Һаҡмар
-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Март 2019, 12:13

“Ҡая ташҡа баҫып ҡурай тарттым...”

Сәмәү Тауышҡайым минең таш ярырлыҡ, Һандуғас та түгелмен һайрарға. Зауыҡлы ла ғүмерем үтеп бара Хеҙмәт итеп йөрөп байҙарға. Еккән генә атым, һай, ел кеүек, Елгән саҡтарында – ҡош кеүек. Үтеп кенә барған, һай, ғүмерем Йоҡоларҙа күргән дә төш кеүек. Ҡая ташта тороп ҡурай тартам, Ишетһендәр ҡурай моңдарын. Шул урында тағы бер йырлайым Батыр егеткәйҙең моң-зарын. (йырҙың тарихын сайттан уҡығыҙ)


Үҫеп килгән йәш быуын үҙ милләтенең тарихын, ер-һыу атамаларын, ауыҙ-тел ижадын мотлаҡ белергә тейеш. Быуаттар һынауын үтеп, бөгөнгәсә килеп еткән халыҡ йырҙарын балаларға өйрәтеү бик кәрәк тип уйлайым. Шул йәһәттән яҡташыбыҙ, мәшһүр ҡурайсы Кәрим ағай Дияровтың “Сал Уралдың моңдары” китабынан бығаса бер ҡайҙа ла ишетелмәгән “Сәмәү” (“Сәмиғулла”) исемле халыҡ йырын гәзит уҡыусыларға тәҡдим итмәксемен.

Борон районыбыҙҙың Иҫәнбәт ауылында йырға маһир, телгә сәсән Сәмиғулла исемле ҡурайсы егет булған. Өҫтәүенә, ул бил бирмәҫ көрәшсе, мәргән уҡсы, ә бесән өмәләрендә оҫта салғысы булып тирә-яҡҡа дан алған. Байҙарға бесән сапҡан саҡта йырлап, ҡурай уйнап барыр булған. Уны ишетеп Ирәндек буйындағы ауыл халҡы: “Сәмәү иртәнге һыуһында эшкә китеп тә бара”, – тип йоҡонан уянған. Оло сабынлыҡтарҙы саптырыр өсөн байҙар йыш ҡына өмәләр үткәргән, шуларҙың береһендә Сәмиғулла өр-яңы йыр башҡарған, ҡурайҙа уйнаған. Бесәнселәр был йырҙы бик яратып тыңлаған һәм “Сәмәү көйө” тип исем бирәләр.

Халҡыбыҙҙың йырҙарын быуындан-быуынға тапшырыу, уны күңел байлығы итеп ҡәҙерләп һаҡлау – һәр башҡорттоң мөҡәддәс бурысы.

Рәил ХӘСӘНОВ,

Ниғәмәт мәктәбе уҡытыусыһы.
Читайте нас: