Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Июль 2018, 17:38

Ғаиләләр сәхнәгә сыҡты

Ошо көндәрҙә Икенсе Этҡол ауылында 4-се, 5-се һәм 6-сы һайлау округтарының Гала-концерты үтте. Әйтергә кәрәк, был сара йыл башынан дауам итте һәм ул Ғаилә йылына ҡарата ойошто-ролған ине.

Ауыл Советы депутаттары Азамат Ишйәров (4-се һайлау округы депутаты), Айбулат Ғүмәров (5-се), Ринат Рәхимов (6-сы) үҙ һайлаусылары менән шундай матур, бай йөкмәткеле концерт әҙерләгәндәр ине. Улар март, апрель һәм майҙа үҙ сығыштары менән халыҡты һөйөндөрҙө. Концерт номерҙары араһынан иң-иңдәре һайлап алынды һәм Гала-концертҡа сығарылды.
Сара бик тә ойошҡанлы барҙы һәм унда бөтә ауыл халҡы ҡатнашты тиһәм дә хата булмаҫ, моғайын. Кемдер сәхнәлә сығыш яһаһа, тамашасылар араһында ла уларға ҡушылып йырлап, бейеп ултырыусылар табылды. Әртистәрҙең дәртле бейеүҙәрен моңло йырҙар алмаштырып ҡына торҙо. Башҡорт флешмобы, татар халыҡ бейеүе, Рәзифә Абдуллинаның ҡалаҡ менән бейеүе ҙур алҡыштарға күмелде. Ә инде Ишйәровтарҙың һәм Яҡуповтарҙың ғаилә дуэттары, Яңылбикә Арыҫланованың, Абдулла Йосоповтың йырҙары һәр кемдең күңеленә хуш килде. Халыҡ музыка инструменталь ансамбленең төрлө көйҙәр башҡарғанында бер кем дә урынында тыныс ҡына сыҙап ултыра алмағандыр моғайын.
Ауылда Ғаилә йылына арналған саралар дауам итә. Йыл аҙағында оҙон-оҙаҡ бергә йәшәгән һәм йәш ғаиләләр билдәләнәсәк.

Фәниә Мәжитова,

Икенсе Этҡол ауыл китапханасыһы.
Читайте нас: