу төҫ алған. Бинаның стеналарындағы, түбәләге һәм иҙәндәге иҫке буяуҙар һыҙырып алынған. Электр, шулай уҡ һыу индереү һәм сығарыу селтәрҙәрен яңырыу буйынса эштәр бара.
Төҙөкләндереү сараларынан тыш 1 миллион һумдан ашыу суммаға мәҙәниәт йортоноң матди-техник базаһын нығытыу ҙа ҡарала.
Яңы һулыш алған мәҙәниәт йорто быйыл 12 июлдә файҙаланыуға тапшырыласаҡ, тип күҙаллана. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн БР Мәҙәниәт министрлығы бюджетынан 15 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә. Бынан тыш урындағы бюджеттан 600 мең һум йәлеп ителә.
Шулай итеп, Икенсе Этҡол ауылы халҡының тормошон йәмләндереп, халыҡҡа дәрт-дарман өҫтәп, тағы ла бер социаль объект сафҡа инәсәк.
Лилиә ТАКАЕВА.
Д.Фадеев фотоһы.
Читайте нас: