Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Ғинуар 2020, 17:00

Баймаҡҡа автоклуб килә!

Йыл баймаҡтар өсөн күңелле яңылыҡ менән башлана. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Мәҙәниәт” федераль милли проектына ярашлы, быйыл Баймаҡҡа автоклуб алыу өсөн субсидия бүленәсәк. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ошо хаҡтағы ҡарарына ҡул ҡуйҙы.

Автоклуб республиканың тағы ла дүрт районына бүленәсәк. Уларҙың хаҡы 23 млн һумдан ашыу тәшкил итә. Автоклуб киң функциялы мәҙәни комплексты үҙ эсенә ала. Экран, тауыш көсәйткес һәм яҡтылыҡ ҡоролмалары бар. Тағы ла шуныһы – ул йыйылма сәхнә менән ҡулайлаштырылған. Автоклуб үҙәктән алыҫ ятҡан ауыл халҡына концерт программалары күрһәтергә, төрлө байрам саралары уҙғарырға мөмкинлек бирә.

Читайте нас: