Район мәҙәниәт йортонда Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернатының генерал Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөтөүсе 9-сы класы уҡыусыларының тантаналы балы үтте. Йәш шайморатовсылар балында район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса беренсе урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов, район Советы секретары Иҙел Әбүбәкиров, мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Ишбулды Сиражетдинов, Баймаҡ лицей-интернаты директоры Рәфил Ғәлиәхмәтов, уҡыусылар, «шайморатовсы»ларҙың ата-әсәләре ҡатнашты. Сараны район мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Гөлнара Кәйекбирҙина менән Ғәлинур Хәмитов алып барҙы.
Кисәне асыу өсөн һүҙ ҡунаҡтарға бирелде. Улар йәш «шайморатовсылар»ҙы ҡотлап, уҡыуҙарында, тормоштарында уңыштар, киләсәктә лә әлегеләй әүҙем һәм тырыш булыуҙарын теләне һәм алдынғы уҡыусыларҙы тәбрикләне. Илмир Әминев, Диана һәм Рәсимә Әхмәтовалар, Нургизә Ғибәҙуллина, Шәүрә Ниғмәтуллина, Камилла Солтановалар тик яҡшы билдәләргә өлгәшеүселәр һәм маҡсатлылар тип танылып, I дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Уҡыуҙағы һәм спорттағы тырышлыҡттары өсөн Рифат Байғужин, Замир Ғайсин, Илнур Ильясов, Рамаҙан Иҫәндәүләтов, Айгүзәл Сәйғәфәрова, Нияз Иҫәндәүләтов II дәрәжә дипломдарға лайыҡ булды. Класс һәм мәктәп тормошондағы сараларҙа әүҙем ҡатнашыусы Дилә Аҙнағолова, Илзинә Билалова, Илвина Ғәбдрәшитова, Нуриман Ғүмәров, Морат Игебаев, Азалина Ҡасҡынова, Илназ Кәйекбирҙин, Алтынай Латыпова, Арслан Теләүсин, Динә Шәйнурова, Юлиә Шәкироваға III дәрәжә дипломдар бирелде. Шулай уҡ «шайморатовсылар» класы етәксеһе Фәнүзә Байғотлинаға һәм куратор Илһам Нурдәүләтовҡа Маҡтау грамоталары тапшырылды.
Ғәлинур Хәмитов башҡарыуындағы «Батырҙар» йыры, «Ирәндек» өлгөлө бейеү ансамбле егеттәренең рухлы бейеүе сараға йәм өҫтәне.
«Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернатының 9-сы «ш» класында бөтәһе 23 уҡыусы белем ала. Уларҙың барыһы ла тырыш, эшһөйәр, илһөйәр, уҡыу һәм спорт яғынан алдынғы, лицейҙа үткән бөтә сараның уртаһында ҡайнай. Уҡыу алдынғылары, олимпиадаларҙа, ижади һәм ғилми конкурстарҙа, хәрби-патриотик, спорт ярыштарында призлы урындар яулаған ҡыҙҙар һәм егеттәргә былтыр Өфөлә үткән «Йәш шайморатовсылар балы»нда ҡатнашыу хоҡуғы бирелде. Уҡыусыларҙың шулай әүҙем булыуҙарында класс етәкселәре Фәнүзә Азамат ҡыҙының тырыш эш һөҙөмтәһе яталыр, тип уйлайым. Белеүегеҙсә, беҙҙә дүрт йыл рәттән «шайморатов» кластары асылып килә. Ә был туғыҙынсылар - беҙҙең тәүге «шайморатовсы»ларыбыҙ. Быйыл улар сығарылыш класы - беренсе ҡошсоҡтарыбыҙ. Бөгөнгө балға килгәндә, Республика кимәлендә ул ике тапҡыр ойошторолһа, районда беренсегә булды», - тине тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Рәсимә Моратова.
Артабан сәхнә түрен район мәҙәниәт йорто артистарының сығышы биҙәне. Ғәлинур Хәмитов башҡарыуындағы «Батырҙар» йыры, «Ирәндек» өлгөлө бейеү ансамбле егеттәренең рухлы бейеүе кисәгә тағы ла йәм өҫтәне.
Сараның рәсми өлөшөнән һуң иң тулҡынландырғыс һәм матур өлөш - вальс иғлан ителде. Аҡ күлдәктәге ҡыҙҙарҙың һәм бер иш костюм-салбар кейгән егеттәрҙең «Өфө йүкәләре» йырына вальс әйләнеүен сарала ҡатнашыусылар һоҡланып күҙәтте. Бейеүҙе сәхнәгә сығарыусы өҫтәлмә белем биреү педагогы Эльвира Ғәйетбаеваға, бейеү хәрәкәттәрен һәр хәрәкәтенә тиклем оҫта, матур итеп башҡарған уҡыусыларға «афарин» тиергә генә ҡала. Районда беренсе тапҡыр үткән «Йәш шайморатовсылар балы» сарала ҡатнашыусыларҙың күңелендә матур хәтирә булып һаҡланыр.
Альбина БАЙЕГЕТОВА.