Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Апрель 2020, 23:14

Коронавирусты музыка менән еңәбеҙ

Был конкурста һәр кем дә ҡатнаша ала. Бының өсөн үҙегеҙ яратҡан көйҙө уйнап, видеоролик төшөрөгөҙ. Унан WhatsAppтағы 8(927)304-50-05 номерға ебәрегеҙ. Конкурс 30 апрелгә тиклем дауам итә.

"Хәйерле иртә, республика" телетапшырыуы үткәргән конкурс ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Өс көн эсендә редакцияға ике йөҙҙән ашыу заявка килгән.
Билдәле сәбәптәр арҡаһында "Хәйерле иртә, республика" телетапшырыуында алып барыусылар берәмләп эфирға сығалар. Уҙған көн Алһыу Cуфьянова яңғыҙ булманы. Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә йәшәгән баябаянсылар һәм гармунсылар эфирҙың виртуаль ҡунаҡтары булды.
Үҙизоляцияла ултырған һәләтле тамашасыларҙың күңеленә был конкурс май кеүек яғылды. Тәүге тура эфир барышында ғына йөҙгә яҡын тамашасы заявка биреп тә өлгөрә. Шуныһы һөйөнөслө, "Россия Башҡортостан" телеканалы барып еткән башҡа төбәктәрҙән дә заявкалар бирәләр.
Әйткәндәй, конкурстың авторы ла бар. Уны бик күптәр диджей Фәтих, тип белә. Фәтих үҙе лә баянынан айырылмай. Был музыка ҡоралын ул хатта эшкә лә алып йөрөй. Хәҙер Фәтих алдына көн дә яңы роликтарҙы ҡарап, яҡшыларын айырып алыу бурысы ла йөкмәтелгән.
Был конкурста һәр кем дә ҡатнаша ала. Бының өсөн үҙегеҙ яратҡан көйҙө уйнап, видеоролик төшөрөгөҙ. Унан WhatsAppтағы 8(927)304-50-05 номерға ебәрегеҙ.
Конкурс 30 апрелгә тиклем дауам итә.
Тулыраҡ мәғлүмәтте: https://gtrk.tv/novosti/174657-muzykoy-koronavirusu-bashkirii-konkurs-bayanistov-prodolzhaet-nabirat-oboroty сайтынан белергә мөмкин.
Читайте нас: