Һаҡмар
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Июль 2019, 12:20

Баймаҡ халыҡ театрына кем нигеҙ һалған?

– “Һаҡмар” гәзите редакцияһымы? – Эйе, “Һаҡмар”. – Миңә ярҙам итегеҙ инде. “Юлдаш” радиоһында тапшырыу булғайны. Исхаҡ Зәйни тураһында. Баҡсала эшләп йөрөгәндә ишетеп ҡалдым да, көрәгемде ташлап, радиоалғысты ҡосаҡлап йығылдым. Исхаҡ Зәйни – минең бабайым. Тапшырыуҙа бер өлкән апай менән әңгәмә барҙы. Ул үҙен, Исхаҡ Зәйниҙең ҡыҙымын, башҡа туғандарым бармы икәнлеген белмәйем, тине. Бар, әлбиттә, бар, ул – миииин, тип ҡысҡырып ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ул апай Баймаҡта йәшәй, 88 йәштәмен, тине. Тик бына исеме лә, ниндәй тапшырыу икәне лә, хәбәрсенең дә исеме иҫемдә ҡалмаған. Миңә шул туғанымды табышырға ярҙам итегеҙ инде, зинһар өсөн. Бөтә булған эшемде ташлап, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан килеп еттем...

60 йәштәрҙәге сал сәсле был ағай үҙен Рәүеф Аҡсурин тип танытты. Күҙ йәштәре аша беҙгә өмөт менән баҡҡан ағайҙың үтенесен кире ҡаға алманыҡ. Уның һорауы әкиәттәгесә яңғыраны: “Шунда бар – ҡайҙа икәнен белмәйем, шуны алып кил – нимә икәнен әйтмәйем”. “Юлдаш” радиоһына шылтыратып, үтенесте еткерҙек. Бәйләнештең теге осонда ла аптырауҙа ҡалдылар. Ә шулай ҙа бер нисә хәбәрсенең телефонын бирҙеләр. Уларға шылтыратып белешергә тотондоҡ. Һөҙөмтә булманы. Бер аҙҙан “Юлдаш”тар үҙҙәре шылтыратты – баҡтиһәң, уны “Атайсал” тапшырыуын алып барыусы, Баймаҡ телевидениеһының элекке директоры, журналист Гөлнур Ишбулатова әҙерләгән һәм ул Исхаҡ Зәйниҙең ҡыҙы Ләлә Исхаҡ ҡыҙы Этҡолова менән әңгәмә ҡорған булған икән. Гөлнур Азамат ҡыҙына шылтыратып, Ләлә Исхаҡ ҡыҙының өй адресын яҙып алып, Рәүеф ағайҙың ҡулына тотторҙоҡ.
Кискә иһә был тарихтың дауамы килеп сыҡты. Яҡташыбыҙ, Икенсе Этҡол ауылы ҡыҙы, филология фәндәре кандидаты, “Бабич” һәм “Беренсе Республика” фильмдары авторҙарының береһе Гөлсәсәк Саламатова–Ибраһимова шылтыратты. “Һеҙгә Исхаҡ Зәйниҙең ҡыҙы Ләлә Исхаҡовнаны эҙләп туғаны килгән икән. Мин бит күптән уның тәүге ҡатынынан ҡалған улының балаларын эҙләй инем. Ул ағай үҙен кем тип таныштырҙы? Нисә йәштәрҙә? Ейәнемен тинеме? Әле ҡайҙа икән? Телефоны?..
Һорау артынан һорау. Миңә, Исхаҡ Зәйни хаҡында бик үк хәбәрҙар булмаған кешегә, был көтөлмәгән хәл ине. 60 йәштәр тирәһендәге мөләйем генә бер ағайҙың редакцияға килеп Ләлә Этҡолованы эҙләүен, аҙаҡ кире инеп, туғаны менән осрашыуға ярҙам иткәнебеҙ өсөн рәхмәттәр әйтеп китеүен һөйләп бирҙем.
– Ә кем ул Исхаҡ Зәйни?
– Башҡорт театрын төҙөгән бөйөк кешеләрҙең береһе. Актер. Режиссер. Шағир. Бабич менән дуҫтар. Бабичтың уға арнап дуҫтарса шаяртыу ҡатыш яҙылған шиғыры бар. Ырымбурҙа башҡорт ғәскәрҙәре сафында Милли автономия өсөн көрәшә, 1919 йылда Темәстә үткән 1-се Бөтә Башҡортостан хәрби съезында ҡатнаша. 32 йәшендә генә вафат була. 1930 йылда Башҡортостандың 10 йыллығына арналған документаль фильм сыға. Шунда яҡындан ғына төшөрөлгән видеояҙмаға эләккән. Мин уны ҡыҙына ла алып килеп күрһәттем. “Атайым үлгәндә миңә 1 йәш тә 15 көн генә булған. 87 йылдан һуң атайымды күреп ултырам, тип инәй илап ебәрҙе... Исхаҡ Зәйни сығышы менән Федоровка районының Юлдаш ауылынан. Баймаҡ ҡалаһында уның ҡыҙы, ейәнсәрҙәре йәшәй. Әйткәндәй, тап Баймаҡ районында ла театрға нигеҙ һалыусы ул була.
– Ваҡытығыҙ булһа, осрашып, Исхаҡ Зәйни тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алырға ине.
– Әйҙәгеҙ. Осрашайыҡ...

Билдәләнгән көнгә һәм сәғәттә беҙ бер-беребеҙгә ҡапма-ҡаршы ултыра инек.

– Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы, Исхаҡ Зәйни тураһында һеҙ нимәләр беләһегеҙ?
– Исхаҡ Абзан улы Зәйнәғәбдинов, йәғни Исхаҡ Зәйни, 32 йыллыҡ ҡыҫҡа ғына ғүмеренең 10 йылын башҡорт театрына арнай, уға нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Башҡорт театрының тәүге актерҙарының береһе, режиссер һәм шағир. 17 йәшенән һалдат итектәре кейгән Зәйни ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем башҡорт театрының тоғро һалдаты булып ҡала. Стәрлетамаҡтың “Мираж” электротеатры сәхнәһендә беренсе ролен уйнай, башҡорт театрының яҙмышы һәм булмышы өсөн ҡаты көрәшә. Милли кадрҙарҙы үҫтереү, театрҙың милли йөҙөн һаҡлап ҡалыу буйынса эштәр алып бара. Миндәге мәғлүмәт буйынса, ул тәүҙә тыуған ауылында, атаһы ҡулында мәҙрәсәлә уҡый. 1922-1924 йылдарҙа Ырымбур педагогия техникумында белемен камиллаштыра.
– Стәрлетамаҡтан, тимәк, Ырымбурға юллана...
– 1921 йылғы аслыҡ театр эшенә ҙур ҡыйынлыҡтар килтерә. Ғөмүмән, 1923 йылға тиклем башҡорт театрының хәле бик ҡатмарлы була. Башҡорт Хөкүмәте теләһә лә, театр төҙөү эшенә артыҡ ярҙам итә алмай. Төрлө бәхәстәр тыуа. Исхаҡ Зәйни Ырымбурға юллана. Унда Башҡорт педагогия техникумы директоры Кәрим Иҙелғужин Исхаҡ Әлмәшевҡа (билдәле режиссер) техникум студенттарынан театр труппаһы төҙөргә тәҡдим итә. Был эшкә шулай уҡ драматург Мөхәмәтша Буранғолов та йәлеп ителә. Шулай итеп, педагогия техникумы студенты Исхаҡ Зәйни Ырымбур сәхнәһендә уйнай башлай. 1924 йылда иһә Өфөлә башҡорт күсмә труппаһы төҙөү башлана.
– Һеҙ Исхаҡ Зәйни театрға 1919 йылда башлап килә тинегеҙ...
– 1919 йылдың 8 ноябрендә Стәрлетамаҡтың “Мираж” электротеатрында тәүге әҫәр ҡуйыла – Фәтхелҡадир Сөләймәновтың “Аҡшан батыр” драмаһы. Киләһе спектакль М.Буранғоловтың “Ашҡаҙар” әҫәре. Минең ҡулымда ошо әҫәрҙәрҙе ҡуйған, уларҙа ҡатнашҡан шәхестәрҙең исемлеге бар. Сәхнәгә менеп, халыҡ алдында сыҡҡан кешеләр барыһы ла киң билдәле дәүләт эшмәкәрҙәре. Уларҙың барыһы ла башҡорт иле өсөн көрәшкән шәхестәр. Исхаҡ Зәйниҙе театрға алып килгән ҙур сәбәптәрҙең береһе лә ошо. Театрға килгәс тә, башҡорт кантондарына хаттар яҙып, талантлы йәштәрҙе театр эшенә йәлеп итеүгә тотона. “Башҡортостан хәбәрҙәре” гәзитендә иғландар баҫтыра. Ахыр сиктә, кантондар буйлап йөрөп, сәхнә таланттарын эҙләй. Театр инструкторҙары әҙерләүҙә актив эш алып бара.
– Исхаҡ Зәйниҙе режиссер тинегеҙ, ә ул ниндәй әҫәрҙәрҙе сәхнәгә ҡуя?
– Хәбибулла Ғәбитовтың “Ынйыҡай менән Юлдыҡай” әҫәрен, Дауыт Юлтыйҙың “Тирмәндә”, “Ҡарағол”, Мөхәмәтша Буранғоловтың “Шәүрә килен”, “Ялан Йәркәй”, Кәрим Тинчуриндың “Һүнгән йондоҙҙар”, “Ҡазан һөлгөһө” һ.б. әҫәрҙәрҙе сәхнәләштерә. Юлтыйҙың «Тирмәндә» әҫәрендә – Шәмси, Иҫәнбәттең «Һижрәт»ендә - Аҡташ, Арскиҙың «Ҡыҙыл Урал өсөн көрәш» драмаһында – Хәмзә, Буранғоловтың «Ашҡаҙар»ында - Сәфәрғәле, шулай уҡ “Салауат һәм Пугачев”та – Аҡбулат, “Ҡарағол”дағы – Әпкәләй һәм “Ынйыҡай менән Юлдыҡай”ҙағы Айсыуаҡ ролдәрен тамашасылар һәм театр тәнҡитселәре бик юғары баһалай. Бынан тыш, публицист һәм шағир ҙа була ул. 1929 йылда “Сәсән” журналының почетлы ағзаһы итеп алына. Тәүге шиғырҙарының береһе 1924 йылда “Белем” журналында баҫыла. Зәйни театр тарихына бәйле бик күп мәҡәләләр яҙа. Шуларҙың береһе – “Башҡорт ҡурайы”.
– Исхаҡ Зәйни тураһында ҡасан хәбәрҙар булдығыҙ?
– Уның хаҡында 2013 йылда ғына башлап белдем. Башҡорт академия драма театрының музейында һаҡланған 1923-1929 йылдарҙағы афишаларҙы ғәрәп графикаһынан кириллицаға күсергәндә бик йыш осраған исем тип иғтибар иттем. Аҙаҡ “Башҡортостан” гәзитенең 1921-1930 йылдарҙағы баҫмалары менән танышҡанда уның мәҡәләләренә юлыҡтым. Шиғырҙарын төрлө журналдарҙан эҙләнем. Архивтарға йөрөнөм. Үлгән йылын билдәләүе оҙаҡҡа һуҙылды. 1930 йылдың башында уның театрҙа эшләгәне билдәле, артабан уның эҙе юғала. Гәзиттәрҙә баҫылған некрологтар аша эҙләй башланым. Табылманы. Быйыл февраль айында тыуған яҡтарына шылтыратып, уны белгән, уның туғандарын, ишеткән кешеләрҙе эҙләнем. Уның хаҡында “тыуған яҡты өйрәнеү буйынса почетлы белгес” Әҡсән Аҡсурин тигән кеше белә, тинеләр. Бер көн үтеүгә телефон шылтыраны. Әҡсән ағай шылтыратып Юлдаш ауылына саҡырҙы. Үҙендә Исхаҡ Зәйниҙең бер-ике фотоһы, уның хаҡында район гәзитендә баҫылған мәҡәләһе барлығын белдергәс, февраль бурандарын иҫәпкә алмай, билдәле тележурналист Рәмзиә Кәримова һәм Илнур исемле оператор егет менән юлға сыҡтыҡ. Федоровка районының Юлдаш ауылында мәктәп уҡыусылары менән осраштыҡ, Исхаҡ Зәйни тыуған нигеҙҙә ғүмер иткән Гөлдәриә апай Зәйнәғәбәтдинова менән таныштыҡ. Баймаҡ ҡалаһында Исхаҡ Зәйниҙең ҡыҙы Ләлә апай йәшәгәнен белеп, уның менән бәйләнеш булдырҙыҡ. Исхаҡ Зәйниҙең 32 йәшендә генә вафат булыуы хаҡында мәғлүмәт алдыҡ.
– Исхаҡ Зәйни 1930 йылдарҙан һуң театрҙа эшләмәй, тинегеҙ. Театрҙан китергә нимә сәбәпсе булды икән?
– Был һорауға яуапты уның ғаиләһе менән аралашҡас ҡына таптым. 1930 йылдар аҙағында ул Стәрлетамаҡҡа китә. Стәрлетамаҡтан Баймаҡҡа юллана. Баймаҡта ул осорҙа колхоз-совхоз театры ойошторола башлай. Яңы төҙөлә башлаған театрға ярҙам күрһәтә. Һуңынан, ауырыуы көсәйеү сәбәпле, ғаиләһе менән Магнитогорск ҡалаһына күсә, ә унан Ташкентҡа. Ошондай урау юлдар үтеүенә, Өфөнө ташлап китеүенә, әлбиттә, театрҙағы ваҡиғалар ҙа сәбәпсе була. Исхаҡ Зәйниҙе милләтселектә ғәйепләйҙәр...
– Ә ни өсөн Ташкентҡа юллана?
– Врачтар климат алмаштырырға тәҡдим итә. Ул 18 йәшенән туберкулез менән яфаланған була. Ташкентта ул бер йылға яҡын йәшәй. Хәле ҡырҡыулашҡас, ҡатынынан кире Башҡортостанға алып ҡайтыуын үтенә. Исхаҡ Зәйни Өфөнөң туберкулез диспансерында 1 июндә вафат була.
– Исхаҡ Зәйни Башҡорт театрын төҙөгән кешеләрҙең береһе, актер, режиссер. Вафат булғас, уның исемен мәңгеләштереү буйынса бер ниндәй сара күрелмәгән булып сығамы инде?
– Эйе. Театр артабан үҙ мәшәҡәте менән йәшәүен дауам итә. Уның вафатына ҡайғы белдереп сыҡҡан некролог шағирҙар һәм яҙыусылар тарафынан ғына яҙыла. Башҡорт театрынан Исхаҡ Зәйниҙең хеҙмәтенә иң юғары баһа биргән кеше Ғата Сөләймәнов була. “Тамам хәле бөткән, инде үҙ аяҡтарында бөтөнләй баҫып тора алмаған атайымды поездан Ғата Сөләймәнов ҡаршы ала”, – тип әсәһенең иҫтәлектәрен еткерҙе беҙгә Ләлә инәй. Хушлашҡанда табутын күтәреп барыусылар араһында ла актерҙарҙан Ғата Сөләймәнов ҡына була. Шулай килеп сығыуында, бәлки, театрҙың бер төркөм артистарының был ваҡытта гастролдә булыуы ла сәбәпсе булғандыр. Театрҙың 50 йыллыҡ юбилейы алдынан Ғата Сөләймәновтың “Совет Башҡортостаны” гәзитендә Исхаҡ Зәйни хаҡында ҙур мәҡәләһе донъя күрә.
– Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы, һуңғы йылдарҙа күп шәхестәрҙең исемен тергеҙеү, халыҡҡа ҡайтарыу өсөн ҙур эштәр башҡараһығыҙ. Зәбих Исҡужин, Мөхтәр Мутин, Исхаҡ Зәйни... Киләсәктә кемдәр хаҡында һеҙҙән уҡып белербеҙ икән?
– Был шәхестәрҙең исеме ҡайтанан иленә ҡайтыуына мин, ысынлап та, бик шатмын. Филология фәндәре докторы Рәшит Шәкүр Зәбих Исҡужин хаҡында мәҡәләләремде уҡып: ”Ғалим, публицист, шағир Зәбих Исҡужинға һин ҡабат ғүмер бүләк иттең”,– тип күңелемде үҫтерҙе. Был эштәрҙе башҡарыу өсөн оло батырлыҡ кәрәкмәй. Кешеләргә, кешелеккә һоҡланыу етә. Беҙҙең халыҡта һоҡланырлыҡ шәхестәр күп. Яҙған булһа, ошо эштәрҙе дауам итеү юлында булырмын, тип ышанам.
Мәжит Ғафури исемендәге данлыҡлы Башҡорт дәүләт академия драма театры быйыл үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын ҡаршылай. Оло юбилей алдында торған театр өсөн исемдәре онотола барған шәхестәрҙең ҡабат әйләнеп ҡайтыуы – изге күренеш.

Читайте нас: