Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Ноябрь 2025, 17:11

Бөгөн - Халыҡ-ара логопед көнө

Бөгөн, йәғни 14 ноябрҙә Халыҡ-ара логопед көнө билдәләнә. Райондың мәғариф өлкәһендә логопед һөнәре нескәлектәрен яҡшы белгән белгестәр эшләй. Шуларҙың береһе ҡаланың 3-сө мәктәбенең уҡытыусы-логопеды Лилиә Ирназарова.  Лилиә Йәғәфәр ҡыҙы ата-әсәләргә: «Балаларығыҙҙың теле асылыуында, матур итеп һөйләшеүендә ата-әсәнең роле ҙур. Ул һүҙҙәрҙе һаҡау, йәки яңылыш әйткән осраҡта, уны төҙәтергә кәрәк. Юғиһә, ҡайһы берәүҙәр бала ыңғайына уның менән шаярып һаҡаулап һөйләшә. Был - хата. Асыҡ, аңлайышлы итеп аралашығыҙ. Бәләкәстәрегеҙгә телефон тоттормағыҙ, ә бергәләп әкиәттәр уҡығыҙ, аҙаҡ баланан йөкмәткеһен һөйләтегеҙ. Уны бүлдермәй, тыңлап өйрәнегеҙ. Ниндәйҙер  уңышһыҙлығы өсөн әрләмәгеҙ. Сөнки был тотлоғоуға килтереүе ихтимал. Әгәр бала тотлоға икән, кисекмәҫтән невролог йә логопедҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ни тиклем тиҙ арала мөрәжәғәт итәһегеҙ, шул тиклем уны бөтөрөү мөмкинлеге күберәк», - тигән кәңәштәрен дә еткерҙе. Тулыраҡ, сайтта:

14 ноябрҙә Халыҡ-ара логопед көнө билдәләнә. Райондың мәғариф өлкәһендә логопед һөнәре нескәлектәрен яҡшы белгән белгестәр эшләй. Шуларҙың береһе ҡаланың 3-сө мәктәбенең уҡытыусы-логопеды Лилиә Ирназарова. 

Лилиә Йәғәфәр ҡыҙы 1975 йылдың 24 ноябрендә Баймаҡ ҡалаһында тыуған. Бала саҡтан уҡырға ынтылышы көслө була: 1-се мәктәпте көмөш миҙалға тамамлай.  Артабан уҡыуын Сибай педагогия институтында дауам итә. Башланғыс кластар уҡытыусыһы дипломын алған йәш белгес 1996 йылда хеҙмәт юлын  үҙе белем алған мәктәптә башлай. «Ни өсөн уҡытыусы һөнәрен һайланығыҙ?» - тигән һорауыма ул былай тип яуап бирҙе. "Мин  Раҡия Абдулла ҡыҙы менән Йәғәфәр Сәхи улы Кәримовтарҙың уҡытыусы ғаиләһендә үҫтем. Шуға күрә  педагогик династияның лайыҡлы дауам итеү-сеһе булырға тырышам. Икенсе балам - ҡыҙым тыуғанға тиклем башланғыс кластар уҡытыусыһы булдым. Балам бер аҙ үҫә төшкәс, әсәй булараҡ, уны  матур, дөрөҫ итеп һөйләшергә, сағыу итеп шиғырзар ятлатырға өйрәтергә теләнем. Шул тиклем мауығып киттем, хатта логопедҡа уҡып алдым. Ә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләү тәжрибәһе миңә хәҙер логопед эшендә ҙур ярҙам итә», - тине Лилиә Йәғәфәр ҡыҙы логопед һөнәренә нигеҙ һалыныу ваҡиғаһына байҡау яһап. Һәр ваҡыт ниндәйҙер үҫешкә, эҙләнеүгә ынтылған белгес 2017 йылда ситтән тороп  «Уҡытыусы-Логопед» һөнәре буйынса БДУ-ны тамамлай һәм бөгөнгә тиклем Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбендә ошо һөнәре буйынса эшләй.

 «Лилиә Йәғәфәр ҡыҙы логопед эше нескәлектәрен яҡшы белгән педагог. Шуға күрә уны уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә, мәктәп коллективы ла хөрмәт итә.  Ул төрлө яҡлап үҫешкән шәхес. Мәктәп кисәләрен һәм сараларын алып барыу ҙа ышанып уға тапшырыла. Алдынғы логопед-уҡытыусы шулай уҡ бер нисә музыка ҡоралында уйнай, был оҫталығын да үҙ эшендә һөҙөмтәле ҡуллана. Шундай коллегабыҙ булыуына шатланабыҙ», - тине 3-сө мәктәп директоры Замир Сәфәрғәлин.

«Логопед булараҡ, һеҙҙең эштә иң мөһиме нимә?»- тигән һорау бирҙем Лилиә Йәғәфәр ҡыҙына. «Эшемдә иң мөһиме - һәр балаға үҙ-үҙенә ышанырға, яңы мөмкинлектәр асырға ярҙам итеү өсөн юл табыу. Миңә төрлө телмәр проблемалары менән балалар килә. Үкенескә ҡаршы,  тотлоҡҡан балалар күп. Улар үҙҙәренең кисерештәре, борсолоуҙары, нимәнән ҡурҡыуҙары менән уртаҡлаша. Оҙаҡ килеп сыҡмаған өн, ниһайәт, килеп сыҡһын, йәки беренсе һүҙ, фраза барлыҡҡа килһен өсөн ниндәй ысул ҡулланырға кәрәк икән тип уйланып, төндәрен хатта йоҡлай алмаған осраҡтар ҙа бар. Ҡыҙғаныска ҡаршы, барыһы ла һәр ваҡыт шыма килеп сыҡмай. Сөнки телмәр формалашыу процесы бик ҡатмарлы һәм ул комплекслы ҡараш талап итә. Бында уҡытыусы, логопед, невролог, психолог һәм ата-әсә берлектә эшләргэ тейеш. Шул осраҡта ғына якшы һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин. Минең бурысым - баланы тотлоҡҡаны йә насар һөйләшкәне өсөн әрләү, рәнйетеү түгел, ә уға ышаныс өҫтәү, уны яҡшы һөҙөмтәгә этәреү», - тине логопед-уҡытыусы. 

Хәрефтәрҙе асыҡ әйтмәү, һаҡау булыу сәбәптәре нимәлә һуң? Тәжрибәле логопед бының сәбәбен ошолай аңлатты: «Сабыйға бәләкәй саҡта шыйыҡсаны махсус имеҙлектән(пустышка) эсереүҙе бер йылдан артыҡ ҡулланырға ярамай. Сөнки бушлыҡ дөрөҫ булмаған тешләүҙе барлыҡҡа килтерә һәм әйтелешкә зыян килтереүе ихтимал. Шулай уҡ теш мускулдарын формалаштырыу өсөн рационға ҡаты аҙыҡ индерергә кәрәк».

Логопед һөнәре даими рәүештә үҙ аллы белем алыуҙы талап итә, шуға күрә Лилиә Йәғәфәр ҡыҙы яңы методикаларҙы, компьютер нескәлектәрен, логопедик массаж техникаһын өйрәнеп, уны практикала ҡуллана. Тәжрибә уртаҡлашыу буйынса район, төбәк-ара кимәлдәге ғилми конференцияларҙа даими ҡатнаша, инклюзив белем биреү темаһына сығыш яһай һәм төрлө ҡулланмаларҙа был тема буйынса яҙа.

Лилиә Ирназарованың тынғыһыҙ хеҙмәте, тырышып эшләүе һәр саҡ юғары баһалана. Уның ҡаҙаныштар портфолиоһын ҡарап, профессиональ эшмәкәрлегендә ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшкәнлеге аңлашыла.  Ул «Уҡытыусы-дефектолог – 2021» район конкурсының абсолют еңеүсеһе, «Уҡытыусы – дефектолог – 2023» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы лауреаты булып таныла. Уның хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының, Баймаҡ районы мәғариф бүлегенең Маҡтау грамоталары менән билдәләнә.

 Лилиә Йәғәфәр ҡыҙы шулай уҡ телмәр үҫтереү буйынса Баймаҡ телевидениеһы тарафынан ойошторолған  «Логознайка» тапшырыуы менән дә етәкселек итә. Кескәйҙәр ҡатнашҡан телмәр үҫтереү тапшырыуын кесеһе лә, олоһо ла яратып ҡарай.

 Лилиә Йәғәфәр ҡыҙы 2017 йылдан район логопеды булып тора һәм районда инклюзив белем биреү өлкәһе менән етәкселек итә.

Л.Й. Ирназарова уҡытыусы-логопед эшенән тыш, 2020 йылдан  мәктәп музейы етәксеһе булып та эшләй. Музейҙы төҙөкләндереү, документтарҙы тәртипкә килтереү өсөн ул бар тырышлығын һала. Музей эшмәкәрлегенә ошо мәктәптә белем алған һаулыҡ  буйынса мөмкинлектәре сикле балаларҙы ла йәлеп итә. Улар менән айырым эш алып барырға тырыша. Һөҙөмтәлә ҡыҙҙар һәм егеттәр  республика ғилми-ғәмәли конференцияларында ҡатнашып, еңеүсе һәм призер була. Был эшмәкәрлек тә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Быйыл мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһендә Лилиә Йәғәфәр ҡыҙы үҫеп килгән быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләүгә тос өлөш индергәне һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн БР Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай рәйесенең Рәхмәт Хаты менән бүләкләнде.

«Минең бар уңыштарым артында тормош иптәшем һәм балаларымдың миңә һәр яҡлап терәк-таяныс булыуҙары ла ята», - ти мәҡәләм геройы.  Лилиә Йәғәфәр ҡыҙы тормош иптәше Эдуард Марат улы менән  ул һәм ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр. Улдары Иҙел - ғаиләле. Тормош юлдашы Элина менән Өфө ҡалаһында йәшәй. Ҡыҙҙары Аделия 9-сы класс уҡыусыһы.

Логопед-уҡытыусы булараҡ, Лилиә Йәғәфәр ҡыҙы ата-әсәләргә: «Балаларығыҙҙың теле асылыуында, матур итеп һөйләшеүендә ата-әсәнең роле ҙур. Ул һүҙҙәрҙе һаҡау, йәки яңылыш әйткән осраҡта, уны төҙәтергә кәрәк. Юғиһә, ҡайһы берәүҙәр бала ыңғайына уның менән шаярып һаҡаулап һөйләшә. Был - хата. Асыҡ, аңлайышлы итеп аралашығыҙ. Бәләкәстәрегеҙгә телефон тоттормағыҙ, ә бергәләп әкиәттәр уҡығыҙ, аҙаҡ баланан йөкмәткеһен һөйләтегеҙ. Уны бүлдермәй, тыңлап өйрәнегеҙ. Ниндәйҙер  уңышһыҙлығы өсөн әрләмәгеҙ. Сөнки был тотлоғоуға килтереүе ихтимал. Әгәр бала тотлоға икән, кисекмәҫтән невролог йә логопедҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ни тиклем тиҙ арала мөрәжәғәт итәһегеҙ, шул тиклем уны бөтөрөү мөмкинлеге күберәк», - тигән кәңәштәрен дә еткерҙе.

Эйе, логопед - актуаль  һөнәрҙәрҙең береһе. Байрамдары уңайынан ошо өлкә белгестәрен ҡотлап, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.

Альбина БАЙЕГЕТОВА.

 

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас