Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Апрель 2019, 18:56

Сәхнәлә – агитбригада

Һәр йыл һайын район һәм ҡала халҡы “әртис тиреһен кейеп”, бер шаулап ала. Хатта ғүмерендә сәхнәгә сығып та ҡарамаған офис хеҙмәткәрҙәре зал тулы тамашасылар алдында шундай итеп бейеп һәм йырлап күрһәтә...

Һәр йыл һайын район һәм ҡала халҡы “әртис тиреһен кейеп”, бер шаулап ала. Хатта ғүмерендә сәхнәгә сығып та ҡарамаған офис хеҙмәткәрҙәре зал тулы тамашасылар алдында шундай итеп бейеп һәм йырлап күрһәтә...
Быйыл смотр-конкурс Башҡортостандың 100 йыллығына арналды һәм унда агитбригадалар сығыш яһаны. Концерт барышында моңло халыҡ һәм заманса йырҙар ҙа, дәртле һәм лирик бейеүҙәр, рухлы шиғырҙар, сәхнәләштерелгән әҫәр өҙөктәре яңғыраны. Йәйғор төҫө һымаҡ бер-береһен алыштырып торған концерт номерҙарын ҡарап күҙҙәр ҡамашты. Әйткәндәй, беҙҙең коллектив та был саранан ситтә ҡалманы. “Журналист яҙмаһынан” тип атаныҡ сығышыбыҙҙы.

Конкурс булғас, уның еңеүселәре лә, еңелеүселәре лә була. Шулай итеп, беренсе урынды ҡаланың 2-се мәктәбе менән үҙәк ҡала дауаханаһы яуланы. Икенсе урынды Баймаҡ лицей-интернаты, 3-сө мәктәп, ҡала һәм район хакимиәте коллективтары бүлеште. Өсөнсө урынға Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡтағы филиалы, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы, “Йылылыҡ селтәре” ЯСЙ-һы һәм Баймаҡ юл-ремонт-төҙөлөш идаралығы лайыҡ булды. Үҙенсәлекле сығыш - балалар ижады үҙәге, мәғрифәтселек эше - райондың мәғариф бүлеге, традицияларҙы һаҡлаған - “Баймаҡ водоканалы” МУП-ы, үҙенсәлекле сценарий - урман хужалығы коллективтары, үҙенә бер төрлөлөк күрһәткән - Ғата Сөләймәнов исемендәге балалар сәнғәте мәктәбе, иң яҡшы музыкаль-әҙәби композиция өсөн район китапханаһы бүләкләнде.

Эльмира Кейекҡужина.
Читайте нас: