Мәғариф
22 Октября , 06:15

Тынмаһын ҡурай моңо!

Уҙған көндәрҙә ҡаланың 1-се мәктәбендә «Ҡурай моңо - халыҡ рухы» исемле сара үтте. Уның маҡсаты мәктәптәрҙә ҡурай түңәрәген тергеҙеү һәм уларҙың эшмәкәрлеген ойоштороу буйынса кәңәшләшеүгә ҡайтып ҡалды. «Коллегалар, ҡурай мәктәптә музейҙа ғына торорға тейеш түгел, уны уйнай белеүсе уҡыусылар булырға тейеш. Ҡыҙҙар һәм малайҙарҙа был музыка ҡоралына ҡарата һөйөү тәрбиәләйек, ҡыҙыҡһынау уятайыҡ. Мәктәптә кабинет табыу, ҡурайсыларға сәхнәгә сығыуға кейемдәр хәстәрләү мәсьәләһен дә яйлап тормошҡа ашырырбыҙ. Иң мөһиме, ҡурай уйнарға теләк белдереүселәр һәм түңәрәкте алып барыусылар булһын», - тип өндәште Ишбулды Зәйнулла улы Сиражетдинов сығышында. Тулыраҡ: 

Добавить в предпочтительные источники Google

Уҙған көндәрҙә ҡаланың 1-се мәктәбендә «Ҡурай моңо - халыҡ рухы» исемле сара үтте. Уның маҡсаты мәктәптәрҙә ҡурай түңәрәген тергеҙеү һәм уларҙың эшмәкәрлеген ойоштороу буйынса кәңәшләшеүгә ҡайтып ҡалды. Әһәмиәтле, эшлекле һөйләшеүгә ҡоролған кәңәшмәлә район мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Ишбулды Сиражетдинов, Балалар ижады үҙәге директоры Әлмира Дәүләтшина, ҡурай сәнғәтенә битараф булмаусылар, мәктәптәрҙә ҡурай түңәрәген асып, уны етәкләргә теләүселәр, өҫтәлмә белем биреү педагогтары ҡатнашты.

Ҡурай – ябай ғына музыка ҡоралы түгел, ул – халҡыбыҙҙың тарихы. Әммә бөгөн беҙҙе борсоған һорауҙар күп: ҡурай уйнау серҙәрен киләсәк быуынға нисек еткерергә? Балаларҙы был тылсымлы музыка ҡоралына нисек ҡыҙыҡтырырға һәм уйнарға өйрәтергә?

Ошо мөһим һорауҙарға яуап эҙләп, тәжрибә уртаҡлашыу һәм яңы юлдар билдәләү маҡсатында үтте лә инде  был сара. Балалар ижады үҙәге директоры Әлмира Варис ҡыҙы сығышында түбәндәгеләрҙе һөйләне: «Ҡурай — халҡыбыҙҙың йөрәк тибеше. Бөгөн донъя шул тиклем тиҙ үҙгәрә, төрлө мәҙәниәттәр бер-береһенә ҡушыла. Ошо мәлдә үҙ тамырҙарыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу — беҙҙең өсөн мөһим бурыс. Ышанабыҙ, бергәләп кәңәшләшеп, киләсәккә ышаныслы аҙымдар яһарбыҙ һәм ҡурай моңо бер ҡасан да өҙөлмәҫ! Ҡурай - ябай музыка ҡоралы түгел, ә башҡорт булыуыбыҙҙы раҫлаусы, милли рухыбыҙҙы уятыусы изге ҡорал ул.

Йәш быуынды ҡурай серҙәренә төшөндөрөү — ул киләсәккә һалынған иң ҡиммәтле инвестиция. Был процесс тик ноталарҙы йәки көйҙө өйрәнеү генә түгел, ә халҡыбыҙҙың бөйөк рухын киләсәккә тапшырыу тигән һүҙ. Ни өсөн был бөгөн айырыуса әһәмиәтле?

Беренсенән, милли танып белеү. Ҡурайҙы ҡулға алған бала үҙенең кем икәнен, тарихын аңлай башлай. Ул ата-бабаларыбыҙҙың тормош фәлсәфәһенә, халыҡ ижадының тәрәнлегенә үтеп инә. Был унда үҙ халҡына ҡарата сикһеҙ ғорурлыҡ хисе уята. Икенсенән, рухи тәрбиә. Ҡурайҙың моңло тауышы кешене сабырлыҡҡа, нескәлеккә, донъяны матур итеп күрергә өйрәтә. Был инструментта уйнаусыларҙың күңелендә яуызлыҡҡа, тупаҫлыҡҡа урын ҡалмай. Ул донъяға изгелек күҙлегенән ҡарай башлай. Өсөнсөнән, традицияларҙың өҙөлмәүе. Әгәр беҙ бөгөн балаларыбыҙға ҡурайҙың серҙәрен асмаһаҡ, иртәгә был сәнғәт тик музей экспонаты булып ҡалыуы бар. Ҡурай - ҡулдан-ҡулға, йөрәктән-йөрәккә күсә торған тере мираҫ. Уны һаҡлау һәм киләсәккә еткереү — һәр беребеҙҙең изге бурысы.

Ҡурай моңо яңғырағанда ғына башҡорт рухы йәшәйәсәк! Ҡурай — ул беҙҙең үткәнебеҙ менән киләсәгебеҙҙе тоташтырып торған алтын күпер. Шул күперҙе ныҡлы итеп һаҡлау — һәр беребеҙҙең изге бурысы.

 Әммә беҙҙең бурыс — балаларҙы мәжбүри рәүештә өйрәтеү түгел, ә уларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыу. Ҡурай дәрестәре ҡоро теориянан ғына торорға тейеш түгел. Бала ҡурайҙың ябай үҫемлек - еҙ үләненән тылсымлы моң сығанағына әйләнеүен күрергә тейеш.

 Хөрмәтле коллегалар, беҙҙең һәр беребеҙ — ошо боронғо сәнғәтте киләсәккә алып барыусы күпер. Әгәр беҙ бер баланың булһа ла күңелендә ҡурайға ҡарата һөйөү уята алһаҡ, тимәк, беҙҙең эшебеҙ бушҡа түгел. Шулай уҡ уҡытыу методикаһын да камиллаштырыу мөһим. Балаларға ҡурайҙың тарихын һөйләгәндә, уны «ауыр сәнғәт итеп түгел, ә «серле дуҫ» итеп тәҡдим итергә кәрәк. Һәр баланың эсендә ижади потенциал бар, ә ҡурай — шул потенциалды асыу өсөн иң тәбиғи, иң саф юл. Ул баланың тын алышын көйләй, уны тыныслыҡҡа, уйланыуға өйрәтә, был иһә мәғлүмәт ағымында юғалып ҡалған хәҙерге заман балаһы өсөн бик тә кәрәкле сифат. Ҡурай моңо һүнмәһен, ул һәр йортта, һәр мәктәптә, һәр йөрәктә йәшәһен. Сөнки ҡурай — ул беҙҙең тамырҙарыбыҙ, ә тамырһыҙ ағас елдәргә бирешә. Ә беҙ ҡеүәтле, ғорур һәм мәҙәниәтле халыҡ булып ҡалырға тейешбеҙ. Әйҙәгеҙ, бергәләп ҡурай моңон киләсәккә алып барайыҡ», - тип өндәште ул сарала ҡатнашыусыларға.

Мәғариф бүлеге начальнигы Ишбулды Сиражетдиновтың да сығышы фәһемле булды.

«Коллегалар, ҡурай мәктәптә музейҙа ғына торорға тейеш түгел, уны уйнай белеүсе уҡыусылар булырға тейеш. Ҡыҙҙар һәм малайҙарҙа был музыка ҡоралына ҡарата һөйөү тәрбиәләйек, ҡыҙыҡһынау уятайыҡ. Мәктәптә кабинет табыу, ҡурайсыларға сәхнәгә сығыуға кейемдәр хәстәрләү мәсьәләһен дә яйлап тормошҡа ашырырбыҙ. Иң мөһиме, ҡурай уйнарға теләк белдереүселәр һәм түңәрәкте алып барыусылар булһын», - тине Ишбулды Зәйнулла улы үҙ телмәрендә һәм сарала ҡатнашыусы ҡурайсы педагогтарға ҡурай бүләк итте. Артабан ошо ҡурайҙар менән күмәкләп «Урал» һәм «Йәнғәле» көйҙәрен башҡарҙылар. Шул тиклем моңло көйҙәр, күңел түренә үтеп инеп, хатта күҙҙәр йәшләнде...

Артабан ҡурайсылар Рәмил Хәсәнов, Ринат Сабаев,  өҫтәлмә белем биреү педагогы, «Йәнтөйәк» фольклор түңәрәге етәксеһе Айгөл Әхмәтованың сығыштарын, фекерҙәрен дә ҙур иғтибар менән тыңланы ҡунаҡтар.

Кәңәшмәлә шулай уҡ «ҡурай түңәрәге өсөн аҙнаһына күпме сәғәт бүленергә тейеш?», «Нисә йәштән башлап өйрәтеү яҡшыраҡ?», «Уҡыусыларҙы төркөмгә нисек тупларға?» кеүегерәк һорауҙар ҡаралды.  

Йыйылыштың тап ҡаланың  1-се мәктәбендә ойошторолоуы юҡҡа түгел. Сөнки бында ҡурайға арналған музей кабинеты бар. Сараның икенсе өлөшөндә ҡурайсылар музейға сәйәхәт ҡылды. Уның мөдире Эльвира Мырҙабаева ҡунаҡтарҙы ғәйәт бай экспонаттар, тарихи ҡомартҡылар  тупланған музей эшмәкәрлеге менән таныштырҙы.

Мәктәптәрҙә ҡурай түңәрәген асыу планы уңышлы булһын. Баймаҡ -таланттарға бай яҡ, тип, киләсәктә оҫта ҡурайсылар рәтен тулыландырыусылар күп булһын, тип теләйһе ҡала.

Әйткәндәй, ошондай һөйләшеү үтеүе тураһында интернетҡа яҙғанда, «мәктәптәрҙә ҡурай түңәрәктәре күптән кәрәк ине шул!», «рух бөркөп торған, күңелгә май булып ятҡан бик яҡшы яңылыҡ!», «ниһайәт!» тигән комментарийҙар яҙылды. Тимәк, был мәсьәлә күптәрҙе борсоған. Эйе, тынмаһын ҡурай моңдары!

Альбина БАЙЕГЕТОВА.  

Автор:Альбина Байзигитова