Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Июль 2019, 19:15

Тормошо – үҙе бер сәхнә

Ҡайһы бер кеше менән аралашһаң, ял итеп ҡалғандай булаһың. Унан бөркөлгән яҡты нур иртәнге көнгә ышаныс уята, күңел илһамланып китә, алдағы көнгә яңы маҡсаттар барлыҡҡа килә. Иҫке Сибай ауылында йәшәүсе Миңнур Зәйнетдин ҡыҙы Һунаршина тап шундайҙарҙың береһе.

Миңнур Зәйнетдин ҡыҙы сығышы менән бик күптәрҙе үҙенең ҡуйы урмандары менән әсир иткән Ишбирҙе ауылынан. Тап ошо ауылда йәшәгән Мәғәтифә һәм Зәйнетдин Дәүләткилдиндарҙың ғаиләһендә ул алтынсы бала булып донъяға килә. Ишле ғаиләлә тәрбиәләнгән ике ҡыҙ һәм ете ул бер-береһенә ярҙам итеп үҫә. Йәйҙәрен күмәкләшеп бесән сабалар, утын яралар... Ниндәй генә эшкә тотонмаһындар – “һә” тигәнсе башҡарып та ҡуялар.

Миңнур, әллә ете малай араһында уйнап йөрөп үҫкәнгәме, бала саҡтан ҡыйыу ҙа, батыр ҙа, матур ҙа була. Башланғыс белемде үҙ ауылында ала. Унан күрше Йомашҡа йөрөп уҡый. Өлгөргәнлек аттестатын ҡулына алғас та оҙаҡ уйлап тормай, дуҫтарына эйәреп Стәрлетамаҡҡа юл тота. Секретарь-машинист һөнәрен үҙләштерә. Хеҙмәт юлын Баймаҡтағы мәктәптәрҙең береһендә башлай.

1983 йыл. Ғәҙәти эшләп йөрөгән көндәренең береһендә, себер тарафтарына, комсомол путевкаһы менән йәштәр эшкә ебәрелә башлай. Йөрәгендә дәрте ташып торған, күңеле ниндәйҙер яңылыҡ эҙләгән йәш ҡыҙ оҙаҡ уйлап тормай. Тиҙҙән үҙе кеүек йәштәр менән бергә шунда юл тота.

Яңы тормош яңы мәшәҡәттәре, үҙенә күрә ауырлыҡтары менән килә. Әммә Миңнур бирешеп тормай, ең һыҙғанып эшләүен дауам итә. Сит тарафта ул үҙенең ғүмерлек тормош юлдашын осрата. Иҫке Сибай ауылы егете Мөхәммәт менән яҙмышын бәйләй. Йәш ғаиләлә бер-бер артлы өс ҡыҙ – Гөлназ, Гүзәл һәм Гөлдәр донъяға килә. Йыраҡта йәшәһәләр ҙә балаларын башҡорт рухлы итеп тәрбиәләргә тырышалар. Әммә тыуған яҡты һағыныу хисен был ғына баҫа алмай. Мөхәммәттең атаһы балаларын тыуған ауылы Иҫке Сибайға ҡайтарып ала. Шулай итеп улар ата йортонда донъя көтә башлай.

Тура һүҙле, егәрле, ҡыйыу Миңнур Зәйнетдин ҡыҙын ауылдағы мәҙәниәт йортона директор итеп эшкә алалар. Тап ошо йылдан мәҙәниәт йорто яңы һулыш ала. “Ялҡын” театрын ойоштороп ебәрә. Әйткәндәй, быйыл ул театр “халыҡ театры” исемен алды. Ә бына Әбйәлилдә үткән фестивалдә ҡатнашып, улар оло еңеүгә өлгәштеләр. Жюри менән тамашасылар “Яран гөл” спектакелен яратып ҡабул итте.

Миңнур Зәйнетдин ҡыҙы шәхси тормошонан да уңа. Һәр яҡтан уңған һәм егәрле тормош иптәше Мөхәммәт менән ҙур итеп йорт һалып инәләр. Баҡсаларында ниндәй генә емеш-еләк юҡ! Ә сәскәләренән күҙҙәр ҡамаша. Йорттарынан йылылыҡ бөркөлөп тора. Балалары ла һөйөндөрөп кенә тора: юғары белем алып, ғаилә ҡороп йәшәйҙәр. Улар һәр саҡ ата-әсә йортона ашҡынып ҡайта. Уларҙы ҡайнап ултырған самауыр, ҡойолған ҡоймаҡ, тәмле бишбармаҡ ҡаршы ала.

Миңнур Зәйнетдин ҡыҙы 55 йәшлек ғүмер байрамын ҡаршы ала. Ошо уңайҙан беҙ уға һаулыҡ, бәхет теләйбеҙ. Башлаған оло эштәрендә еңеллек, яңы үрҙәр юлдаш булһын.
Читайте нас: