

Был педагогик династия Ишбирҙе дөйөм белем биреү мәктәбен инде 7 йыл етәкләүсе директор Ләйсән Сәфәрғәле ҡыҙы Дәүләткилдина, әсәһе, мәғариф ветераны, 38 йыл стажлы башланғыс класс уҡытыусыһы Нәсихә Дәүләтғәле ҡыҙы һәм Баймаҡ лицей интернатында инглиз теленән белем биреүсе йәш белгес - ҡыҙы Камила Йәҙгәр ҡыҙы менән.
Нәсихә Дәүләтғәле ҡыҙы үҙенең уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеген Өмөтбай ауылында башлаған. Тормошҡа сыҡҡас, тыуған ауылы Ишбирҙелә үҙ һөнәренә тоғро ҡалып, 38 йыл фиҙаҡәр хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыға. Ләйсән Сәфәрғәле ҡыҙы Ишбирҙе мәктәбендә 2018 йылдан эшләй, 2020 йылдан етәксе итеп тәғәйенләнде. Ашаған белмәй, тураған белә тигәндәй, етәксе эшенең ауырлығын был эштә эшләүсе генә аңлайҙыр. Эшләү дәүерендә Ләйсән Сәфәрғәле ҡыҙы үҙенең коллективында абруйлы, яуаплы, һәр ситуацияны объектив баһалауға өҫтөнлөк биргән ғәҙел етәксе итеп танытты. Камила Йәҙгәр ҡыҙы Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай филиалында 5 курс студенты, сентябрҙән Баймаҡ лицей интернатында инглиз теленән уҡыта. Камила уҡытыусы, йә тәрбиәсе булырға бала саҡтан хыялланды, үҙе кескәй балаларҙы яратты. Шуғалыр уның тәүге алған һөнәре тәрбиәсе, Сибай педколледжының мәктәпкәсә белем биреү бүлеген тамамланы. Һайлаған һөнәре үҙенә оҡшай, бигерәк тә сит телдәрҙе өйрәнеү уға ныҡ ҡыҙыҡлы булды, үҙ аллы корей (корейский ) телен дә үҙләштерә. 2025 йылда Өфө ҡалаһында үткән башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән "Әсә теле" республика конкурсында 2 се урын яуланы. Нәсихә Дәүләтғәле ҡыҙы бөгөнгө көндә лә Ишбирҙе ауылында бик әүҙем, дәртле ветерандарыбыҙҙың береһе. "Фәтихә" ансамбле ағзаһы, мандолинала уйнай, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Йәштәргә уның теләге шул: ҡурҡмай уҡытыусы һөнәрен һайлаһындар, сөнки уҡытыусы - ул киләсәкте тәрбиәләүсе. Замана технологиялары бөгөнгө уҡытыусы эшен күпкә еңелләштерә, заман менән бергә атлаусы йәш уҡытыусылар күберәк булһын! Милләтебеҙ киләсәген, аҡылын, рухын тәрбиәләүҙә уңыштар теләйем!