Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Октябрь 2019, 07:09

Сәхнәлә - матурлыҡҡа ғашиҡ йәндәр...

...1971 йыл. Сәхнәлә – яңы спектакль. С.Шәкүровтың “Мөхәббәт ғазабы” тип аталған психодрамаһы. Артистарыбыҙҙың ошо постановкаһы хаҡында яҙып, хәбәрсе Ғәлимйән Баймырҙин үҙенең уй-фекерҙәре менән түбәндәгесә уртаҡлашҡайны: “Ҡалабыҙ һәм районыбыҙ тамашасылары был премьераны бер аҙ һағайып ҡаршыланы. Сөнки һуңғы осорҙа театрҙың эше һүнә биреп ҡуйғайны. Ләкин әлеге драма икеләнеүҙәргә сик ҡуйҙы. Йәш режиссер Урал Хәлимов уны әҙерләүгә күп көс һалған. Һәләтле артистар Илдар Аллаяров менән Зәйнәп Камалованың сығыштарын халыҡ бигерәк оҡшатты”.(Баймаҡ халыҡ театрына 25 йыл тулды. Был туралағы материалды тулыраҡ сайттан уҡығыҙ)#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Баймаҡ халыҡ театрына – 25 йыл

Тормош ығы-зығыһынан, шау-шыуынан арыманыңмы, кеше? Әйҙә, бер аҙға ғына булһа ла онотоп торайыҡ шул бөтмәҫ мәшәҡәттәрҙе. Онотайыҡ та, ҡулыбыҙға хәтер дәфтәрен алып, гүзәллек донъяһына – сәнғәт иленә – сәйәхәткә юлланайыҡ. Күңелдәр сафланып, йөҙҙәр яҡтырып, хәсрәттәр таралып ҡалыр, исмаһам.
...1967 йыл. Май башы. Тәбиғәттең гөл-сәскәгә күмелгән мәле. Йылы яҙғы кистәрҙең береһендә һеҙ клубҡа, күптән көткән оло байрамға, ашыҡтығыҙ. Ә уны һеҙгә район мәҙәниәт йортоноң драма коллективы бүләк итте. Оҙаҡ эҙләнеүҙәр һәм борсолоуҙарҙан һуң.
Үҙегеҙ ҙә иҫләйһегеҙҙер, колхоз-совхоз театры Сибай ҡалаһына күскәс, әллә нисек етемһерәп ҡалғайнығыҙ (Баймаҡ тамашасыһы белә ул сәнғәт ҡәҙерен!). Һәм ана шул һеҙҙең кисерештәрҙе, көйөнөстәрҙе иң беренсе булып аңлап алыусы, үҙ йөрәге аша үткәреүсе кем ине әле? Әлбиттә, Шәмсиә апай Мусина. Талантлы режиссер һәм артистка. Ошо тынғыһыҙ ҡатын тотондо ла инде был изге эшкә. Уның сәме һәм дәрте аҙаҡ бүтәндәргә күсте. Ғ.Сәғиҙуллиндың “Бүре малайы” әҫәрен сәхнәләштереү улар өсөн сирҡаныс алыу булды. Был спектаклдең бик күп нәмәне хәл итәсәген яҡшы аңлағанлыҡтан, Ғүмәр Мөхәмәтйәров, Гөлнур Асҡарова, Зөһрә Ғөбәйҙуллина, Марат Насыров һәм Фитрат Ирназаров бар тырышлыҡтарын һалып уйнаны.
Тап ошо постановка баймаҡтарға ҡанат ҡуйҙы, уларҙы яңы уңыштарға рухландырҙы ла инде. Һәм тиҙҙән М.Ғафуриҙың киң танылған “Ҡара йөҙҙәр” драмаһын әҙерләү башланды. Ролдәр бүленде, кейемдәр һайланды, декорация яһалды. Ниһайәт – премьера! Театр сәнғәтенә сарсаған халыҡ хәтерендә лә, бөтә оҫталығын һалып уйнаған үҙешмәкәр артистар күңелендә лә ысын-ысындан матур бер байрам булып ҡалды ул. Коллективтың тәүге ҡарлуғасы тураһында ул саҡ журналист Тәфтизан Ушанов былай тип яҙып сыҡты: “Тамашасының өмөтө аҡланды, тарихыбыҙ тауышы беҙгә сағыштырмаса тулы кәүҙәләнешендә килеп етте. Бигерәк тә Файза Хафизованың, Сәфәр Һунаршиндың, Ғилминур Түләкованың уйнауҙарын билдәләп үтергә кәрәк. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә спектакль ун биш тапҡыр, шул иҫәптән Баймаҡта дүрт тапҡыр, ҡуйылды. Һәм зал һәр саҡ шығырым тулы булды”.
Уңышлы дебют юғары баһаланды – ошо уҡ йылда театрға халыҡ театры исеме бирелде. Ә инде тиҙҙән артистарыбыҙ, өлгөргәнлеккә һынау тотҡондай, Ю.Әминевтың “Яҙылмаған закондар” пьесаһы менән сығыш яһаны.
Аяҡ та баҫыр урын ҡалмаған машзавод клубы ул кистә алҡыштарҙан яңғырап торҙо. Рәил Асҡаров, Барый Туйсин, Сәғир Нәбиуллин, Зифа Мәүлитова, Зөһрә Ғөбәйҙуллина, Мәрфуға Хәйҙәрова һәм башҡаларға ихлас ҡул сапты тамашасы. Әлбиттә, араларында көслөрәктәре лә, йомшағыраҡ уйнағандары ла булғандыр. Әммә улар өлөшөнә иң ауыры
– Баймаҡ ерендә театр эшен башлап ебәреү төштө. Барыбер бәхетле улар! Заманаһы ла икенсе шул. Кешеләр матди байлыҡ өсөн түгел, рухи аҙыҡ тип йығылып ятыр ине.
...1970 йыл. Иҫегеҙҙәме, колектив тағы бер тапҡыр таң ҡалдырҙы. Был юлы һеҙҙең хөкөмгә Ә.Атнабаевтың “Ул ҡайтты” мелодрамаһы тәҡдим ителде. Һәм халыҡ театры тигән исемдең юҡҡа бирелмәгәнлеге ныҡлы раҫланды. Тимербулат һәм Шәмсинур ҡарсыҡ образдарын тыуҙырған Рәил Асҡаровты, Файза Хафизованы ғына күҙ алдына килтерегеҙ әле! Театр тарихына уларҙың исемдәре юйылмаҫ хәрефтәр менән теркәлде.
...1971 йыл. Сәхнәлә – яңы спектакль. С.Шәкүровтың “Мөхәббәт ғазабы” тип аталған психодрамаһы. Артистарыбыҙҙың ошо постановкаһы хаҡында яҙып, хәбәрсе Ғәлимйән Баймырҙин үҙенең уй-фекерҙәре менән түбәндәгесә уртаҡлашҡайны: “Ҡалабыҙ һәм районыбыҙ тамашасылары был премьераны бер аҙ һағайып ҡаршыланы. Сөнки һуңғы осорҙа театрҙың эше һүнә биреп ҡуйғайны. Ләкин әлеге драма икеләнеүҙәргә сик ҡуйҙы. Йәш режиссер Урал Хәлимов уны әҙерләүгә күп көс һалған. Һәләтле артистар Илдар Аллаяров менән Зәйнәп Камалованың сығыштарын халыҡ бигерәк оҡшатты”.
...1972. Яңы йыл алды көндәре. Һеҙ тағы ла яратҡан театрығыҙ менән осрашыуға ҡабаланаһығыҙ. Спектаклдең да ниндәйе әле – М.Фәйзиҙең “Аҡ ҡалфағы”. Көтөүсе егет Баҡый менән бай ҡыҙы Хәмдиәнең бәхетһеҙ мөхәббәте. Ҡайһылай ҙа тулҡынланып янып-көйөп ҡаранығыҙ һеҙ был хикәйәтте... Йырсы Риф Хәлитов моңло тауышы менән арбаһа, Зәйнәп Камалова һөйкөмлөлөгө менән әсир итте. Ә ҡырыҫ, яуыз мәрхәмәтһеҙ Сәлим бай ролен Илдар Аллаяров нисегерәк уйнаны! Хатта сәхнәгә тәү тапҡыр аяҡ баҫҡан Тәлғәт Биктимеровтың Шаһтимере лә битараф ҡалдырманы һеҙҙе.
1973 йыл иһә халыҡ театры өсөн айырыуса емешле булды. Ул Бөтә Рәсәй смотрында ҡатнашыу бәхетенә иреште. Бәйгелә республикабыҙ намыҫын шулай уҡ Ҡыйғы һәм Борай драма коллективтары ла яҡланы. И.Абдуллиндың “Бажалар” комедияһын күрһәткән беҙҙең артистарыбыҙ һөҙөмтәлә беренсе дәрәжәләге диплом менән бүләкләнде. Тайфа ролен тормошсан һәм ышандырырлыҡ итеп башҡарған өсөн район мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Файза Хафизова лауреат дипломына лайыҡ булды. Ә Мәзүнә Ишбулатованың, Рәил Асҡаров, Мөнир Маннапов менән Илдар Аллаяровтың образдары беренсе һәм икенсе дәрәжәләге дипломдар менән билдәләнде.
1976 йыл. Ул театр тормошона тағы бер ҡыуаныс өҫтәне. Өфө сәнғәт институтын тамамлап, тыуған Баймағына йәш режиссер Фәрзәнә Байғотлина ҡайтты. Тамашасылар уның тәүге эшен үк – “Әсәйемдең аҡ күлдәге” ( Ш.Хөсәйенов) спектаклен – бик йылы ҡабул итте. Үҙешмәкәр артистарҙың үҙ геройҙарының эске донъяһына нығыраҡ үтеп инергә һәм образдарҙы тулыраҡ асырға ынтылыуы оҡшаны уларға.
Тиҙҙән иһә Фәрзәнә Мотаһар ҡыҙының йондоҙ сәғәте лә һуҡты. И.Йомағоловтың романтик трагедияһы буйынса ул ҡуйған “Нәркәс” спектакле сәнғәт һөйөүселәрҙе ысын-ысындан хайран ҡалдырҙы. Ике йыл ярым ваҡыт эсендә был постановка беҙҙең районда һәм республиканың башҡа урындарында 60 тапҡырҙан ашыу күрһәтелде. Баймаҡта ғына ла уны халыҡ 8 тапҡыр алҡышланы. Театр тап ошо эше өсөн 1978 йылдың йәйендә зона
смотрында халыҡ художестволы үҙешмәкәр ижадының беренсе Бөтә Союз фестивале лауреаты исемен яуланы. Ул саҡ смотрҙың жюри рәйесе, Ленинград театр, музыка һәм кино институты профессоры, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Б.Андрюшкевич, артистарҙың сығышын баһалап, былай тигәйне:
– Ихлас һәм ышандырырлыҡ сәнғәтегеҙ беҙҙе тәрән тулҡынландырҙы, ҡайһы бер сәхнәләрҙә хатта үҙебеҙҙең жюри ағзалары икәнлекте лә онотоп ебәрҙек...
“Нәркәс”тең уңышының сере ниҙә һуң? Беренсенән, әлбиттә, режиссурала. Ә икенсенән, һис шикһеҙ, әҫәрҙең дөйөм идея-тематик йүнәлешен тәрән аңлап, уны тамашасыға ябайыраҡ, халыҡсаныраҡ итеп еткерергә тырышыуҙа. Быны бигерәк тә фестиваль лауреаттары Фитрат Ирназаровтың (Илсеғол ҡарт), Рәмзиә Романованың (Зөмрәт инәй, Ғүмәр Мөхәмәтйәровтың (Байымбәт бей) һәм Мөнир Маннаповтың (Сынтимер бей) уйнауҙарында күрергә мөмкин ине.
Ошо һәләтле артистарҙың берәүһенә генә булһа ла туҡтатылып үтәйек. Ул – үҙ ғүмерен ауыр ирҙәр эшенә, ташсы һөнәренә, бағышлаған, әммә бар йөрәге матурлыҡҡа, сәнғәт донъяһына ынтылған Рәмзиә Романова. Ирҙәрсә тура һүҙле, әммә нескә күңелле гүзәл ҡатын. Сәхнәлә ул 1965 йылдан бирле. Ошо ваҡыт эсендә тиҫтәләрсә спектаклдә ҡатнашып, бай хисле, тәрән йөкмәткеле, төрлө планлы образдар тыуҙырҙы. Был йәһәттән, “Нәркәс” трагедияһынан тыш, “Һаҡмар” (С.Мифтахов), “Юғалтыу” (Д.Нармет), “Әлдермештән Әлмәндәр” (Т.Миңнуллин), “Хөкөм” (А.Макаенок), “Әжәл алдынан” (Ш. Рәхмәтуллин), “Аҫыл ҡоштар” (М.Ғәли) һәм “Ул ҡайтты” (Ә.Атнабаев) драмаларын һанап үтеү ҙә етә. Режиссер Байғотлинаның фекеренсә, Рәмзиә Мөхитдин ҡыҙы – сәхнәгә ихлас бирелгән кеше. Ул, бөтмәҫ ғаилә мәшәҡәттәренә ҡарамай, ижад итә, яңынан-яңы объекттар өҫтөндә эшләй. Ә был иһә Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Романованың тормошона йәм һәм илһам бирә.
...1984 йыл. Драма коллективтарының Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығына арналған район смотры тамамланды. Халыҡ театрының А.Макаенок әҫәре буйынса ҡуйылған “Хөкөм” спектакле уның йомғаҡлау этабы булды. Беҙҙең бөгөнгө азат йәшәйешебеҙ өсөн ҡорбан булғандар иҫтәлегенә арналған был пьесаның әһәмиәтен һәйбәт белгәнлектән, артистар айырыуса бирелеп, тырышып уйнаны. Бының менән улар һәләк булғандарға үҙҙәренең юғары хөрмәтен һәм ихтирамын күрһәтте, уларҙың ҡаһарманлығы алдында баш эйҙе. Халыҡ таланттарының беренсе Бөтә Союз фестивале лауреаты Рәмзиә Романова (Полина), йәш артистар Нур Исхаҡов (Тережко) һәм Тәлғәт Рәхимов (Володя) башҡарған образдар айырыуса иҫтә ҡалды. Рәдиф Шакиров менән Фәрзәнә Бикбирҙинаның да сәхнә оҫталығын билдәләп үтергә кәрәк. Әйткәндәй, Фәрзәнә Зәйнулла ҡыҙы театрҙа осраҡлы кеше түгел. Драма коллективтарының зона смотры лауреаты булған Бикбирҙинаны тамашасы Х.Ибраһимовтың “Башмағым” һәм Ш.Рәхмәтуллиндың “Әжәл алдынан” комедиялары буйынса яҡшы хәтерләй.
...Йылдар үтте. Йылдар үтеү менән бергә театр ҙа бик күп юлдар үтте. Ләкин, кескәй генә ҡаршылыҡтарға, ҡыйынлыҡтарға юлыҡмаһын, сәнғәткә һәм тамашасыһына һөйөүен
юғалтманы. Әленән-әле яңы, ҡыҙыҡлы әҫәрҙәр менән ҡыуандырып, эргәбеҙҙә генә йәшәгән талант эйәләре менән таныштырып торҙо. Был тәңгәлдә “Килен” (М.Хәйҙәров), “Нәркәс” (И.Йомағолов), “Башмағым” (Х.Ибраһимов), “Хөкөм” (А.Макаенок), “Әлдермештән Әлмәндәр” һәм “Ант итәбеҙ” (Т.Миңнуллин) спектаклдәрен һанап китеү ҙә етә.
Коллективтың һуңғы эштәренә, моғайын, айырым туҡталыу кәрәктер. Уларҙың береһе – Г.Исхаҡовтың “Яралы яҙмыш” драмаһы. Мөхәббәт һәм тоғролоҡ темаһын, аталар һәм балалар проблемаһын күтәргән был пьесаны беҙ элегерәк Сибай дәүләт драма театры актерҙары (онотмағыҙ – сибайҙар!) башҡарыуында ҡарағайныҡ инде. Шулай булғас, баймаҡтарҙың тап ошо әйбергә мөрәжәғәт итеүе үҙе үк сикһеҙ ҡыйыулыҡ түгелме ни?! Күптәрҙе постановкаға бәлки ана шул ғәжәпләнеү, һоҡланыу тойғоһо килтергәндер ҙә. Һәм алданманы тамашасы! Спектаклдең аҙағына тиклем залда көсөргәнешле тынлыҡ хөкөм һөрҙө, күҙҙәргә ирекһеҙҙән йәш эркелде. Һуңынан... халыҡ рәхмәте булып, сәхнәгә тере сәскәләр һибелде.
Драманың уңышына барыһынан элек уны ҡуйыусы үҙенсәлекле һәм талапсан Фәрзәнә Байғотлинаның хеҙмәтен күреү фарыздыр. Ә инде төп ролдәрҙе уйнаусы Нур Исхаҡов, Рафиҡ Хәлилов, Рафиҡ Солтангилдин, Зөлхизә Йомағолова, Ғәлимә Иҫәндәүләтоваларҙың оҫталығына былай ҙа шикләнмәй инек бит.
Баймаҡтарҙың икенсе бынамын тигән тамашаһын – М.Ғәлиҙең “Аҫыл ҡоштар” комедияһын да хәтерләйһегеҙҙер. Уны художество етәксеһе Зөһрә Ғөбәйҙуллина башлыса театрҙың ветерандары менән әҙерләне. Бына ҡайҙа ине ул хазина! Байтаҡ йылдарҙан һуң сәхнәгә ҡайтанан сыҡҡан артистарын – Рәмзиә Романованы, Ришат Аллабирҙинды, Ғүмәр Мөхәмәтйәровты, Файза Хафизованы, Илдар Аллаяровты рәхәтләнеп, кинәнеп алҡышланы сәнғәт һөйөүселәр. Ошондай осрашыуҙар йышыраҡ булыуын теләп хушлашты улар.
Быйыл килеп шул теләк тормошҡа ашты. Еңеү байрамы һәм театрҙың 25 йыллыҡ юбилейы хөрмәтенә коллектив үҙенең алтын фондындағы “Ул ҡайтты”һына яңынан йәшәү бирҙе. Күңелгә ниндәй яҡын образдар: Шәмсинур әбей, Тимербулат, Мәрзиә, Хәмит, Шәйхислам, Сәғиҙә... Ә уларҙы һынландырыусылар һуң? Үҙебеҙҙең Файза Хафизова, Илдар Аллаяров, Рәмзиә Романова, Миңлебай Биктимеров, Зөһрә Ғөбәйҙуллина... Яндарында иһә – йәштәр. Остаздарын бер ҡараштан, бер һүҙҙән аңларға ынтылып тороусы йәш таланттар.
...Хәтер дәфтәрен ябайыҡ, хөрмәтле иптәш. Ләкин сәйәхәтебеҙ әле дауам итә. Сөнки беҙҙең театрыбыҙ – Бөтә Рәсәй смотры һәм халыҡ ижадының Бөтә Союз фестивалдәре лауреаты булған Баймаҡ халыҡ театры – бөгөн үҙенең сирек быуатлыҡ юбилейын билдәләй. Ул һаман эҙләнеүҙәр, табыштар, асыштар юлында. Әйҙәгеҙ, уға яңы ижади бейеклектәр теләйек тә, ҡул сабайыҡ. Сәхнәгә күңелдәребеҙгә изгелек һәм һәм игелек орлоҡтары сәсеүселәр – матурлыҡҡа мәңге ғашиҡ йәндәр сыға...
Гөллирә Исхаҡова.
Редакциянан: Баймаҡ халыҡ театрынының тарихын барлау бының менән тамамланманы әле. Артабан районыбыҙҙың сәнғәт донъяһы ниндәй ҡаҙаныштары менән дан алған, уңыштарға өлгәшкән, үҙгәрештәр кисергән — быларҙың барыһын да киләһе һандарҙа бәйән итербеҙ.
Читайте нас: