Мәғариф
28 Апреля , 12:10

Беҙ төрлө, әммә берҙәм!

Ҡаланың «Миләш» балалар баҡсаһында "Беҙ төрлө, ләкин беҙ берҙәм" исемле  бик фәһемле сара үтте. Уның маҡсаты балаларға аутизм тураһында мәғлүмәт биреүгә ҡайтып ҡалды. Сара  "Минең ҡустым айҙан" исемле йәнһүрәт ҡарауҙан башланды.Тулыраҡ сайтта:

 «Миләш» балалар баҡсаһында "Беҙ төрлө, ләкин беҙ берҙәм" исемле  бик фәһемле сара үтте. Уның маҡсаты балаларға аутизм тураһында мәғлүмәт биреүгә ҡайтып ҡалды. Сара  "Минең ҡустым айҙан" исемле йәнһүрәт ҡарауҙан башланды. Был йәнһүрәттә ҡыҙҙар һәм малайҙар аутизмға дусар булған туғандары тураһында һөйләне. Балалар йәнһүрәт аша уларҙың  ниндәй сифаттарға эйә булыуын, нимәнән ҡурҡыуҙарын, нимәне яратыу йәки яратмауҙарын, бергәләп ниндәй уйындар уйнауҙары һәм уларҙың хәлен еңеләйтеү өсөн ата-әсәләре нимәләр эшләүҙәре тураһында белде.

 Йәнһүрәтте ҡарап бөткәндән һуң, уҡытыусы-дефектолог Дилә Исхаҡова  балаларға аңлайышлы рәүештә  "Беҙ төрлө, ләкин беҙ берҙәм" исемле әңгәмә үткәрҙе. Баланың күҙҙәрен бәйләп, икенсе бала уны етәкләп, матур итеп аңлатып, юл аша сығырға ярҙам итте, ҡолаҡтары насар ишеткән, аяҡтары ауыртҡан, шулай уҡ аутизмға дусар булған балалар был донъяны нисек ҡабул итеүҙәрен уйын формаһында күрһәттеләр. Сара аҙағында балалар баҡсаһы психологы Наталья Карпова баҡса тәрбиәләнеүселәрен берләштереү маҡсатында фәһемле уйындар үткәрҙе.

  Бынан тыш, һәр төркөмдә балалар менән аутизм темаһына әңгәмә үткәрҙеләр, һүрәт төшөрҙөләр, ата-әсәләргә аутизмды иҫкәртеү, уның тәүге билдәләрен нисек белеү тураһында мәғлүмәттәр яҙылған ҡағыҙ тараттылар. Балалар баҡсаһына килеп инеү менән урынлашҡан стендты ла ата-әсәлар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡып, үҙҙәренә файҙалы мәғлүмәт алдылар. Күк төҫтәге шар формаһында эшләнгән "Һин эшләй алаһың..." тигән һөйләмде дауам итеп, аутизмға  дусар булған балаларға изге теләктәрен яҙҙылар.

   Билдәле рәссамдар, музыканттар, физиктар араһында ла аутистар күп. Ундай балалар үҙ-үҙ үҙенә йомолоп ҡалмаһын өсөн уларҙың талантын күреп, шул йүнәлештә үҫтерергә кәрәк. Шуға күрә логопед Фидалиә Байегетова тәрбиәселәргә ошо турала мәғлүмәт бирҙе. Улар төрлө сетерекле һорауҙарға яуап бирҙе,  аутист балалар менән эшләгән тәрбиәселәр үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашты.

Сара һуңында тәрбиәселәр, ҡыҙҙар һәм малайҙар "Зажги синим" акцияһына ҡушылып, саф һауала күк төҫтә шарҙар тотоп, флешмоб үткәрҙе.

 Илнара АҠБУЛАТОВА,

«Миләш» балалар баҡсаһының телмәр үҫтереү төркөмө тәрбиәсеһе.

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас