Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Декабрь 2025, 17:05

Атайҙар ҡоро эшмәкәрлеген йәнләндерәйек!

Иҫке Сибай мәктәбендә ойошма эшмәкәрлегенә бәйле ҙур сара үтте Уҙған аҙнала Иҫке Сибай ауылында Урал аръяғы Атайҙар ҡороноң I муниципаль-ара форумы үтте. Унда Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостандың «Ирҙәр ҡоро» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Зариф Байғусҡаров, Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты директоры Илдар Хәмитов, Баймаҡ районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләр буйынса беренсе урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов, район мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Ишбулды Сиражетдинов, мәктәп директорҙары, уҡытыусылар, Атайҙар ҡоро ағзалары ҡатнашты. Был форум Урал аръяғы райондарында беренсе тапҡыр үткәрелеп, бик бай йөкмәткене үҙ эсенә алды. Сараны ойоштороу инициаторы - Иҫке Сибай ауылының Атайҙар ҡоро. «Форумдың маҡсаты - үҙебеҙҙең эшмәкәрлек менән таныштырыу һәм ошо эште башҡа ауылдарҙа ла йәнләндереү», - тине ҡор рәйесе Сибай Утарбаев.

Уҙған аҙнала Иҫке Сибай ауылында Урал аръяғы Атайҙар ҡороноң I муниципаль-ара форумы үтте. Унда Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостандың «Ирҙәр ҡоро» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Зариф Байғусҡаров, Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты директоры Илдар Хәмитов, Баймаҡ районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләр буйынса беренсе урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов, район мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Ишбулды Сиражетдинов, мәктәп директорҙары, уҡытыусылар, Атайҙар ҡоро ағзалары ҡатнашты.

Был форум Урал аръяғы райондарында беренсе тапҡыр үткәрелеп, бик бай йөкмәткене үҙ эсенә алды. Сараны ойоштороу инициаторы - Иҫке Сибай ауылының Атайҙар ҡоро.

«Форумдың маҡсаты - үҙебеҙҙең эшмәкәрлек менән таныштырыу һәм ошо эште башҡа ауылдарҙа ла йәнләндереү», - тине ҡор рәйесе Сибай Утарбаев.

Килгән ҡунаҡтарҙы ҡот уйнап, нур бөркөп торған яңы белем усағында ишек төбөнән үк башланғыс класс уҡыусылары ҡаршы алды. Ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡунаҡтарға рухлы йырҙарын, матур шиғырҙарын бүләк итте. Шулай уҡ фойелағы ҡул эштәренең бай  күргәҙмәһе иғтибар үҙәгенән ситтә ҡалманы. «Шәфәҡ» ағинәйҙәр ойошмаһы ағзалары Мөслимә Илтинина, Рәмзиә Рустанова, Миңлиза Ишмөхәмәтоваларҙың, шулай уҡ Фәнүзә Бүләкова, Миңзәлә Күсәбаева, Сәғүрә Йәнйегетова, Рәмилә Мөхәмәтйәнова, Гөлнара Аликбаева, Альбина Ҡыуандыҡова, Дилә Ғәбитоваларҙың күҙ яуын алырҙай төрлө ҡул эштәре барыһын да хайран итте. Күргәҙмәнән ир-егеттәр ҙә ситтә ҡалманы. Фәнил Ирмәковтың фотокүргәҙмәһе, Рәфил Маннаповтың, Ирик Иҙрисовтың, Әлфир Ғәббәсовтың, Руслан Рахманғолов һәм башҡаларҙың ҡул эштәре ауылда оҫталар йәшәүен йәнә дәлилләне.

Артабан мәктәп директоры Сәлих  Рафиҡов ҡунаҡтарҙы мәктәп тормошо, уның эшмәкәрлеге менән яҡындан таныштырҙы.

Беренсе туҡталыш - «Тылсымлы ҡурай» иле. Унда сәнғәт мәктәбенең ҡурай дәресе уҡытыусыһы Илмир Мәхийәнов уҡыусыларға башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы - ҡурай, уның килеп сығыу тарихы  тураһында һөйләне. Үҙе лә ҡурай эшләп, көй уйнап ишеттерҙе.

Артабанғы туҡталыш - Геология музейында һүҙ география уҡытыусыһы Мәлифә Сибаеваға бирелде. Ул музейҙағы һәр  экспонатҡа туҡталып, улар тураһында һөйләне. Ҡунаҡтарға айырыуса  Мөжәүир хәҙрәттең ғәрәп телендәге китабы оҡшаны. Зариф Зәкир улы, китаптың башҡортса тәржемәһе лә эшләнһә, бигерәк һәйбәт булыр ине, тигән кәңәшен еткерҙе.

Форумда ҡатнашыусылар шулай уҡ «Робот техникаһы» кабинетына, балалар инициативаһы үҙәгенә, «Мәргән уҡсы», Шайморатов класына сәйәхәт ҡылып, уларҙың эшмәкәрлеге менән танышты. Шулай уҡ беренсе ярҙам күрһәтеү, һалдаттарға ҡоро душ эшләү, ҡумыҙ серҙәре, теш табибы кәңәштәре, газды хәүефһеҙ һәм уңайлы ҡулланыу буйынса сығыштар тыңланы.

Сараның төп - пленар өлөшө эшлекле һөйләшеүгә ҡоролдо.  

«Ирҙәр ҡоро» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Зариф Зәкир улы «Ғаиләгә заманса дәүләт ярҙам: яңы закондар һәм атайҙарҙың ролен күтәреү» темаһына сығыш яһаны. Республикала  ошо йүнәлеш буйынса ҡабул ителгән закондар менән таныштырҙы. Уларҙың күбеһе менән үҙенең «Бәйләнештә» төркөмөндәге битләүенән һәм «Ирҙәр ҡоро» төркөмөнән ҡарап, танышып барырға мөмкинлеген белдерҙе.

Баймаҡ районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов «Районда атай институтының ролен үҫтереү» темаһына сығыш яһаны.

«Атай - ул хәстәрлеклекле ғаилә башлығы, балаларына үрнәк булырлыҡ, уға үҙ өлгөһөндә тәрбиә бирә алырлыҡ ир-ат булырға тейеш. Балаларыбыҙҙың, районыбыҙ, илебеҙҙең киләсәге беҙҙең ҡулдарҙа икәнен онотмайыҡ», - тине ул телмәрендә.

 БР Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы Республика ата-әсәләр советы рәйесе урынбаҫары, Сибай башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, Айбулат Уразбахтиндың «Кешенең бәхеткә өлгәшеү юлдары» тигән темаға арналған сығышы ла фәһемле һәм әһәмиәтле булды.

Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азамат Мөхәмәтшин районда ҡоролтай эшмәкәрлеге, тормошҡа ашырылған төрлө проекттар менән таныштырҙы. Был йәһәттән әүҙем булған иҫке сибайҙарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарарҙарын урында тормошҡа ашырыуға тос өлөш индергәне, райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны, төбәктә атайҙар институтын ойоштороуға күп көс һалғаны өсөн Иҫке Сибай мәктәбенең Атайҙар ҡоро рәйесе Сибай Утарбаевҡа Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау грамотаһын тапшырҙы.

Ҡоролтай ҡарарҙарын урында тормошҡа ашырыуға тос өлөш индергәне, Атайҙар ҡорон үҫтереүгә күп көс һалғаны, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Иҫке Сибай мәктәбе директоры Сәлих Рафиҡов,  физкультура уҡытыусыһы Ирина Хәмитова, тәрбиәүи эш буйынса директор урынбаҫары Юлиә Ваһапова Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.  

«Стройтехнология» йәмғиәтенең төҙөлөш эштәре мастеры, Атайҙар ҡоро ағзалары Ринат Ибраһимов, Сибай ҡала электр селтәренең оператив күсмә бригадаһы электромонтеры Илдус Иҙрисов, үҙмәшғүлдәр Флорид Илтинин һәм Раян Мәхмүтов, Иҫке Сибай мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Илнур Ваһапов, Сибай ҡалаһының зона эҙләү-ҡотҡарыу отряды ҡотҡарыусыһы Руслан Дәүләтсурин  Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.

Артабан һүҙ  форумды ойоштороусы, Иҫке Сибай ауылының Атайҙар ҡоро рәйесе Сибай Утарбаевҡа бирелде. Уның урындағы мәктәптәге ҡор эшмәкәрлеге тураһындағы сығышын барыһы ла һоҡланып тыңланы.

«Беҙҙең мәктәптә ата-әсәләр инициативаһы менән булдырылған  Атайҙар ҡоро 2015 йылда ойошторолоп, әлеге көнгә тиклем уңышлы  эшләп килә», - тип башланы ул һүҙен. -  Әлеге ваҡытта унда бөтәһе 44 ир-егет ағза булып тора.  Беҙ өс йүнәлеш буйынса эш алып барабыҙ. Уның беренсеһе - спортты үҫтереү, икенсеһе - Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү, өсөнсөһө - тәбиғәтте өйрәнеү. Ҡорҙоң маҡсаты - мәктәптә уҡыған балаларҙың тәрбиә эшендә уҡытыусыларға ярҙам итеү, атай институтын үҫтереү, йәмғиәттә ир-егеттең абруйын күтәреү, балаларҙы спортҡа йәлеп итеү, Тыуған илгә һөйөү уятыу, уларҙы патриотик рухта тәрбиәләү. Йыл һайын яңы уҡыу йылы башланыу менән план төҙөйбөҙ һәм уға  ярашлы эш алып барабыҙ.

Спорт ярыштарына килгәндә, йыл да Республика көнөнә арнап футбол ярышы үткәреү матур йолаға әйләнде. Шуға күрә беҙ Атайҙар ҡороноң күсмә кубогын да булдырҙыҡ.  Ниндәй генә спорт ярышы үтһә лә, ул һәр ваҡыт  Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарын тыңлауҙан башлана. Спорт менән бергә егеттәрҙә патриотик рух та тәрбиәләнә. Шулай уҡ Атайҙар ҡоро кубогына волейбол ярышы үткәрәбеҙ. Унда уҡыусы малайҙар менән атайҙарҙан торған бер нисә команда ҡатнаша.

Ә иң үҫешкән спорт төрө - хоккей. Беҙҙә өлкәндәрҙең, йәштәрҙең, балаларҙың айырым командалары бар», - тине һәм форсаттан файҙаланып, өлкәндәр һәм балалар командаларын спорт кейемдәре менән тәьмин иткән Зариф Байғусҡаров менән Фәнил Ирмәковҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Ирәндек тауҙары буйында малайҙар менән һыбай йөрөү, йылға буйҙарында балыҡ тотоу, ҡышын саңғыла йөрөү ҙә Атайҙар ҡоро үткәргән күңелле һәм файҙалы сара булып тора. Уларҙың эшмәкәрлеге шулай уҡ экологик өмәләр үткәреүгә, төҙөкләндереүгә лә ҡайтып ҡала. Әйткәндәй, Атайҙар ҡоро ағзалары ойошторған саралар мәктәптә үткәрелгән мәҙәни һәм спорт сараларынан тыш ойошторола.

Махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә гуманитар ылау әҙерләүҙә Иҫке Сибай ауылы халҡы, Атайҙар ҡоро һәр саҡ әүҙемлек күрһәтә. Сибай Сәмиғулла улы үҙе лә яу биләмәһенә ылау алып барыуҙа ҡатнаша.

Ҡор киң мәғлүмәт саралары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Улар тарафынан үткәрелгән төрлө саралар, спорт ярыштары даими рәүештә район, ҡала, республика матбуғат биттәрендә яҡтыртылып бара.

 Бай йөкмәткеле сараның пленар өлөшөнән һуң урындағы мәктәп уҡыусылары ҡунаҡтарға «Атай - ғаилә тотҡаһы, ил терәге» исемле әҙәби-музыкаль композиция тәҡдим итте. Ҡыҙҙар һәм егеттәр башҡарыуында моңло, рухлы йырҙар, дәртле бейеүҙәр тамашасыларҙың көслө алҡыштары менән оҙатылды. «Буласаҡ сәхнә йондоҙҙары үҫә бында!» - тип һоҡланды ҡунаҡтар.

Форумға күрше райондарҙан килеүселәр ҙә бар ине. «Беҙ Белорет районынан делегация менән килдек» - Атайҙар ҡоро йыйынында ҡатнашыуыбыҙға бик шатбыҙ. Форум бик юғары кимәлдә үтте. Урал аръяғы райондары, бигерәк тә баймаҡтарҙың ошо йүнәлештәге эштәрен тыңлап, ҡыуанып  ултырҙыҡ. Атайҙарҙың мәктәп менән берлектә дәррәү, әүҙем ҙур эштәр башҡарыуҙары һоҡландырҙы» - тине Мәхмүт ауылы мәктәбе директоры Сәлим Асҡаров.

«Һеҙҙең яҡтарҙа был йәһәттән ниндәй эштәр башҡарыла?» - тип һораным әңгәмәсемдән. «Беҙҙә лә  Атайҙар ҡоро бар. Шулар араһынан уңышлы эшләгән Сермән,  Инйәр яҡтарындағы ҡорҙарҙы билдәләп үтер инем. Улар район, республикалағы төрлө йыйында ҡатнашалар, үҙҙәрендә төҙөкләндереү эштәре алып баралар, йәғни экологик өмәләрҙә, ҡәберлектәрҙе тәртипкә килтереүҙә, йылға-күлдәрҙе таҙалауҙа ҙур эштәр башҡаралар», - тип яуапланы ул.

Урал аръяғы Атайҙар ҡороноң I муниципаль-ара форумы үҙ маҡсатына иреште. Иҫке Сибай мәктәбендә башланғыс алған тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы киләсәктә лә дауам итер, башҡа ауыл мәктәптәрендә лә Атайҙар ҡоро барлыҡҡа килеп, улар ҙа уңышлы эшләр, тип ышанабыҙ.

Форумда ҡатнашыусылар фәһемле, ойошҡанланлы сара өсөн Иҫке Сибай мәктәбе коллективына, Атайҙар ҡорона ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткереп таралышты.  

Альбина БАЙЕГЕТОВА.

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас