Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
31 Октябрь 2019, 07:21

БИШ МӨЙӨШТӘН ТОРА БЫЛ ДОНЪЯ...

Комедия 6 ноябрҙә халыҡ ижады үҙәгендә 19.00 сәғәттә башлана.Билеттар ЦНТ-ла һатыла.

Сажиҙә менән Фәндәс ҡәҙимге йәшәп ятҡан ерҙән, бәләкәй генә ҡаршылыҡ килеп сыҡҡас, аңлаша ла алмай айырылыша ла ҡуя. Фәндәстең фирмаһы юҡҡа сыға, үҙен дә ер йотамы ни... Ә Сажиҙәһе һағышҡа бата. Араларында өсөнсө кеше булғандыр, тиерһегеҙ. Әлбиттә, шағир әйтмешләй, өсмөйөштән торған донъяла... Тик Зөлфәт Хәкимдең “Килә яуа, килә яуа” комедияһындағы Сажиҙә менән Фәндәс араһында өсөнсө, дүртенсе, бишенсе кеше лә бар. Нимәһе ҡыҙыҡ, юғалған Фәндәсте эҙләп тапҡансы, ошо биш кеше үҙенсәлекле итеп тоташып та ҡуясаҡ.
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артистары был музыкаль комедияны Баймаҡ тамашасыһына алып килә. Ролдәрҙе билдәле артистар Венер Камалов, Нәғим Нурғәлин, Рәмзил Сәлмәнов, Ләйсән Миңлеғәлиева, Дания Ғөбәйҙуллина уйнай. Ҡуйыусы режиссер – БР-ҙың сәнғәт эшмәкәре, Ш.Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Рөстәм Хәкимов.
Комедия 6 ноябрҙә халыҡ ижады үҙәгендә 19.00 сәғәттә башлана.
Билеттар ЦНТ-ла һатыла.

Читайте нас: