Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 2020 йылда халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың 140 йыллығын байрам итеү тураһында указ сығарҙы. Указға ярашлы ойоштороу комитеты булдырыла, уға сараларҙы уҙғарыу планын әҙерләү бурысы йөкмәтелә.