Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Декабрь 2025, 16:00

"Бал ҡорто" төркөмө юбилейын билдәләне

«Бал ҡорто» төркөмө юбилейын билдәләне Ҡаланың ҡатнаш төрҙәге "Әкиәт" балалар баҡсаһында "Йөрәктән йөрәккә" исеме аҫтында ҙур сара үтте. Ул балалар баҡсаһында мөмкинселектәре сикләнгән тәрбиәләнеүселәр өсөн компенсациялау төркөмө асылыуға 25 йыл тулыуға арналды.  "Бал ҡорттары" төркөмөнөң юбилейына баҡсала төрлө йылдарҙа эшләп киткән  етәкселәр, тәрбиәселәр, ата-әсәләр, ҡасандыр ошо төркөмдө тамамлаусы һаулыҡ мөмкинлектәре сиклеләр саҡырылды.

Ҡаланың ҡатнаш төрҙәге "Әкиәт" балалар баҡсаһында "Йөрәктән йөрәккә" исеме аҫтында ҙур сара үтте. Ул балалар баҡсаһында мөмкинселектәре сикләнгән тәрбиәләнеүселәр өсөн компенсациялау төркөмө асылыуға 25 йыл тулыуға арналды.  "Бал ҡорттары" төркөмөнөң юбилейына баҡсала төрлө йылдарҙа эшләп киткән  етәкселәр, тәрбиәселәр, ата-әсәләр, ҡасандыр ошо төркөмдө тамамлаусы һаулыҡ мөмкинлектәре сиклеләр саҡырылды.

Ҡунаҡтар эшләү дәүерендәге төрлө хәтирәләргә бирелде. Юбилейын билдәләгән төркөмдә шөғөлләнеүсе кескәйҙәргә һәм тәрбиәселәргә изге теләктәрен еткерҙе. Әйткәндәй, «Бал ҡорттары» төркөмөнә 14 бала йөрөй.

Сара кескәйҙәрҙең йырлы-моңло концерт номерҙары менән аралашып барҙы. Һәр сығыш көслө алҡыштар менән оҙатылды. Эйе, 25 йыл эсендә компенсациялау төркөмөндә үҙ эштәренең оҫталары булған педагогтар, кесе тәрбиәселәр, логопед, психологтар айырыуса иғтибар талап иткән күпме баланың һәләтен, талантын асыу, уны үҫтереү өсөн күп көс һала. Махсус программалар, методик ысулдар һәм, иң мөһиме, тәрбиәселәрҙең тырышлығы һәм иғтибары ярҙамында улар мәктәпкә әҙерләнеп кенә ҡалмай, үҙ-үҙенә  ышыныстары арта.

«Бал ҡорттары»ның сығарылыш ҡыҙҙары һәм егеттәренең күбеһе мәктәптә яҡшы уҡый, яңы дуҫтар таба, таланттарын аса.

Бала, атай-әсәй, тәрбиәсе йәки уҡытыусы бергәләп эшләгәндә генә ниндәйҙер уңышҡа өлгәшергә була. Был йәһәттән балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре тығыҙ бәйләнеш өсөн  ата-әсәләргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Сара йылы мөхиттә, бик ойошҡанлы үтте.

«Бал ҡорттары» махсус төркөмөн ярты быуатлыҡ күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Тәрбиәләнеүсе ҡыҙҙар һәм егеттәргә бәхетле баласаҡ, яҡты киләсәк теләйбеҙ. Ә балаларҙы матур итеп тәрбиәләүсе хеҙмәткәрҙәргә эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.

Альбина Хисмәтуллина,

Ҡатнаш төрҙәге «Әкиәт» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

 

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас