Уҡытыусы - ысын мәғәнәһендә барлыҡ һөнәрҙәрҙең «әсәһе», уларҙың сығанағы. Беҙҙең районда ла үҙҙәренең ғүмерҙәрен ошо мәрхәмәтле һөнәргә бағышлаған, мәғариф өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләгән алдынғы уҡытыусылар бихисап. Шуларҙың береһе - Иҫке Сибай мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Альбина Утарбаева. Ул - үҙ эшен яҡшы белгән, тәжрибәле, талантлы уҡытыусы. Юғары категориялы педагогтың хеҙмәт стажы - 42 йыл. Шуның тәүге ике йылын - Йәнйегет, ҡалған 39 йылын Иҫке Сибай мәктәбенә арнаған ул.
Альбина Вәлит ҡыҙы 1965 йылда Кәрешкә ауылында тыуа. Башланғыс белемде урындағы мәктәптә ала, артабан 8-се класҡа тиклем Сибай ҡалаһындағы интернат-гимназияла уҡый.
Бала саҡтан уҡытыусы һөнәренә ғашиҡ ҡыҙ киләсәген дә ошо изге һөнәр менән бәйләргә теләй һәм 1980 йылда Сибай педагогия училищеһына башланғыс класс уҡытыусыһы йүнәлеше буйынса уҡырға инә. Унда дүрт йыл белем ала, артабан ситтән тороп БДУ-ны тамамлай.
«Уҡытыусы ғаиләһендә тыуғанмын. Әсәйем 35 йыл башланғыс класс уҡытыусыһы булды. Бәләкәй саҡта уның менән мәктәпкә эйәреп бара инем, эшен күҙәтеп, күңелемә һеңдереп, мин дә уҡытыусы булырға хыялландым. Өйҙә уйынсыҡтарым һәм туғандарымды «уҡыта» торған инем. Ғөмүмән, башҡа һөнәрҙе бөтөнләй уйламаным», - тине Альбина Вәлит ҡыҙы.
Ҡулына диплом алған йәш белгес хеҙмәт юлын 1984 йылда Йәнйегет мәктәбендә башланғыс класс уҡытыусыһы булып башлай. Ике йылдан Йәлил Утарбаев атлы егеткә кейәүгә сыға һәм хеҙмәт юлын килен булып төшкән Иҫке Сибай ауылында дауам итә. Башланғыс класс уҡытыусыһы булып дүрт тиҫтә йыл эшләү дәүерендә Альбина Вәлит ҡыҙы барлығы 9 класс сығара, быйылғы дүртенсе класы - унынсы сығарылышы.
Башланғыс класс уҡытыусыһы - яуаплы һөнәр. Хәреф танымағанын -хәреф танырға, уҡый-яҙа белмәгәнен уҡырға һәм яҙырға, аҡты - ҡаранан, яҡшылыҡты - ямандан айырырға ла өйрәтә был һөнәр эйәләре. Бынан тыш, кескәйҙәрҙең һәр береһе күңеленә асҡыс табырға ла кәрәк.
«Уҡытыусы, иң беренсе сиратта, балаларҙы яратырға тейеш. Уларҙы тыңларға, аңларға кәрәк. Ҡайһы бер балалар үҙҙәренең уй-кисерештәрен, тормоштарын да һөйләп ҡуя. Әгәр ҡыҙҙар һәм малайҙар эс серҙәрен һиңә ышанып һөйләй икән, һин уларға дөрөҫ кәңәш бирергә тейешһең. Сөнки беҙ мәктәптә уларға «икенсе әсәй», - тине ул.
Альбина Вәлит ҡыҙын уҡыусылары әле лә ихтирам менән телгә ала.
«Белем серҙәренә өйрәтеүсе тәүге уҡытыусым, хәҙер инде коллегем Альбина Вәлит ҡыҙы бик алсаҡ, ихлас, киң күңелле кеше. Ул һәр уҡыусының һәләтен күреп, уны артабан үҫтереү өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Ҡасандыр башланғыс класта минең класс етәксем булһа, әле - икенсе улымдың да класс етәксеһе. Беҙ уны хөрмәт итәбеҙ һәм барыһы өсөн дә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ», - тине Дилә Таңғатарова-Ишбаева.
Иҫке Сибай ауыл биләмәһе башлығы Айнур Сибаев та тәүге уҡытыусыһы тураһында тик матур фекерҙәре менән уртаҡлашты:
«Альбина Вәлит ҡыҙын ысын күңелдән хөрмәт итәм. Ул үҙ эшен яратҡан уҡытыусы. Уҡыусылары барыһы ла тормошта үҙ урындарын табып, матур итеп эшләй һәм йәшәй. Ул шулай уҡ ауылда үткән һәр сарала ла әүҙем ҡатнаша. Төрлө кәңәштәре менән ярҙам итә», - тине Айнур Мөхтәр улы.
Тынғыһыҙ, маҡсатлы уҡытыусының уҡыусылары йыл һайын «Урал батыр», «Һаумы, һаумы, әкиәт» конкурстарында, төрлө шиғыр бәйгеләрендә, район, республика кимәлендәге олимпиадаларҙа призлы урындар яулай. Бынан тыш, уҡыусылар интернет селтәрендәге онлайн конкурстарҙан да ситтә ҡалмай, үҙҙәрен һынап ҡарап, уңыштарға өлгәшә.
«Балаларҙы милли мөхиттә тәрбиәләргә, бигерәк тә башҡорт телен өйрәтеүгә, башҡортса аралашыуға көс һалырға тырышам. Сөнки балалар үҙ телен, илен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәҙәниәтен, күренекле шәхестәрен белеп үҫергә тейеш», - тине тәжрибәле педагог.
А.В. Утарбаева уҡытыу-тәрбиә эшен ата-әсәләр менән берлектә ойоштора. Уларҙы дәрестәргә саҡыра. Бала, уҡытыусы, ата-әсә бергә эшләһә генә, ниндәйҙер уңышҡа өлгәшергә була, тип иҫәпләй ул.
Альбина Вәлит ҡыҙы тормош иптәше Йәлил Фәтхулла улы менән ике ҡыҙға ғүмер бүләк итеп, уларҙы матур итеп тәрбиәләп, юғары белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына аяҡ баҫтыра. Ҡыҙҙары ла әсәләре һәм өләсәһенең, йәғни уҡытыусылар династияһын дауам итә - педагог һөнәрен һайлай. Эльвира Өфө ҡалаһының 103-сө мәктәбендә, ә Гөлфирә Иҫке Сибай мәктәбендә эшләй. Икеһе лә - башҡорт теле уҡытыусылары.
«Киләсәктәге планым - ошо 4-се класымды имен-һау сығарып, ялға сығып, балаларым менән именлектә йәшәргә яҙһын», - ти Альбина Вәлит ҡыҙы.
Тынғыһыҙ, әүҙем уҡытыусы матур итеп донъя көтөргә лә ваҡыт таба. Утарбаевтарҙың ҡотло йорт ихатаһын аллы-гөллө төрлө сәскәләр биҙәй, ә баҡсалағы емеш-еләк, йәшелсәләр йыл да ишелеп уңа. Уңған хужабикә уларҙан ҡышҡылыҡҡа һәр төрлө ризыҡ әҙерләп, балаларын, туғандарын ҡыуандыра. Йәйен күпләп ҡош-ҡорт аҫрап, мал көтөп, ауыл ерендә гөрләтеп йәшәй ул. «Тормош иптәшем, үкенескә ҡаршы, бер йыл элек гүр эйәһе булды. Тормошомдоң йәме - балаларым һәм ейән-ейәндәрем», - ти мәҡәләм геройы. Хеҙмәтенән йәм табып эшләгән, балаларҙы яратҡан, коллегалары, ауылдаштары араһында хөрмәт ҡаҙанған педагогҡа артабан да уңыштар теләйбеҙ.
Альбина БАЙЕГЕТОВА.