Беренсе Этҡол мәктәбе директоры Гөлсинә Ҡотосова республика кимәлендәге конкурста ҡатнашып, 690 мең һумлыҡ грантҡа эйә булды. Грант 2025 йылдан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡарарына ярашлы тормошҡа ашырыла. Яңы башланғыс ауыл мәктәптәре директорҙарын һөнәри уңышҡа дәртләндереүгә, етәксе һөнәренең абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән. Финанс ярҙам республика бюджетынан махсус ойошторолған конкурста еңеүсе тип танылған белем биреү ойошмаларының иң яҡшы етәкселәренә тапшырыла. Ул быйыл республиканың төрлө райондарынан бөтәһе 50 етәксегә бирелде. Еңеүселәр исемлегендә Гөлсинә Динислам ҡыҙының да булыуы - район өсөн ҙур ғорурлыҡ. Яҡташыбыҙҙың дөйөм педагогик стажы - 21 йыл.
«Грантҡа район мәғариф бүлеге етәкселеге тәҡдим итте. Конкурста 40 йәштән 45 йәшкә тиклемге ауыл мәктәбе директорҙары ҡатнашты. Бар этаптарҙы уңышлы үтеп, еңеүселәр исемлегендә булыуыма шатмын. Был награда артабан да тырышып эшләргә дәрт, көс бирә», - тине Гөлсинә Динислам ҡыҙы.
Г.Д. Ҡотосова 1985 йылда Ғәҙелбай ауылында тыуа. 1990 йылда ғаилә Беренсе Этҡол ауылына күсә. Гөлсөм һәм Динислам Иҫәнғоловтар ғаиләһендә баш бала булған ҡыҙ бала саҡтан һәр эшкә яуаплы, һеңле-ҡустыһына ныҡлы терәк, тырыш, маҡсатлы булып үҫә. Урындағы мәктәптә белем ала һәм уны 2002 йылда уңышлы тамамлай. Өлгөргәнлек аттестатын алғас документтарын Сибай институтының биология факультетына тапшыра.
«Бала саҡтан минең күңелемә уҡытыусы һөнәре яҡын булды. Бының өсөн мин тәүге уҡытыусым Миңлегөл Исхаҡоваға рәхмәтлемен. Ул белем һәм тәрбиә биреп кенә ҡалманы, эше аша был һөнәргә ҡарата һөйөү ҙә тәрбиәләй алды», - тип рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе Гөлсинә Ҡотосова.
Яҙмыш ҡушыуы буйынса, уға БДУ-ның Сибай институтында ситтән тороп уҡырға тура килә. Шул уҡ ваҡытта ул Беренсе Этҡол мәктәбе ашханаһында эшләй. Өсөнсө курсты тамамлағас, хеҙмәт юлын Буранбай мәктәбендә химия һәм биология фәндәре уҡытыусыһы булып башлай. Мәктәп башланғысҡа ҡалғас, хеҙмәт юлын Таулыҡай мәктәбендә дауам итә. Уҡыу йылы дауамында көн һайын бер нисә саҡырым юл үтеп, йөрөп эшләү үҙ һөнәрен яратҡан уҡытыусыға кәртә булмай. Өс йылдан Гөлсинә Динислам ҡыҙын үҙе белем алған Беренсе Этҡол мәктәбенә уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары итеп эшкә саҡыралар. Һәр эшкә яуаплы ҡараған, алдынғы ҡарашлы педагогты уҡыусылар ҙа, коллегалары ла, ата-әсәләр ҙә хөрмәт итә. 2023 йылдан уға директор вазифаһын йөкмәтәләр. Бөгөн Гөлсинә Динислам ҡыҙы был өлкәлә ярайһы уңышҡа өлгәшкән етәксе. Уның етәкселегендәге мәктәп район, төбәк-ара, республика конкурстарында ҡатнашып, йыл һайын уңыштарға өлгәшә.
«Директор эше ауыр ғына түгел, ә ҙур яуаплылыҡ та талап итә, тип әйтер инем. Беренсе Этҡол мәктәбендә бөтәһе 57 уҡыусы белем ала. Мәктәпкәсә йәштәге балалар баҡсаһына 15 ҡыҙ һәм малай йөрөй. Тағы ла Ҡаратал беҙҙең мәктәп филиалы булып тора.Унда 41 бала. Шулай уҡ балалар баҡсаһы эшләй. Коллегаларымдан уңдым. Коллективта мине уҡытҡан уҡытыусылар ҙа бар. Улар һәр саҡ аҡыллы кәңәштәре менән ярҙам итә», - тине Гөлсинә Динислам ҡыҙы.
Ғаиләһе менән дә бәхетле мәҡәләм геройы. Буранбай ауылы егете Илдус Ҡотосов менән өс балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Өлкән улдары Ильяс Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты, Гөлсибәр менән Бәхтиәр - мәктәп уҡыусылары. Тырыш ғаилә Буранбай ауылында бар уңайлы шарттарға яраҡлаштырылған ҙур йорт һалып сыға. Илдус Хөснулла улы малсылыҡ буйынса эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Күпләп мал көтөп, баҡса үҫтереп, ауылдаштарына өлгө булып гөрләтеп йәшәй Ҡотосовтар ғаиләһе.
«Һағынып барыр эшең, ашҡынып ҡайтыр өйөң, яратҡан ғаиләң булыу - иң ҙур бәхет», - ти Гөлсинә Динислам ҡыҙы. Эшендә юғары вазифа биләгән, тормош иптәше өсөн һөйөклө, ихтирамлы ҡатын, балалары өсөн яратҡан әсәй, туғандары өсөн изге күңелле, ярҙамсыл, аҡыллы, мөләйем мәҡәләм геройына һоҡланырлыҡ! Артабан да тормошоғоҙ һәм эшегеҙ гел уң булһын, Гөлсинә Динислам ҡыҙы!
Альбина БАЙЕГЕТОВА.