Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Март 2019, 12:01

“Мистер Калинка” Баймаҡҡа килә!

Моңло тауышлы, мөләйем, күңел матурлығы йөҙөндә балҡыған Рәфис Сирусин ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тамашасыларҙың һөйөүен яуланы. Ялға тыуған яҡтарына ҡайтҡан билдәле йырсы менән әңгәмә ҡорорға насип булды. (әңгәмәне сайттан уҡығыҙ)

– Рәфис, тәүге еңеүеңде иҫләйһеңме?

– Әлбиттә. Ул саҡта миңә алты йәш ине. Баймаҡ сәхнәһендә сығыш яһап, еңеү яуланым. Бала булараҡ был конкурс икәнлеген, унда еңеүселәр һәм еңелеүселәр буласағын, бәлки, аңлап та етмәгәнмендер. Әммә йыр яратыуым шул тиклем көслө ине, сәхнәгә сығып рәхәтләнеп, ихласлап тороп йырлағанымды әле лә хәтерләйем (йылмая).

– Һинең һәләтеңде күреп, оло сәхнәгә сығарған кешең дә булғандыр бит?

– Эйе, сәнғәткә һөйөүҙе миңә уҡытыусым, композитор Вилүр Мәүлитов һалды. Тәүге еңеүҙәрем менән мин уға бурыслымын. “Ирәндек ынйылары” конкурсында Гран-приға лайыҡ булыуым минең киләсәгемде билдәләгәндер, тип уйлайым. Күгиҙел мәктәбен тамамлағандан һуң Сибай сәнғәт колледжының вокал бүлегенә уҡырға индем. Уҡыу дәүерендә оло теләк менән бик күп йыр конкурстарында ҡатнаштым. Ата-әсәйемде лә, мине лә һөйөндөргән еңеүҙәрем теҙелеп китте: “Ирәндек моңдары”нда – беренсе, “Юлдаш йыры” – беренсе, Тверь ҡалаһында үткән “Дельфийские игры” конкурсында өсөнсө урынды яуланым.

– Рәфис, остаздарың хәтерләүенсә, һин бик күп конкурстарға йөрөүеңә ҡарамаҫтан, яҡшы уҡығанһың да.

– Үҙләштергән һөнәрең күңелеңә ятһа, барыһына ла өлгөрәһеңдер ул. Эйе, Башҡортостан Президенты стипендияһына лайыҡ булдым, колледжды ҡыҙыл дипломға тамамланым. Артабан Өфө дәүләт сәнғәт академияһының вокал бүлегенә, Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы Сәғитованың класына уҡырға индем.

– Һәм бында ла һинең еңеүҙәрең дауам итте...

– Эйе, уҡыуҙың тәүге йылында уҡ Мәскәү ҡалаһының Гнессин залында сығыш яһап, призлы урын яуланым. Артабан “Башҡорт йыры”нда – беренсе, Салауат йыйынында – беренсе, Тольятти ҡалаһында үткән “Студенттар яҙы”нда – икенсе, “Иҙел” фестивалендә – беренсе, Ҡазан ҡалаһында үткәрелгән “Татар моңо”нда – икенсе, ошо уҡ Ҡазан ҡалаһында уҙған Рәшит Ваһапов исемендәге конкурста беренсе урынға лайыҡ булдым.

– 2018 йыл һинең өсөн бигерәк уңышлы булды, шулай бит?

– Үткән йыл Өфө ҡалаһында, Башҡортостандың иң ҙур залында мин үҙемдең тәүге концертымды ҡуйҙым. Уның беренсе бүлеген симфоник оркестр менән үткәрҙем. Дауамлы ваҡыт эсендә тамашасы менән үҙең генә йөҙгә-йөҙ ҡалыуың оло көсөргәнешлекте талап итһә лә, унан һуң үҙемдә сикһеҙ көс-дәрт тойҙом. Шулай уҡ июлдә Францияла бер айлыҡ гастроль туры менән йөрөп ҡайттым. Парижда һәм Францияның бик күп ҡалаларында сығыш яһаным. Француздар сығышымды бик яратып ҡабул итте. Айырыуса “Калинка”йыры көслө алҡыштарға күмелде. Хатта миңә “Мистер Калинка” тип исем ҡушып ҡуйҙылар (көлә). “Юлдаш хит-2018” йомғаҡлау концертында бүләкләнеүем дә күңелемде үҫтереп ебәрҙе.

– Һин былтыр “Башҡорт йыры” проектында ла ҡатнашып, еңеү яуланың.

– Эйе, был проектта башҡорт-татар эстрадаһының бар сағыу йондоҙҙары ҡатнашты. Мин Рим Хәсәнов ижад иткән “Әсәй, йәнем, һағындым” тигән йыр менән “Йыл йырсыһы” исеменә лайыҡ булдым.

– Һәм бына, ниһайәт, һин тыуған яҡтарыңа концерт менән киләһең. Моң яратыусыларҙы ниҙәр көтә?

– Яңы йырҙарым менән бер рәттән халыҡ үҙ итеп өлгөргән йырҙар ҙа яңғыраясаҡ. Концертты юмор оҫтаһы Зөлфир Басыров алып барасаҡ. Шулай уҡ бер туған ҡустым Алмас Сирусин, йәш йырсы Резеда Бүләкова, оҫта баянсы Илгиз Юлдашбаев һәм төркөмөбөҙҙөң бейеүселәре ҡатнашасаҡ. Берсә моңландырған, берсә көлдөргән онотолмаҫ тамашабыҙ 15 мартта Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә буласаҡ. Рәхим итегеҙ!

– Саҡырыуыңа рәхмәт. “Һаҡмар” гәзите аша тағы ниҙәр әйтергә теләр инең?

– Мин Баймаҡ ерендә тыуып үҫеүем менән бәхетлемен. Сөнки һәр саҡ райондаштарымдың терәк-таянысын тойоп үҫтем, әле лә “Үҙебеҙҙең егет!” тип әйтеүҙәрен ишетеп һөйөнәм. Шуның өсөн бар баймаҡтарға, ҡәҙерле ата-әсәйемә сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм һәм улар алдында баш эйәм.

– Рәхмәтле була белгәнең өсөн үҙеңә рәхмәт, Рәфис! Тик уңыштар юлдаш булһын һиңә!
Читайте нас: