Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Ноябрь 2019, 18:05

Мәскәүҙе яулаған Баймаҡ режиссеры

Баймаҡ халыҡ театрының тарихын еткереү өсөн “Октябрь байрағы” гәзите журналисы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер инде мәрхүмә Гөллирә Исхаҡованың мәҡәләһен 85-се һанда биргәйнек. Ысынлап та, бай сәнғәт юлын үтә беҙҙең театр.

Баймаҡ халыҡ театры әртистәре Мәскәүгә юлланыр алдынан. 1977 йыл.
Баймаҡ халыҡ театры әртистәре Мәскәүгә юлланыр алдынан. 1977 йыл.

Фәрзәнә Мотаһар ҡыҙы Байғотлинаны Баймаҡ халыҡ театрының ҡаҙаныштарына ҙур өлөш индергән бик һәләтле режиссер тип беләбеҙ. Сәнғәткә ғашиҡ Ҡаратал ҡыҙы 1970 йылда сәнғәт училищеһын тамамлай. Артабан Сибай театрында артистка булып эшләй. Әммә йәш ҡыҙҙың күңелендә режиссер булыу хыялы яна. Төрлө спектаклдәрҙә уйнаған йәш актриса тамашаның һәр ролен күңеле аша үткәрә, “Ә мин бына ошо образды нисек төрлөләндерә алыр инем, уға тағы ниндәй һүҙҙәр, хәрәкәттәр өҫтәр инем”, тип бар күренеште режиссер күҙлегенән ҡарай ул.

Йәш актриса хыялдарын тормошҡа ашырыу өсөн бар һәләтен һала торған кеше булыуы менән айырыла. Шуға күрә Фәрзәнә Байғотлина сәнғәт институтының режиссерлыҡ факультетына уҡырға инә. Остаздарының һәр һүҙен, һәр һабағын күңеленә һалып бара ул. Һәм бына режиссерлыҡ имтиханын тапшырыу ваҡыты ла етә – 1975 йылда Фәрзәнә апай тыуған яҡтарына диплом спектакле әҙерләү өсөн ҡайта. И.Йомағоловтың романтик трагедияһы – “Нәркәс”те сәхнәләштерә ул. Фәрзәнә апайҙың әйтеүенсә, ул үҙе Нәркәс образын уйнау тураһында күптән хыял йөрөткән була.

Бөгөнгөләй хәтеремдә: репетициялар эшләргә РДК-ға йыйылабыҙ. Уның ниңәлер түбәһе тишек ине. Өҫтөбөҙгә ҡар ҡойолоп торған саҡтар ҙа булды. Уға кем иғтибар итһен инде?! Шул тиклем дәртле, күңелле коллектив менән эшләнем. Төрлө һөнәр эйәләре булған артистарым таңға тиклем репетицияға ҡала торғайны. Ә бит иртәнсәк уларға эшкә! Юҡ, береһе лә таралмай, сат йәбешеп репетиция яһай торғайны”, – тип йылмайып хәтерләй ул йылдарҙы Фәрзәнә апай.

Дипломын уңышлы яҡлаған Фәрзәнә Мотаһар ҡыҙы Баймаҡҡа эшкә ҡайта. Шунда уҡ ең ыҙғанып эшкә тотона ул. Ш.Хөсәйеновтың “Әсәйемдең аҡ күлдәге” спектаклен әҙерләүгә тотона. Йәш режиссер оло тулҡынланыу менән тамашаны халыҡ хөкөмөнә сығара. Борсолоуҙары юҡҡа була уның. Халыҡ оло хис-тойғолар һалынған спектаклде яратып ҡабул итә.

Фәрзәнә апай, һеҙ ҡасандыр үҙегеҙ төп образын уйнарға хыял иткән “Нәркәс” спектакле менән республикала ғына түгел, ә тотош илдә дан ҡаҙанғанһығыҙ. Уның уңыш сере ниҙә булды икән?” – тигән һорауыма, “Был, ысынлап та, шулай. “Нәркәс”кә мин художестволы үҙешмәкәр ижадының беренсе Бөтә Союз фестивале буласағын ишеткәс, тағы ла ныҡлабыраҡ тотондом. Ошо әҫәр минең йөрәгемдә ныҡлы урын алған ине. Ундағы бар образдарҙың хис-тойғоларын үҙ күңелем аша үткәрҙем. Фитрат Ирназаров, Рәмзиә Романова, Мөнир Маннапов, Ғүмәр Мөхәмәтйәров һ.б. үҙ ролдәрен оҫта башҡарыуҙары тамашаның дан алыуына ҙур өлөш индерҙе. Ысынлап та, “Нәркәс”те ике йыл ярым эсендә алты тиҫтәнән ашыу урында күрһәттек. Баймаҡта ғына беҙ уны 8 тапҡыр ҡуйҙыҡ”, – ти Фәрзәнә Мотаһар ҡыҙы.

Художестволы үҙешмәкәр ижадының беренсе Бөтә Союз фестиваленә тамашаларҙы һайлап алып йөрөгән комиссия Баймаҡҡа ла килеп етә.

Ҡыш. Февраль айы. Буран. Баймаҡ халыҡ театры артистары тишек түбәнән өҫтәренә ҡойолоп торған ҡарҙы ла һиҙмәй “Нәркәс”те ҡуя. Улар уйнап бөтөү менән, комиссия ағзалары геүләшеп сәхнәгә килеп менә, режиссерҙы ҡотлайҙар, артистарҙы ҡосаҡлайҙар. “Фестивалгә һайлап алыуҙың һуңғы турына һеҙ бараһығыҙ”, – тип ҡыуандыра улар.

Өфөгә барғас, йәш режиссер Фәрзәнә Байғотлина бер аҙ ҡаушап ҡала. Уларға хәҙерге билдәле режиссер, ул саҡта Нефтекамала эшләгән Петр Шеин менән беренсе урынға дәғүәлек итергә тура киләсәк. П.Шеин Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” спектаклен алып килгән. Уның массовкала ғына йөҙҙән ашыу кеше ҡатнаша! Кейемдәре ялтыр-йолтор ҡиммәтле туҡымаларҙан ғына тегелгән. Нефтекамаларҙың декорациялары КамАЗ-лы прицеп менән саҡ һыйҙырып килтерелһә, баймаҡтарҙың декорацияһы бер бәләкәй ГАЗ машинаһын да тултырып еткерә алмаған. Фәрзәнә Мотаһар ҡыҙы сәхнә кейемдәрен әртистәре менән иҫке пальто, кофталарҙан тегә. Юлдан йонсоп килгән йәш режиссерға ул саҡтағы республика мәҙәниәт министры урынбаҫары: “Аңлап тораһығыҙ, Мәскәүгә Шеин барасаҡ”, – тип әйтеп китә.

Фәрзәнә Мотаһар ҡыҙы шуға ҡарамаҫтан дәртләнеп, әртистәренә лә сәм биреп, сәхнәгә сығалар. Мәскәү комиссияһы бер тауыш менән Бөтә Союз фестиваленә Баймаҡ халыҡ театры барасағын белдерә. Петр Шеин башын сайҡап, аптырап ҡала. Был билдәле режиссер менән Фәрзәнә Мотаһар ҡыҙы Өфөгә уҡыу курстарына барғанда 2005 йылда осраша. Петр Шеин алыҫ 70-се йылдар хәтирәләренә ҡайтып: “Шул саҡта баймаҡтарҙың “Нәркәс”ен ҡарап, мин спектаклдең нисек ҡуйылырға тейеш икәнлеген аңланым”, – ти. Әлбиттә, ул Фәрзәнә апайҙы танымай. Тәбиғәттән бирелгән баҫалҡылығы һәм ябайлығы Фәрзәнә Мотаһар ҡыҙына ла үҙен танытырға бирмәй. Шулай ҙа йылдар үткәс тә шундай кешенең үҙенең сәхнәгә ҡуйған “Нәркәс” спектаклен юғары баһалауына сикһеҙ һөйөнә ул.

1977 йыл. Баймаҡ халыҡ театры (30-лаған кеше) поезд менән Мәскәүгә юллана. Декорация ГАЗ машинаһында алдан китә. “Нәркәс” спектаклен ҡарарға шығырым тулы зал йыйыла. Күбеһе баш ҡалала йәшәгән башҡорттар, татарҙар. Уларҙың: “Башҡортостанға сәләм! Мостай Кәримгә ҡайнар сәләмдәребеҙҙе еткерегеҙ!” – тигән тауыштары ишетелә. Фәрзәнә апай: “Бигерәк ҙур сәхнәне, зал тулы халыҡты хәтерләйем. Спектаклдең нисек үтеп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдым. Көслө алҡыштарҙан һуң көскә үҙ хәлемә ҡайта алдым. Беҙгә фестиваль лауреаты дипломдарын тапшырҙылар. Барыһы ла төш һымаҡ ҡына булып баҫып торҙом”, – тип йылмая Фәрзәнә апай.

Көслө хис-тойғолар менән һуғарылған, иҫ киткес һәләтле итеп ҡуйылған “Нәркәс” спектаклен һуңынан Өфө телевидениеһы тулыһынса төшөрөп ала. Баймаҡ халыҡ театры әртистәре был тамаша менән бар республиканы йөрөп сыға. Һәләтле режиссер артабан сәхнәләштергән “Юғалтыу”, “Трибунал”, “Ант итәбеҙ”, “Әлдермештән Әлмәндәр”, “Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр”, “Яралы яҙмыштар”, “Бөркөттәр ҡаяға оялай”, “Башмағым”, “Ғилмияза” тамашасыларҙың оло һөйөүен яулай.

Баймаҡ халыҡ театрын ҙур-ҙур еңеүҙәргә өлгәштергән Фәрзәнә Мотаһар ҡыҙы артабан балалар сәнғәт мәктәбенә эшкә китә. “Даны тотош илгә таралған Баймаҡ халыҡ театрын ҡалдырып, режиссерлыҡ хыялдарығыҙҙы ҡапыл ғына үҙгәртеп ебәрергә ниҙәр булышлыҡ итте?” – тип аптырап һорайым. Фәрзәнә апай һәр саҡтағыса матур йылмайып: “Яҙмыш... Ҡайһы саҡта әҙәм балаһының тормошон ул ҡырҡа бороп ебәрә. Ә һин йылдар үткәс кенә һуҡмаҡтарҙың киҫкен боролошоноң ҡәҙерен аңлайһың һәм бының өсөн рәхмәттәр әйтәһең”, – тине.

Сәнғәт донъяһына ғашиҡ Фәрзәнә Мотаһар ҡыҙы етәкләгән “Алтынай” балалар театры “Өлгөлө балалар театры” исемен яулай. Режиссерҙың еңеүҙәрен, данлыҡлы режиссерлыҡ һәләтен бихисап наградалары, маҡтаулы исемдәре дәлилләй. Хисле, күңелендә иң матур кешелек сифаттары йөрөткән Фәрзәнә апай менән һөйләшеп туйғыһыҙ. Билдәле, юғары һәләтле режиссер Фәрзәнә Мотаһар ҡыҙы Байғотлинаның исеме Баймаҡ халыҡ театрының тарихында мәңгелек урын алыуы шикһеҙ.
Читайте нас: