Уҙған аҙнала район мәҙәниәт йортонда Уҡытыусылар көнө уңайынан үткәрелгән сарала мәғариф өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләүсе бер төркөм педагогтарға юғары наградалар тапшырылды. Улар араһында Таулыҡай мәктәбенең юғары категориялы уҡытыусыһы Ғәзиз Байегетов та бар. Яташыбыҙға «РФ-тың Почетлы мәғариф хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде. Награданы район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов тапшырҙы. Тырыш хеҙмәткә - лайыҡлы баһа. Ярты быуатҡа яҡын ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған педагогтың дөйөм педагогик стажы 44 йыл. Бөгөн ул Таулыҡай мәктәбендә физкультура, география, биология фәндәренән уҡыта.
«Ғәзиз Йыһанур улы - алдынғы ҡарашлы, маҡсатлы уҡытыусы. Уҡыусыларҙа уҡытҡан фәндәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Һәр дәресен йөкмәткеле, матур итеп үткәрә. Уҡытыу эшенән тыш, мәктәптә мәҙәни, спорт саралары, йә булмаһа экологик өмә булһынмы - һәр саҡ әүҙем ҡатнаша. Эшләү дәүерендә класс етәксеһе булараҡ, биш класс сығарҙы. Әле 7-се кластың класс етәксеһе вазифаһын да уңышлы алып бара. Уҡыусылар, ата-әсәләр менән уртаҡ тел тапҡан коллегабыҙҙы барыһы ла хөрмәт итә. Ғәзиз Йыһанур улын лайыҡлы наградаһы менән ҡотлайым, мәктәп эшмәкәрлеге үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм», - тине мәктәп директоры Рифат Имамбаев.
Ғәзиз Байегетов - уҡытыусылар династияһынан. Уның ҡартатаһы Усман Ғүмәр улы, атаһы Йыһанур Усман улы ла заманында белемле, шәп педагогтар була.
«Уҡытыусы - яуаплы, шул уҡ ваҡытта еңел булмаған һөнәрҙәрҙең береһе һанала. Уны һайлағанға үкенгәнегеҙ булманымы?»- тип һораным Ғәзиз Йыһанур улынан.
«Юҡ, уҡытыусылар нәҫеленән булғас, башҡа һөнәр эйәһе булыуҙы күҙ алдыма ла килтермәнем. Атайым, ҡартатайым, апайымдар аша был изге һөнәр күңелемә бала саҡтан яҡын булды, шуға ла мәктәпте тамамлау менән Сибай педагогия училищеһына уҡырға барҙым», - тине ул.
Уҡыу йортон уңышлы тамалаған үҫмерҙе 1981 йылда йүнәлтмә буйынса Әхмәр мәктәбенә эшкә ебәрәләр. Бер аҙ эшләгәс, хәрби хеҙмәткә алына ул. Унан ҡайтҡас, хеҙмәт юлын Икенсе Этҡол мәктәбендә дауам итә, ситтән тороп Башҡорт дәүләи педагогия институтының география факультетында уҡый. Диплом алғас, тыуған ауылы Таулыҡайға ҡайтып төпләнә һәм хеҙмәт юлын ошо ауыл мәктәбендә дауам итә. Талапсан, етди, үҙ фәненең нескәлектәрен яҡшы белгән уҡытыусының уҡыусылары район кимәлендәге олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында призлы урындар ала, спартакиадала йыл һайын беренсе урын яулай.
Әүҙем ир уҙаман ауыл тормошондағы сараларҙан да ситтә ҡалмай. 2024 йылда таулыҡайҙар «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашҡанда, Ғәзиз Байегетов конкурс шарттарына ярашлы төрлө саралар ойоштороп, иң әүҙемдәр рәтендә булды. Ҡышҡы каникулда, 23 февраль, 8 март байрамдарында мәктәптә Таулыҡай һәм күрше ауылдар халҡы командалары араһында волейбол ярыштары үткәреп, спортты пропагандалай. Көн дауамында барған сәмле ярышта ҡатнашыусылар, рәхәтләнеп уйнап, бүләктәр алып, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашып, сараны үткәреүсе Ғәзиз Байегетовҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткереп таралыша ине.
Ғаиләһенән дә уңған Ғәзиз Йыһанур улы. Тормош иптәше, Икенсе Этҡол ауылы һылыуы Йәнбикә Фәхрислам ҡыҙы менән ауылда өлгөлө ғаиләләрҙең береһе булып гөрләтеп донъя көтәләр. Йәнбикә Фәхрислам ҡыҙын ауылдаштары оҫта ҡуллы тегенсе булараҡ белә һәм хөрмәт итә. Юрған-түшәктәр, күлдәк-салбарҙар - уңған ханым барыһын да тегә. Байегетовтар бер ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләп, уларҙы һөнәрле итеп, оло тормош юлына сығаралар. Атанан күргән - уҡ юнған, әсәнән күргән - тун бескән, тиҙәр. Балалары ла, ата-әсә өлгөһөндә эш һөйөүсән, тырыш булып үҫә, ҡәҙерле кешеләрен ҡыуандырып, матур итеп йәшәй һәм эшләп йөрөйҙәр. Улдары Фәйез - Баймаҡ водоканалында директор. Тормош юлдашы Фидалиә менән ике ҡыҙ һәм ике ул үҫтерә. Фәнисә - Өфө ҡалаһындағы «Роснефть» компанияһында архивариус. Улар Фәһим Зәки улы менән ике бала тәрбиәләй. Баймаҡта йәшәүсе Зөбәржәт - Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында студенттарға математика фәненән белем бирә.
«Алты ейән-ейәнсәребеҙ, балаларыбыҙ - иң ҙур байлығыбыҙ», - тип бәхетле йылмая өләсәй менән ҡартатай. Туған йәнле, ихлас, изге күңелле ул Йәнбикә һәм Ғәзиз Байегетовтар. Уларҙың ҡотло, нурлы донъяһында туғандары, дуҫтары өсөн ишек һәр саҡ асыҡ. Ғәзиз Йыһанур улы 2019 йылда Байегетовтарҙың шәжәрә байрамын ойошторҙо. «Һәр кеше, бигерәк тә йәш быуын ете быуын шәжәрәһен, туғандарын танып-белеп үҫергә тейеш», - тип иҫәпләй ул. Бына шулай ойоштороу һәләтенә лә бай ул Ғәзиз Йыһанур улы.
Ошо көндәрҙә мәҡәләм геройы үҙенең 65 йәшлек ғүмер байрамын ҡаршыланы. Йырҙағыса, ир-егеттең йәшен һорамайҙар, ә күрһәткән эшен һынайҙар. Мәктәп, ауыл тормошо үҫешенә тос өлөш индергән, төрлө сараларҙы әүҙем ойошторған, шул уҡ ваҡытта хәстәрлекле ғаилә башлығы, туған йәнле, изге күңелле Ғәзиз Йыһанур улы күптәргә өлгө булырлыҡ ир-уҙаман. Уны ғүмер байрамы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Һаулыҡ, ғаилә именлеге, балалар ҡыуанысы теләйбеҙ. Күңел һалып эшләгән уҡытыусы хеҙмәтегеҙ һәм яратҡан ғаиләгеҙ менән бәхетле булығыҙ.
Альбина БАЙЕГЕТОВА.