Мәғариф
4 Октября , 14:30

Йәш уҡытыусыға уңыштар юлдаш булһын!

Нурзилә Ғәббәс ҡыҙы химия фәнен яратып уҡыта

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәш уҡытыусыға уңыштар юлдаш булһын!Йәш уҡытыусыға уңыштар юлдаш булһын!
Йәш уҡытыусыға уңыштар юлдаш булһын!

Ниғәмәт мәктәбе уҡытыусыһы Вәлиева Нурзилә Ғәббәс ҡыҙы:

- Бала саҡтан уҡ мин кем булырға теләүемде белә инем: беҙ һеңлем менән йыш ҡына уҡытыусы булып уйнаныҡ,- тип йылмая.

2017 йылда БДПУ дипломын ала. Артабан туған мәктәбендә педагогик эшмәкәрлеген башлай. 

- Химия уҡытыусыһы уҡытҡан фәне менән тирә-яҡ күренеште  берләштерә ала. Реакция тураһында һөйләү генә түгел, ә уҡыусылар менән бергә: ни өсөн ҡоймала тутыҡ барлыҡҡа килеүен белергә,  соданы уксус менән һүндергәндә нимә була һәм башҡалар. Эштә цифрлы инструменттар ҡулланам. Виртуаль лабораториялар — улар беҙҙең мәктәп шарттарында үткәреп булмаҫлыҡ реакцияларҙы күрһәтергә мөмкинлек бирә,- ти алдынғы ҡарашлы уҡытыусы. 

Автор:Гузель Салихова