Һаҡмар
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Июль 2018, 17:18

Моңо арбай йөрәктәрҙе

Алмас Хөсәйенов – Казанка ауылы егете. 9-сы класты тамамлағандан һуң Сибай сәнғәт колледжына уҡырға инә. Бөгөн иһә Алмас Өфө сәнғәт институтында белем ала, опера оҫталығына өйрәнә.

Ауылдаштары уның кескәй саҡтан һәр сараны йырҙары менән биҙәүен һоҡланып хәтерләй. Алмастың ҡартатаһы Ғимал Ноғоман улы Хөсәйенов заманында “Ирәндек” совхозының та-нылған ҡурайсыһы булды. Ул ейәнен кескәй генә сағынан халыҡ йырҙарын башҡарыу, ҡурай тартыу серенә өйрәтте. Алмастың сабый сағында илауын ишетеп, Ғимал Ноғоман улы уның йырсы буласағын әйтә. Өләсәһе Фатиха Ғимал ҡыҙы ла бик матур йырлай. Шуға күрә Алмас йыр-моң донъяһына сорналып үҫә. Бер туҡтауһыҙ үҙ өҫтөндә эшләгән, үрҙәргә ынтылған егетте остаздары ла бик маҡтай. Алмас Хөсәйеновты “Йәшлек” гәзите “Йыл йырсыһы” тип билдәләне. Бынан тыш С.Низаметдинов исемендәге асыҡ конкурста беренсе дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Шулай уҡ “Татар моңо” конкурсында ике мәртәбә ҡатна-шып еңеү яуланы. Радик Гәрәев исемендәге асыҡ конкурсында барыһын да таланты менән хайран ҡалдырып Гран-при яуланы, ә Екатеринбургта үткән халыҡ-ара конкурста алтын миҙал менән бү-ләкләнде. Алмас быйыл үткән “Ирәндек моңдары” фестиваленең дә сағыу биҙәгенә әүерелеп, беренсе дәрәжә лауреат исемен алды.

Хәҙерге ваҡытта талантлы Баймаҡ егете башҡорт кинофильмына йәлеп ителгән. “Һаҡмар” гәзитенең уҡыусы-лары өсөн генә сер итеп әйтәбеҙ: ул Мәғәфүр Хисмәтуллиндың йәш сағын уйнай.

Һәр яҡтан талантлы, аҡыллы, иҫ киткес моңло башҡорт егетенә киләсәктә лә тик оло еңеүҙәр юлдаш булһын!

Гүзәл Иҫәнгилдина.
Читайте нас: