Мәғариф
28 Августа , 10:25

Лайыҡлы быуын тәрбиәләнә

Кәрешкә мәктәбе - районда уҡыусыларға белем һәм тәрбиә биреү, яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән алдынғы белем усаҡтарының береһе. 9 йыллыҡ мәктәптә барлығы 40 уҡыусы белем ала. Тулыраҡ сайтта:

Кәрешкә мәктәбе - районда уҡыусыларға белем һәм тәрбиә биреү, яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән алдынғы белем усаҡтарының береһе. 9 йыллыҡ мәктәптә барлығы 40 уҡыусы белем ала. Коллективта бөтәһе 9 уҡытыусы һәм төрлө эштәрҙә 9 хеҙмәткәр эшләй. Уҡыусылар район, республика кимәлендәге төрлө олимпиадаларҙа, ярыштарҙа ҡатнашып, имтихандарын яҡшы баһаға тапшырып, мәктәп данын лайыҡлы яҡлай. Һуңғы йылдарҙа улар башҡорт теле һәм әҙәбиәте, технология, физика, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәренән район олимпиадаларында призлы урындар яулай. Бынан тыш, уҡыусылар район кимәлендәге инша яҙыу, һүрәт төшөрөү, шиғыр һөйләү, инглиз йыры буйынса ярыш һәм башҡа конкурстарҙа яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә.

«Беҙҙең коллектив берҙәм, татыу. Бында үҙ эштәренә яуаплы ҡараған, уның нескәлектәрен яҡшы белгән талапсан педагогтар эшләй. Улар араһында төрлө предметтар уҡытыусылары: Дилә Юлдашбаева, Әлфис Вәлишин, Резеда Һунаршина, Алсу Вәлишина, Гөлнәзирә Йәминева, Мәлифа Бигилдина, Сәкинә Торсонбаева, Резеда Юлдашбаева бар. Шулай уҡ башҡорт теле уҡытыусыһы Яңылбикә Вәлишина менән тәрбиәүи эштәр буйынса директор кәңәшсеһе Тәғзимә Ишбаеваны ла билдәләп үтмәйсә булмай.  Улар ошо мәктәптә 35 йыл намыҫлы эшләп, быйыл хаҡлы ялға сыҡтылар. Алдынғы ҡарашлы, белемле педагог Яңылбикә Рауил ҡыҙының уҡыусылары башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәндәре буйынса район, республика кимәлендәге конкурстарҙа һәр саҡ призлы урындар яулай ине.  Эйе, уҡыусыларҙың уңышы артында - уҡытыусының тырыш хеҙмәте, ныҡышмалылығы ята. Сығарылыш класы уҡыусылары йыл һайын Дөйөм дәүләт  имтихандарын   уңышлы тапшырып беҙҙе, ата-әсәләрен ҡыуандыра. Мәктәбебеҙҙе «ҡыҙыл аттестат», йәғни өлгөлө аттестатҡа тамамлаусыларҙың булыуы ла һөйөндөрә. Былтыр, мәҫәлән, ике уҡыусыбыҙ - Наҙгөл Йәнтилина менән Гүзәлиә Рафиҡова, быйыл Лиана Бигилдина мәктәпте шундай аттестатҡа тамамланы», - тине Кәрешкә мәктәбе директоры Гөлшат Дәүләтбаева.

Һайлаған һөнәрҙәрен балаларға аң һәм белем биреүгә бағышлаған, йәш быуынды илебеҙҙең лайыҡлы граждандары итеп тәрбиәләүгә күп көс һалған, уҡытыу-тәрбиә эшендә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән Кәрешкә мәктәбе коллективына «афарин» тибеҙ һәм артабан да яуаплы эштәрендә уңыштар теләп ҡалабыҙ.

Альбина БАЙЕГЕТОВА.

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас