Мәғариф
4 Октября , 15:25

Туған тел - рухи үҫеш ул

Туған тел уҡытыусыһының төп бурысы – рухлы илһөйәр шәхес тәрбиәләү. Сөнки туған телен белгән кеше генә шәхес булып етешә. Тамырҙары ныҡ баланың ғына рухы көслө була. Тамырын белгән кеше тормош елдәренә бирешмәй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Туған тел - рухи үҫеш улТуған тел - рухи үҫеш ул
Туған тел - рухи үҫеш ул

Ниғмәтуллина Лиза Урал ҡыҙы - Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

- Мин үҫкән заманда һөнәрҙәрҙең иң аҫылы булып уҡытыусы һөнәре һанала ине. Мәктәптә “бишле” билдәһенә уҡыған уҡыусылар, һис шикһез уҡытыусы булырға тейеш, тип уйлай инек. Бәлки шуның өсөн дә минең алдымда “кем булырға?” тигән һорау тормағандыр. Башҡа һөнәрҙәр тураһында уйлап та ҡараманым. Мин бәләкәй саҡтан уҡырға яраттым. Уҡырға өйрәнеү менән ауыл китапханаһының әүҙем уҡыусыһына әйләндем. Көн һайын тиерлек йөрөй инем. Китапханасы Гөлназ инәй миңә әҙәбиәткә һөйөү уятыусыларҙың береһе тип әйтә алам. Мәктәп йылдарында миңә иң яҡшы уҡытыусылар белем бирҙе. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәрифуллина Зәнүфә Ғилметдин ҡыҙының дәрестәрен айырыуса көтөп ала инем. Киләсәктә туған тел уҡытыусыһы һөнәрен һайлауыма уҡытыусымдың иҫ киткес ҡыҙыҡлы дәрестәре этәргес булғандыр. Тәүге дәресемде Башҡорт дәүләт педагогия институтының 4 курсында уҡыған саҡтағы педагогик практика ваҡытында бирҙем. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се гимназия интернатының 9 класс уҡыусылары һәм педагогик практика етәкселәре алдында һынау тоторға тура килде. Дәресем уңышлы булды, уҡытыусыларым мине маҡтап, дәртләндереп ҡайтты. Ошо тәүге уңышым миндә ышаныс уятты. Минең туған телем минең менән тыуғанымдан алып. Мин бәхетле бала, сөнки телем әсәм телендә асылған, тәүге һүҙем дә “ӘСӘЙ” булған! Заман башҡа заң башҡа, ти халыҡ. Бынан 15-10 йыл элек балалар туған телдә күберәк аралаша, китап менән ҡыҙыҡһына ине. Ә бөгөнгө балалар заман технологияларынан ҡалышмай, уларҙы оҫта файҙалана. Ләкин күңелдәре менән улар барыбер бер иш: шаян, алсаҡ, ҡыҙыҡһыныусан! Мин – туған тел уҡытыусыһы. Туған телебеҙҙә белем биреү миңә ҙур бурыстар йөкмәтә. Сөнки бөгөнгө көндә хатта ауыл балалары ла күбеһенсә рус телендә аралаша. “Нимәгә кәрәк ул – башҡорт теле”,- тигән фекерҙәр ҙә бар. Эйе бөгөнгө көндә бала туған телдән дәүләт имтиханы тапшырмай, ләкин был туған телгә битарафлыҡ тыуҙырырға тейеш түгел. Телебеҙ өйрәнелергә, киләһе быуындарға тапшырылырға тейеш. Ул - милләтебеҙҙең йөҙөк ҡашы, уның тарихы, мәҙәниәте һәм үлемһеҙ мираҫы. Фәндәр араһында да уның үҙ урыны, үҙ тәхете бар. Замана балаһын ҡоро һүҙ менән генә ҡыҙыҡһындырып булмай хәҙер. Уҡытыусыға заман менән бергә атларға, яңы методик алымдар әҙләргә, яңы техник сараларҙы, информацион технологияларҙы ҡулланырға, белем биреүҙең төрлө ысулдарын һынап ҡарарға тура килә. “Һуғышта бар сара ла яҡшы” тигән әйтемдәге һымаҡ, бөтә мөмкинселектәрҙе ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышам. Халҡыбыҙҙың быуаттар буйына йыйған тәрбиә алымдарын, аҡылын, тәжрибәһен үҙенә туплаған халыҡ ижадына мөрәжәғәт итеү ҙә уңышлы тип уйлайым. Бөгөнгө көндә яһалма зиһен ярҙамында яһалған видео, йәнһүрәттәр халыҡ ижадын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙы уятыуға этәргес булып тора. Уҡыусыларым мине эскерһеҙлеккә, бәләкәй генә шатлыҡҡа ла ихлас ҡыуанырға, заман менән бергә атларға өйрәтте. Мин уҡыусыларыма Мәрйәм Бураҡаеваның “Арғымаҡ” китабын уҡырға тәҡдим итәм, сөнки был китап - милли аңды үҫтереүсе әсбап

Туған тел уҡытыусыһының төп бурысы – рухлы илһөйәр шәхес тәрбиәләү. Сөнки туған телен белгән кеше генә шәхес булып етешә. Тамырҙары ныҡ баланың ғына рухы көслө була. Тамырын белгән кеше тормош елдәренә бирешмәй.

Автор:Гузель Салихова