Һаҡмар
+20 °С
Дождь
Антитеррор
Мәҙәниәт
16 Мая 2020, 21:30
Өмөтбайҙа - "Музейҙар төнө"
Музейҙар төнө — Халыҡ-ара музейҙар көнөнә бәйле үткәрелгән халыҡ-ара акцияһына өмөтбайҙар ҙа ҡушылды.
Өмөтбайҙа - Музейҙар төнө
Музейҙар төнө — Халыҡ-ара музейҙар көнөнә бәйле үткәрелә торған халыҡ-ара акция, ул акция сиктәрендә музей экспозицияларын төндә ҡарау ойошторола. Был төндә күп музейҙар ҡояш байығандан иртәнгә тиерлек ҡарарға килеүселәрҙе ҡабул итә. Акцияның төп маҡсаты — хәҙерге музейҙарҙың мөмкинлеген күрһәтеү, музейҙарға халыҡты йәлеп итеү. Беренсе «Музейҙар төнө» Берлинда 1997 йылда үткәрелгән.
Өмөтбай ауылында " Музей төнөн" , үҙенең шәхси музейындә Темәс тарихи үҙәге етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Айҙар Рәис улы Мәжитов үткәрҙе. Бик күп тарихи конструкцияларҙа ҡатнашыусы тарихсы, йыйылыусыларҙы мал ҡарынынан эшләнгән шәм менән таныштырҙы. Элекке замандарҙа быяла булмағанлыҡтан, кешеләр тәҙрәләренә лә тарттырып мал ҡарынын ҡуя торған булғандар. Беҙ үҫкәндә ололарҙан ошондай таҡмаҡты йырлағандарын ишетә торғайныҡ.
- Ҡара башлы турғай ,
Ҡарындыҡты ҡуймай ...
Хәҙер инде әкиәт донъяһында ҡалған ҡарындыҡ тәҙрә, шәм һ.б. тураһында Айҙар Рәис улының һөйләгәндәрен ҡыҙыҡһынып тыңланыҡ. Рәхмәт. Артабан тыуған яҡты өйрәнеүсе ауылдашыбыҙҙың шәхси музеендәге башҡа экспонаттар менән таныштыҡ.
Әнүзә Мәжитова.
Өмөтбай ауылы.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"