Һаҡмар
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Апрель 2020, 09:20

Милли костюмың бармы? Донъяға күрһәт!

#домаяҡшыраҡУҙған йылдың 15 ноябрендә БР Хөкүмәте ҡарары менән Башҡортостанда апрелдең өсөнсө йомаһы һәм сентябрҙең икенсе йомаһы Башҡортостан халыҡтарының милли кейеме көнө булараҡ билдәләнә. Быйыл байрам онлайн форматта үтәсәк. (Байрам тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте сайттан уҡығыҙ)#национальныепроекты

17 апрель көнө Башҡортостан республикаһы халыҡтарының Милли кейемдәре көнө билдәләнә. Был байрам, башҡа саралар кеүек үк, онлайн форматта үтәсәк.
Байрам көнөндә оҫталыҡ дәрестәре, видеолекциялар, күргәҙмәләр, презентациялар кеүек һ.б. 26 төрлө милли костюмдарға бәйле саралар үткәреләсәк. Шуныһы, был сараларҙың барыһы ла БР Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Youtube-каналына һалып барыласаҡ.
Шулай уҡ мәктәптәр "Милли башҡорт костюмы" темаһына үткәргән асыҡ дәрестәр яҙмаһын, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте, Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың милли кейемдәрен өйрәнгән донъя мәҙәниәте тарихының онлайн дәресен, "Милли кейемле фото" республика флешмобында ҡатнашырға теләгәндәр үҙҙәренең "Бәйләнештә" һәм "Instagram" селтәрендәге диуарына #мойнациональныйкостюм #милликостюм#культурабашкирии #народыбашкирии #нацкостюмэтомодно хештегы менән ҡуя ала. Бындай эштәр БР Халыҡтар дуҫлығы йорто аккаунттарына (https://vk.com/ddn_rb), Facebook (https://www.facebook.com/ddnrespbash) һәм Instagram (https://www.instagram.com/ddn_rb/) алып ҡуйып барыласаҡ. Аҙаҡ, иһә, фотоһүрәттәрҙән торған видеоролик 2020 йылдың 18 апрелендә Youtube-каналға һалынасаҡ.
Башҡорт һәм рус милли кейемдәрендәге элементтарҙы әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрен, БР Милли музейында ойошторолған милли кейемдәрҙең виртуаль күргәҙмәһен ҡарап, Ф.Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия һәм халыҡ бейеүҙәр ансамбле ойошторған "Мин милли кейемдә" бейеүҙәр флешмобында, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән "Милли кейемең бармы? Донъяға күрһәт! Милли кейем -- ул халыҡ ҡиммәте, уны өйрәнеп, йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр һәм халҡың тарихын белеп була. Беҙ ырыуҙар араһындағы ҡыҙыҡлы сәйәхәткә бара алабыҙ. Милли кейем күп төрлө. Үҙ төбәгегеҙгә хас милли кейем менән башҡаларҙы ла таныштыр!" тигән флешмобында ҡатнашып, үҙегеҙ йәшәгән төбәкте күрһәтеп, милли кейемдәге фотоһүрәтегеҙҙе һала алаһығыҙ.
Читайте нас в