Һайлаған һөнәрҙәренә тоғро ҡалып, ғүмерҙәрен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған уҡытыусылар ихтирам һәм һоҡланыу тойғоһо уята. Билал мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зимфира Ғүмәрова тап шундайҙарҙан. Уның дөйөм педагогик стажы - 43 йыл. Һөнәри байрамдары уңайынан алдынғы ҡарашлы, тәжрибәле уҡытыусы менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
- Үҙ эшенең оҫтаһы, уҡыусыларҙың яратҡан уҡытыусыһы ҡайһы ауылда тыуып, ниндәй мәктәптә белем алды икән?
- Мин республикабыҙҙың хозур тәбиғәтле ерендә, Ирәндек тауы итәгендә урынлашҡан Күгиҙел ауылында тыуғанмын. Урындағы мәктәптә һигеҙ класс белем алдым, артабан уҡыуымды Сибай гимназия-интернатында дауам иттем. Аттестат алғас, һөнәр алыу маҡсатында БДУ-ның башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегенә уҡырға индем.
- Мәктәп йылдарында уҡ киләсәктә уҡытыусы булырға ҡарар иттегеҙме?
- Эйе, сөнки бәләкәй саҡтан был изге һөнәрҙе үҙ итә инем. Һәр дәрескә, предметҡа һөйөү менән бағып, остаздарыма ҡарап, тап улар кеүек алдынғы ҡарашлы уҡытыусы булыу теләге бар ине. Аллаға шөкөр, бөгөнгө көндә хыялым тормошҡа ашты .
- Хеҙмәт юлығыҙҙы ҡайҙа башланығыҙ?
- Хеҙмәт юлымды 1983 йылда Билал урта мәктәбендә өлкән пионервожатый булып башланым. Балалар менән гөж килеп саралар әҙерләүҙәр, яңынан-яңы идеялар менән уртаҡлашыуҙар күңел түремдә матур хәтирә булып һаҡлана.
- Бөгөн һеҙ - мәғариф өлкәһендә 43 йыл стажы булған тәжрибәле уҡытыусы. Уҡыусыларҙа уҡытҡан фәнегеҙгә ҡарата нисек һөйөү тәрбиәләйһегеҙ?
- Һәр дәрескә күңел йылыһы биреп, уны ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә тырышам. Сөнки был бик мөһим. Балалар һинең кәйефеңде, теләгеңде, ҡарашыңды әллә ҡайҙан белеп тора. Төп тәрбиә ғаиләнән, ата-әсәнән килә, әммә беҙ унан һуң баланың мөһим һыҙаттарын күреп, юл күрһәтәбеҙ, фәнгә һөйөү тәрбиәләйбеҙ. Дәрестәрҙә яңы алымдар ҡулланып эшләргә кәрәк. Йылдар үткән һайын балалар үҙгәрә. Дәрес заман талаптарына тура килергә тейеш. Һәм беҙ, уҡытыусылар, алдан күҙаллап дөрөҫ юл күрһәтергә тейеш. Шул саҡта ғына заман уҡыусыһын фән менән ҡыҙыҡһындырырға мөмкин.
- Педагог ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?
- Уҡытыусы иң беренсе үҙ эшен яратып башҡарырға, үҙ-үҙенә талапсан һәм яуаплы булырға тейеш. Шул осраҡта ғына ниндәйҙер яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә була. Һәр эштә лә яуаплылыҡ кәрәк. Кем булып эшләһәң дә иң яҡшыһы бул: юл эшсеһеме, икмәк бешереүсеме, һатыусымы, шофермы – һәр саҡ, һәр ваҡыт үҙ эшеңде яратырға һәм күңел биреп эшләргә кәрәк.
- Үҙегеҙҙең һәм уҡыусыларығыҙҙың уңыштары күп икәнен ишетеп беләбеҙ. Уртаҡлаша алмаҫһығыҙмы икән?
- Минең өсөн төп уңыш – ул баланы Республикаға, Рәсәйгә кәрәкле шәхес итеп тәрбиәләү. Әгәр ҙә уҡыусы үҙ юлын таба икән, тимәк, һин ҡуйған маҡсаттар, белемдәр бушҡа булмаған. Һәм тағы ла уңыш – ул уҡыусыларҙың рәхмәте, иғтибары һәм ихтирамы. Төрлө байрамдарҙа, юлда күргәндә әйтеп киткән рәхмәт һүҙҙәрен ҙур уңыш тип ҡабул итәм. Шулай уҡ бөгөнгө көндә эшемде юғары баһалағандары өсөн мәктәбебеҙгә, уның етәкселегенә, район мәғариф бүлегенә оло рәхмәт. Әлеге ваҡытта мәғариф өлкәһендәге юғары күрһәткестәр һәм уңыштар өсөн «Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре», «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы» исемдәренә, төрлө кимәлдәге Маҡтау ҡағыҙҙарына, Рәхмәт хаттарына лайыҡ булдым. Былар - уҡыусыларым менән бергә яуланған үрҙәр һәм еңеүҙәр.
Ә уҡыусыларға килгәндә, алда әйтеп үткәнемсә, уларҙың тормошта үҙ юлдарын табыуы - иң ҙур уңыштары, тиер инем. Йылдар үткән һайын үҙем башҡарған эштең ни тиклем яуаплы булыуына төшөнәм. Педагог булып оҙаҡ йылдар эшләгән дәүеремдә өлгө итеп алырлыҡ күп кенә уҡыусыларым бар. Улар тормошта үҙ урындарын табып, матур ғаилә ҡороп, балаларына башҡорт рухында тәрбиә бирәләр. Улар төрлө сараларҙа ҡатнашып, ата-әсәләрен, уҡытыусыларын ҡыуандыра.
Шулай уҡ әүҙем уҡыусылар менән йыл һайын төрлө кимәлдәге фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, шиғыр бәйгеләрендә, инша конкурстарында, олимпиадаларҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулайбыҙ. Һуңғы йылдарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиадала республикала кимәлендә юғары уңыштарға өлгәштек.
- Һеҙҙең юлығыҙҙы һайлап, тел уҡытыусы булып эшләүселәр бармы?
- Эйе, тиҫтәләгән уҡыусы бөгөнгө көндә минең юлымды һайлап, үҫеп килгән йәш быуынға тел нескәлектәрен өйрәтә. Хәҙер уларҙың ҡайһы берәүҙәре минең коллегаларым да.
- Зимфира Фазлиахмәт ҡыҙы, тос фекерҙәрегеҙ, йөкмәткеле әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Һөнәри байрамығыҙ уңайынан ҡотлап, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!
Альбина БАЙЕГЕТОВА әңгәмәләште.