Ҡаланың «Айыуҡай» балалар баҡсаһы быйыл үҙенең 45 йыллыҡ матур юбилейын билдәләне. Ошо уңайҙан баҡсаның үткәненә, бөгөнгөһөнә байҡау яһау, киләсәккә пландары менән уртаҡлашыу маҡсатында балалар баҡсаһы мөдире Рәзинә Байегетова менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
-Рәзинә Мөнир ҡыҙы, балалар баҡсаһының барлыҡҡа килеү тарихына туҡталып үтә алмаҫһығыҙ микән?
- «Айыуҡай» балалар баҡсаһы 1980 йылда асыла. Рәсәйҙә XXII Олимпия уйындары тамамланыуҙан һуң асылғанға ла «Айыуҡай» исеме бирелгән. Сөнки йәйге осор олимпия уйындарының талисманы айыу булған. Еңгән осраҡта, уйынсыҡ айыуҙарҙы күккә сөйгәндәр. Артабан инде йомшаҡ айыу уйынсыҡтары сығарыла башлаған.
- Өр-яңы баҡсаның тәүге етәксеһе кем була?
- Балалар баҡсаһы талапсан, үҙ эшенең оҫтаһы булған Зифа Ғәбит ҡыҙы Ғүмәрова етәкселегендә эш башлай. Өлкән тәрбиәсе вазифаһын 27 йыл Әлфиә Мөхәмәҙиә ҡыҙы Фәтхуллина алып бара. Баҡса тап уларҙың етәкселегендә тәүге бейеклектәргә күтәрелә.
- «Айыуҡай» балалар баҡсаһында уҡытыу һәм тәрбиә тик башҡорт телендә алып барыламы?
- Эйе, 1999 йылда башҡорт балалар баҡсаһы статусын ала. Туған тел аша рухлы, юғары әхлаҡлы, әҙәпле балалар тәрбиәләү, уларҙың телмәрен үҫтереү төп бурыс итеп ҡуйыла. Етәксе итеп Мөнирә Зекериә ҡыҙы Ситдиҡова тәғәйенләнә. 2014-2020 йылдарҙа «Айыуҡай» балалар баҡсаһын Ләйсән Марат ҡыҙы Иманғолова етәкләй. Ошо осорҙа М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән берлектә «Мәктәпкәсә йәштәге белем биреү ойошмаһында патриотик тәрбиәне ойоштороу моделе» темаһына эксперименталь майҙансыҡ эшләй. Ижади төркөм авторлығындағы «Башҡортостан - тыуған илем», «Башҡортостан - Гөлбостан» хрестоматияһы, кескәйҙәр һәм өлкәндәр төркөмдәре өсөн перспектив пландар, «Иҫәптән - хисапҡа» методик ҡулланмалар майҙансыҡтың емешле һөҙөмтәһе булып тора.
- Яуаплы етәксе вазифаһын һеҙ ҡасан үҙ ҡулығыҙға алдығыҙ?
- 2020 йылдан алып. Ә 2023-2025 йылдар араһында баҡса менән ваҡытлыса Айгөл Исхаҡова етәкселек итте.
- Яңылышмаһам, һеҙҙә «Урал батыр мәктәбе» майҙансығы ла эшләп килә.
- Эйе, был майҙансыҡ 2020 йылда асылды һәм бөгөн дә уңышлы эшләй. «Урал батыр мәктәбе" проектын «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәк менән берлектә тормошҡа ашырабыҙ . Төп маҡсатыбыҙ - мәшһүр «Урал батыр» эпосын өйрәнеү, үҫеп килгән йәш быуынды халыҡ педагогикаһы нигеҙендә тәрбиәләү, балаларҙа халҡыбыҙҙың тарихына, милли ғөрөф-ғәҙәттәренә, ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, уны көслө рухлы, үҙ иленең патриоты итеп үҫтереү, рухи мәҙәниәтле булып үҫешенә нигеҙ һалыу тора. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре Байрас менән Баязит Буранбаевтар, Әҙилә Әминева «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү конкурсында район, зона этабын уңышлы үтеп, йәш сәсәндәрҙең XXV төбәк-ара конкурсында ҡатнаштылар. Әҙилә эпосты яңғыҙ башҡарыусылар номинацияһында 3-сө урынды яуланы, ә Байрас менән Баязит «Иң йәш сәсәндәр» номинацияһы еңеүсеһе булды.
- Бөгөн коллективта нисә кеше эшләй?
- Оҫта, эш һөйөүсән, ижади ҡарашлы, яуаплы, балаларҙы ысын күңелдән яратҡан 32 хеҙмәткәр эшләй беҙҙең баҡсала. Шуның 17-һе - педагог.
- Балалар һаны нисәү? Нисә төркөм бар?
- Балалар баҡсаһында алты төркөм эшләй, унда йәш ярымдан алып ете йәшкә тиклем 122 бала йөрөй. Шайморатов (мәктәпкә әҙерлек) һәм кадет (өлкәндәр) төркөмдәре булдырылған. Шайморатовсыларға әҙерлек төркөмөнә килгән балаларҙы тантаналы рәүештә ҡабул итәбеҙ. Улар менән уҡыу йылы дауамында эш алып барабыҙ. Осрашыуҙар, саралар үтеп тора. Баҡсала Шайморатовҡа арналған бәләкәй музей ҙа булдырылған. 2023 йылдан Шайморатов исемен йөрөткән, патриотик рухта тәрбиәләнгән 3 төркөмдө мәктәпкә оҙаттыҡ.
- Кемдәр менән тығыҙ бәйләнештә эш алып бараһығыҙ?
- Киң йәмәғәтселек менән. Мәҫәлән, тормош һабаҡтарын биреүсе район «Ағинәйҙәр» ойошмалары менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Улар беҙҙә тәрбиәүи темаға ҡоролған саралар үткәрә. Шулай уҡ баҡсала үткән «Урал батыр вариҫтары" йыйыны республика семинарында ағинәйҙәр бай йөкмәткеле күргәҙмә ҡуйҙы. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының ҡул эштәре - кейеҙ баҫыу, ҡорама ҡорау, селтәр-түшелдеректәр эшләү, балаҫ һуғыу, ҡул тирмәне аша талҡан тартыу менән таныштырып, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте.
- Балалар баҡсаһына йөрөүсе ата-әсәләр менән дә эш алып бараһығыҙмы?
- Атай-әсәйҙәр беҙҙең беренсе ярҙамсылар. Һәр башланғысты хуплап тороусылар. Уларҙың ярҙамы менән «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһы сиктәрендә участкаларға уйын ҡоролмалары алынды. Һәр яҡтан терәк-таяныс булған ата-әсәләргә рәхмәтлебеҙ. Ниндәй генә сара үтһә лә, балаларҙы матур итеп әҙерләп ебәрәләр. Шулай уҡ улар ярҙамы менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә гуманитар ярҙам итеү буйынса эштәр алып барыла. Маскировкалау селтәрҙәре үргәндә, аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-яраҡтары туплағанда улар һәр саҡ әүҙемлек күрһәтә.
- «Айыуҡай» балалар баҡсаһында Атайҙар ҡоро, «Өләсәйҙәр мәктәбе» лә уңышлы эшләп килә. Уларҙың эшмәкәрлектәре менән дә таныштырып үтмәҫһегеҙ микән?
- Ир-егеттәрҙең абруйын күтәреү, уларға ҡарата ихтирам тойғоһо тәрбиәләү, ғаилә һәм йәмғиәт алдындағы яуаплылыҡ тойғоһон нығытыу маҡсатында баҡсала улар ҡатнашлығында саралар үтеп тора. Шулай уҡ
«Атайҙар ҡоро» ағзалары беҙгә һәр ваҡыт ярҙам итергә тырыша. Ир-ат ярҙамы кәрәккәндә, улар беҙгә ярҙам итергә тырыша.
- Белеүемсә, «Айыуҡай» - район-ҡала балалар баҡсалары араһындағы төрлө конкурстарҙа һәр саҡ алдынғылар рәтендә. Бының сере нимәлә?
- Эйе, беҙҙең баҡса 2016-2018, 2020-2024 йылдарҙа «Йыл балалар баҡсаһы» исеменә лайыҡ булды. Бының сере - берҙәм, татыу, тырыш, ижади эшләгән коллективта. Барыһы ла үҙ эшен ярата, уның нескәлектәрен яҡшы белә. Бар еңеүҙәр артында коллегаларымдың тырыш эш һөҙөмтәһе ята.
- Коллегаларығыҙҙың ниндәй уңыштары бар?
- Барыһының да Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттарының иҫәбе-һаны юҡ. Улар район, төбәк-ара, республика кимәлендәге конкурстарҙа үҙҙәрен һынап ҡарап, яҡшы уңыштарға өлгәшә. Мәҫәлән, 2022 йылда бар ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған өлкән тәрбиәсе Гөлсөм Әлбәкова, 2023 йылда тәрбиәсе Әминә Буранбаева «БР мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика һөнәри конкурсында лауреат булды. Гөлсөм Шаһибал ҡыҙына шул уҡ йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре» исеме тапшырылды. Ә Әминә Рафиҡ ҡыҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығы премияһына лайыҡ булды.
Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы ойошторған "Башҡорт һәм башҡа туған телдәрҙә уҡытыу буйынса иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы-2024" номинацияһында икенсе урынға лайыҡ булыуҙары, коллективтың бәҫен арттырҙы, данын күтәрҙе.
- «Айыуҡай»ҙың балаларын «зәңгәр экрандар» аша ла йыш күрәбеҙ...
- Эйе, кескәйҙәр Баймаҡ телевидениеһы тарафынан ойошторолған «Логознайка», йәғни телмәр үҫтереү тапшырыуында һәм «Әкиәтле һандыҡ» та ҡатнаша. Тәүгеһендә ҡаланың барлыҡ балалар баҡсаһы логопедтары һәм тәрбиәләнеүселәре, ә «Әкиәтле һандыҡ»та беҙҙең генә баҡсаның педагогтары, малай һәм ҡыҙҙарҙы ҡатнаша.
- Рәзинә Мөнир ҡыҙы, киләсәккә ниндәй пландарығыҙ, маҡсаттарығыҙ бар?
- «Айыуҡай» - Баймаҡтағы иң оло баҡса. Беҙҙең генә хәлдән килмәй торған иң ҙур хыял бар(йылмая). Ул - бинаға капиталь ремонт яһау.
Ә эш өлкәһенә килгәндә, тел һағында торған, уҡытыу-тәрбиә эше башҡорт телендә алып барылған баҡса булараҡ, тәү сиратта телгә, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләп, кескәйҙәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү.
- Йөкмәткеле әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. «Айыуҡай»ҙы күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Алдағы эшегеҙҙә лә уңыштар, яңы үрҙәр теләйбеҙ. Баҡсала балаларҙың шат тауышы тынмаһын!
Альбина БАЙЕГЕТОВА әңгәмәләште.