Һаҡмар
+2 °С
Ясно
Антитеррор
Мәҙәниәт
27 Марта 2019, 14:10
Күңел сафлығын алып
Ғ.Сөләймәнов исемендәге сәнғәт мәктәбенең “Элегия” балалар өлгөлө театры актерҙарына һоҡланмайса ҡарау мөмкин түгел.
Добавить в предпочтительные источники Google
Ғ.Сөләймәнов исемендәге сәнғәт мәктәбенең “Элегия” балалар өлгөлө театры актерҙарына һоҡланмайса ҡарау мөмкин түгел. Бәләкәй генә булыуҙарына ҡарамаҫтан һис тә профессиональ актерҙарҙан айырылмайҙар.
Театрҙың тарихына килгәндә, уның 10 йыллыҡ үткәне бар. Уның тәүге етәксеһе Фәрзәнә Байғотлина тәүгеләрҙән булып театрҙы ойоштороп ебәрә. Унан 2013 йылда үҙенең уҡыусыһы Дилә Баяноваға тапшыра.
Театрҙа 7-16 йәштәге утыҙға яҡын бала өс төркөмдә шөғөлләнә. “Театр” тигәс, күҙ алдына ролдәге һүҙҙәрҙе ятлап ултырған балалар күҙ алдына килеп баҫа. Ысынында, иһә, бәләкәй әртистәр инеш һүҙҙе лә, актерлыҡ оҫталығын да, грим, ритмика, бейеү, дөрөҫ тын алыу кеүек һәм башҡа элементтарҙы һөнәри кимәлдә өйрәнәләр.
Балалар театры үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап йәшәмәй. Улар үҙҙәрен төрлө конкурстарҙа ла һынап ҡарайҙар. Быйыл ғына һәүәҫкәрҙәр Ростове-на-Дону, Салауат һәм Өфө ҡалаларында булып ҡайттылар. Мәҫәлән, Ростове-на-Дону ҡалаһында Инга һәм Валерия Филиндар дуэты 3-сө дәрәжә лауреаты исеменә лайыҡ булған. Салауатта Дарья Журавлева “Инеш һүҙ” номинацияһында беренсе урын алған. Өфөлә яңғыҙ башҡарыусылар араһында Эвелина Заһиҙуллина – беренсе, Айһылыу Асанова менән Динара Әминеваларҙың дуэты – икенсе, Елизавета Овчинникова өсөнсө урынды яулағандар.
Бына шулай был уҡыусыларға театрға ҡарата булған һөйөү бала саҡтан уянған. Ә ундайҙарҙың күңеле лә саф булып ҡала.
Читайте нас
MAX
telegram
вк
дзен
ок
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"