Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Ноябрь 2019, 12:20

Әбейҙәр сыуағында - күршеләр

“Күршең менән татыу булһаң, булыр һиңә шул йәннәт”, тип күршелек мөнәсәбәттәрен дәлилләп ҡуйҙы Рәшиҙә Ғәзиз ҡыҙы. Заманының бейек ҡоймалары ла кәртә була алмай, күршегә уртаҡ ел ҡапҡалар бар, берәй яҡҡа сыҡһаң да күршеләрең донъяны күҙәтеп, һаҡлап тора, тип аралашып, татыу йәшәргә саҡырҙф. (тулыраҡ беҙҙең сайтта уҡығыҙ)

Тәбиғәтебеҙҙең сыуаҡ көнөндә Аҡморон мәктәбендә Аҡморон “Ағинәйҙәр” ҡоро етәксеһе Рәшиҙә Фәттәхова, ауыл хакимиәте, китапханасы Раушания Байегетова, “Бәхеткә аҡ юл” димсе клубы етәксеһе Ринат Такалов, клуб мөдире Радмир Ҡаһарманов һәм төбәк ағинәйҙәре бына тигән “Әбейҙәр сыуағында күршеләр” исемле театрлаштырылған тамаша күрһәтте. Йөкмәткеле сарала Баймаҡ ҡалаһы ағинәйҙәренән тыш, Әбделкәрим, Семеновск, Ишмырҙа, Йомаш, Сәйғәфәр, Ҡаратал, Аҡморон, Аҡтау, Мәмбәт, Таулыҡай, Сыңғыҙ, Буранбай, Мерәҫ ауылдарынан ағинәйҙәр, бөтәһе 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Һәр йыйында ир-егеттәрҙең дә ҡатнашыуы күҙәтелә. Аҡморонда ла көслө зат вәкилдәре үҙҙәренең йөрәк түренән сыҡҡан йылы һүҙҙәрен әйтеп ҡалырға тырышты: ”Һеҙ булғанда донъя йәмле”, “Һеҙ ауылдың биҙәге”, ”Һеҙгә ҡарап тәртип булдырыла” һ.б.
Залдың ярты өлөшөн тиерлек күҙ яуын алырлыҡ ҡул эштәре күргәҙмәһе лә уңғанлыҡ сифаттарын күрһәтә. Көҙгө мул уңышты һүрәтләгән сәхнә биҙәлешендә теҙелешеп баҫҡан, ултырған ҡатын-ҡыҙҙарҙы әбейҙәр тиергә тел әйләнмәҫ, һуңғы йылдарҙа йәшерәктәр ҙә артты. Сыуаҡлап ултырған ағинәйҙәр үҙ-ара аралашып ҡына ҡалманы, бөтә төбәктәрҙән килгән ҡунаҡтарға ауылдың хәл-әхүәлдәрен, көнитмешен, ғаилә, күршелек мөнәсәбәттәрен, хеҙмәт өлгөләрен, йәмәғәт эшмәкәрлектәрен барлап, бик килешле тасуирлап, “Илебеҙ тыныс булһын”, “Балалар имен булһын”, “Мал тыуар артып торһон”, тигән теләктәр әйтелде.
“Күрше хаҡы-тәңре хаҡы” өлгөһөнә таянып, мөнәжәт башҡарҙылар. “Күршең менән татыу булһаң, булыр һиңә шул йәннәт”, тип күршелек мөнәсәбәттәрен дәлилләп ҡуйҙы Рәшиҙә Ғәзиз ҡыҙы. Заманының бейек ҡоймалары ла кәртә була алмай, күршегә уртаҡ ел ҡапҡалар бар, берәй яҡҡа сыҡһаң да күршеләрең донъяны күҙәтеп, һаҡлап тора, тип аралашып, татыу йәшәргә саҡырҙы. Китапханасы ағинәйҙәр сығышына юл биреп, артабан Аҡморон тарихына ла ҡағылып үтте, ҡанлы, фажиғәле хәлдәр халыҡ күңеленән юйылмай, тине ул. Әлбиттә ағинәйҙәр илебеҙ именлегенә, мәрхүмдәр рухына доға ҡылды. Сыуаҡтағы әбейҙәр хәҙерге тормошҡа, матурлыҡҡа арнап йыр, бейеү, таҡмаҡтар башҡарҙы. 90 йәште ваҡлаған Мария Новикова “Соседи мои” йырын оҫта башҡарып, таҡмаҡтарын да ҡойҙо. Сәхнәлә боронғо “Орсоҡ” уйыны башланып китте. Орсоҡто әйләндергәс, ҡайһы ағинәйҙә туҡтаны шул үҙенең оҫталығын , гармунда уйнап, бейеп, йырлап, шиғыр һөйләп байрамды тағы ла йәмләне. Артабан һәр төбәктән килгән бер ағинәй “Орсоҡ иләү” бәйгеһендә ҡатнашты. Әбделкәрим ауылы “Ағинәйҙәр” ҡоро рәйесе Алһыу Дауытова, Семеновскиҙан Гөлшат Сәлимова, Йомаштан Наилә Йәнбирҙиналар тәүге призлы урындар яулаһа, башҡалар уңғанлыҡ, тырышлыҡ номинацияларына лайыҡ булды. Ҡор рәйесе Рәшиҙә Фәттәхова, мәғариф ветерандары, уҡытыусылар һәм уҡыусыларҙың уңыштары тураһында ла ҡыуанып бәйән итте. Быйыл мәктәптә капитал ремонт эштәре ауыл халҡының һәм эшҡыуарҙарҙың ярҙамы һәм район бюджетынан бүленгән аҡсаға башҡарылған. Хәҙерге көндә йылы, матур бинала 164 уҡыусы белем ала, спорт буйынса төбәктә 3-сө урын, ә тәжрибә баҡсалары буйынса 1-се урын яулаған аҡморондар.
“Оло быуын өлгөлө булырға тейеш” тигән маҡсатта дини йолаларҙа ауыл халҡы менән берлектә биләмә ағинәйҙәре әүҙемлек күрһәтә. Дүрт ауылда ла мәсет барлығын, Аҡтауҙа ла тиҙҙән мәсет асыласағын хәбәр иттеләр. Дини тәрбиә буйынса ла эш ярайһы ғына бара. Мәсетттәрҙә дини тәрбиәүи мөнәжәттәр, ифтар мәжлестәре, Мәүлит байрамдары, балалар араһында ла викториналар үткәреп, дини байрамдарҙа әүҙемлек күрһәтә ағинәйҙәр. Халыҡ йолаларына таянып, “Ҡар һыуына барыу”, “Ҡурмас ҡурыу”, “Ҡарға бутҡаһы” һ.б. байрамдар төрлө уйындар, саралар үткәрелә икән, ошо турала бәйән итеп, Рәшиҙә Ғәзиз ҡыҙы йомғаҡлауҙа: ”Беҙ ғүмер поезындабыҙ, әлбиттә туҡталыштар ҙа бар, кемдер төшөп ҡала, яңылар ултыра, иҫән-һау ғына оҙағыраҡ “Ғүмер” поезында тыуған халҡыбыҙға, ауылдаштарға, ғаилә ағзаларыбыҙға именлек теләп, ғүмер юлын дауам итәйек”,- тигән фәлсәфәүи мәғәнәлә тамамланы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты, кураторыбыҙ Сәрүәр Иҙелбаева Ҡоролтайҙа күтәрелгән мәсьәләләр һәм республика башлығының ағинәйҙәр хәрәкәтенә ыңғай баһа биреүен әйтеп үтте. Район-ҡала “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе Х.Биктимерова кисә һуңында сәхнә әҫәрен, сығыштарҙы юғары кимәлгә баһалап, рәхмәттәр еткерҙе. Районыбыҙ быйылғы һабантуйҙа 44 ҡала һәм районда ағинәйҙәр делегацияһын ҡабул иткәйне. Ағинәйҙәр хатта республика кимәлендә үткән сарала үҙ-ара фекер алышып, тәжрибә уртаҡлашып, һәр тирмәлә күргәҙмә-сығыш әҙерләгән инек. Ҡунаҡтар рух алып, дәртләнеп таралышҡайны, хәҙер үҙҙәренә саҡыра башланылар. Ғафури, Белорет райондарында булып ҡайттыҡ. Өҫтәп әйткәндә, алдағы йылдарҙа Йылайыр, Бөрйән райондарында ла бына тигән күргәҙмә-сараларҙа ҡатнаштыҡ. Үҙебеҙҙә сығыштар күрһәтеп кенә торабыҙ, әлбиттә ҡунаҡ ҡына булып йөрөп булмай. Аҡморонда үткән сара көндө салт аяҙ сыуаҡ көн ине, иртәгеһенә ағинәйҙәрҙең сауап-фатихалары ап-аҡ ҡарҙар булып яуҙы.
Зөһрә Юнысова.
Читайте нас: