Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Ноябрь 2019, 19:10

Хыялдар тормошҡа аша

Салауат Рөстәм Ғиззәтуллиндың “Зәңгәр томандар артында” йырын башҡара һәм йырсының үҙе менән осрашырға теләгәнен белдереп төшөргән видеояҙмаһын конкурсҡа ебәрә. Күп тә үтмәй Өфөгә саҡырыу ала. Бында уны ҙур осрашыу көтә.

Салауат Рәхмәтуллин мөғжизәнең барлығына ышанып йәшәй. Үҙенең тырышлығы, ныҡышмалылығы арҡаһында уңыштарға, еңеүҙәргә өлгәшә. Ошо көндәрҙә ул Республика реабилитация үҙәге һәм “Вся Уфа” телевидениеһы тапшырыуы менән берлектә ойошторолған “Хыялдар тормошҡа аша” республика конкурсында үҙ көсөн һынап, тағы ла бер маҡсатына иреште.

Салауат Рөстәм Ғиззәтуллиндың “Зәңгәр томандар артында” йырын башҡара һәм йырсының үҙе менән осрашырға теләгәнен белдереп төшөргән видеояҙмаһын конкурсҡа ебәрә. Күп тә үтмәй Өфөгә саҡырыу ала. Бында уны ҙур осрашыу көтә. Ҡунаҡтарҙы Рөстәм Ғиззәтуллин үҙе ҡаршы ала. Салауат яратҡан йырсыһы менән бик күп йырҙар башҡара. Моңло егеттең тырышлығын күргән Рөстәм Ғиззәтуллин вокал яғынан кәңәштәрен дә бирә. Быныһы инде беҙҙең егет өсөн бигерәк тә мөһим. Сөнки ул бөгөн тағы ла ҙурыраҡ хыялын тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләй - “Зәңгәр ҡош” (“Синяя птица”) телевизион конкурсында ҡатнашыу.

Ныҡышмал егет үҙенең маҡсатына бәләкәй аҙымдар менән алға бара. Тәүге тапҡыр көсөн 7 йәшендә һынап ҡарай. Параолимпия чемпионы менән бер көн” конкурсында еңеү яулай. Һәм ул еңел атлетика буйынса 18 тапҡыр донъя чемпионы, 43 тапҡыр Европа чемпионы, күп тапҡыр СССР, Рәсәй, Башҡортостан чемпионы булып танылған Рима Баталова менән онотолмаҫлыҡ минуттар үткәрә. Ысынлап та, 32 йыл буйы СССР, Рәсәй һәм Башҡортостандың намыҫын яҡлап, спорт ареналарында сығыш яһаған, 6 Параолимпия уйындарында ҡатнашып, 17 миҙалға лайыҡ булған (13-ө алтын, 2-е көмөш, 2-е баҡыр) бөйөк спортсы физик мөмкинлектәре сикләнгәндәргә матур миҫал булып тора.

Бәлки, тап ошо осрашыу Салауат Рәхмәтуллинға ынтылыш биргәндер. Сөнки ул бының менән генә сикләнеп ҡалмай, артабан тағы ла үҙенең көсөн һынап ҡарау теләге менән яна. Төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Бөгөн ул еңеү артынан еңеүҙәргә өлгәшә.Урал аръяғы тауышы”, “Таланттар йәйғоро” кеүек фестивалдәрҙә уңыштар яулай.

Дистанцион белем алыу реабилитация үҙәге аша уҡыған егет быйыл 9-сы класты тамамлаясаҡ. Әле Салауат ҙур һайлау алдында тора: кем булырға, артабан ниндәй һөнәр буйынса белем алырға? Икеләнеү урынлы. Сөнки ул робототехника менән дә мауыға. Ә шулай ҙа беҙ Салауаттың моңло йырҙарын ҙур сәхнәләрҙә ишетергә өмөт тотабыҙ.

Читайте нас: