Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Июнь 2018, 00:02

Уйнат әле гармуныңды!

Күгиҙел ауылында үҙенсәлекле моң оҫтаһы, гармунсы һәм йырсы, әүҙем йәмәғәтсе Әхәт Урмантаевтың 65 йәшлек юбилейына арналған “Уйнат әле гармуныңды!” исемле кисә үтте. Уны ауылдың китапханасыһы, Күгиҙелдең мәҙәниәт һәм әҙәбиәт донъяһына нур өҫтәүсе, бихисап саралар үткәреүсе Зифа Мәүлитова ойошторҙо. Күркәм кисәлә Әхәт Әхмәҙулла улының ауылдаштары, яҡташтары, дуҫтары, йыр-моң һөйөүселәр ихлас ҡатнашты.

Темәс ауылында тыуған Ә.Урмантаевтың барлыҡ тормош һәм хеҙмәт юлы Күгиҙел менән бәйле. Баймаҡ ауыл хужалығы техникумының зоотехния бүлеген, Павловка урман хужалығы училищеһын, Йылайыр ветеринарҙар әҙерләү училищеһын тамамлаған Әхәт Әхмәҙулла улы ғүмерен ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә арнай, “Һәүәнәк” совхозының Комсомол бүлексәһендә эшләй. Тормошо намыҫлы хеҙмәттә үтә, “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” маҡтаулы исеменә, бихисап Почет грамоталарына лайыҡ була.
Ә. Урмантаев бер ҡасан да йыр-моңдан, гармунынан айырылмай, ауылдың, райондың мәҙәниәт тормошонда ҡайнап йәшәй. “Иң яҡшы атай” район конкурсында 2-се, “Уйна, гармун!” республика бәйгеһендә 3-сө урынды яулай, районда ойошторолған йыр һәм таҡмаҡ конкурстарында һәр саҡ еңеүсе булып таныла.
Ул йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Әхәт ағай оҙаҡ йылдар профсоюз комитеты рәйесе була, депутат итеп һайлана, бына тиҫтә йылдан ашыу инде ауылдың ветерандар советын етәкләй. “Атайсал” клубы ағзаһы.
Тормош иптәше Зәлифә Исмәғил ҡыҙы менән матур ғаилә ҡороп, өс ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр, бына 42 йыл инде татыу тормош көтәләр.
Әхәт Әхмәҙулла улын юбилейы менән Билал ауыл биләмәһе башлығы Илдар Саптаров, Баймаҡ үҙәк район китапханаһы директоры Земфира Ильясова, танылған үҙешмәкәр композитор Вилүр Мәүлитов, хеҙмәт ветераны, йырсы Фәрит Йосопов, мәктәп уҡыусылары, китапханасылар, дуҫтары һәм ауылдаштары ихлас тәбрикләне, иң изге теләктәрен еткерҙе.
Артабан да сихри гармуның моңо тынмаһын, үҙенсәлекле һәм халыҡсан йырҙарың сәхнә күрке булһын, Әхәт Әхмәҙулла улы!


Азамат Мөхәмәтшин.

Автор фотоһы.

Читайте нас: