Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Октябрь 2025, 08:27

Уҡытыусы - үҙе янып, уҡыусыларға яҡтылыҡ биреүсе шәм

Сәйғәфәрҙәр ауылдаштары Ирәмән Алсынбаевты юғары категориялы уҡытыусы, өлгөлө ғаилә башлығы, ауылда үткән һәр сарала әүҙем ҡатнашыусы ир-ат булараҡ белә һәм хөрмәт итә. Тыуған ауылында төпләнеп, ғаилә ҡороп, ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған алдынғы уҡытыусы ул. Уның дөйөм педагогик стажы - 38  йыл. Алдынғы уҡытыусы тураһында мәҡәләне сайттан уҡый алаһығыҙ:

Сәйғәфәрҙәр ауылдаштары Ирәмән Алсынбаевты юғары категориялы уҡытыусы, өлгөлө ғаилә башлығы, ауылда үткән һәр сарала әүҙем ҡатнашыусы ир-ат булараҡ белә һәм хөрмәт итә. Тыуған ауылында төпләнеп, ғаилә ҡороп, ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған алдынғы уҡытыусы ул. Уның дөйөм педагогик стажы - 38  йыл.

Ирәмән Илһам улы 1969 йылда Сәйғәфәр ауылында тыуа. 1976-1984 йылдарҙа Һаҡмар һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә белем ала. Мәктәпте тамамлағас, Сибай педагогия училищеһында технология һәм черчение уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә. Хеҙмәт юлын Покровка мәктәбендә башлай. Артабан әрме сафына алынып, ике йыл Германияла хеҙмәт итә.

Әрменән ҡайтҡас, 1991 йылда Сәйғәфәр мәктәбендә  хеҙмәт юлын дауам итә. Бер үк ваҡытта ситтән тороп,  БДУ-ла география һәм биология уҡытыусыһы һөнәре нескәлектәрен үҙләштерә.

И.И. Алсынбаев 34 йыл дауамында Сәйғәфәр, шулай уҡ 10 йыл күрше Юлыҡ мәктәбендә география һәм биология фәндәренән уҡыта.

«Эшем күңелемә ятҡас, был һөнәрҙе һайлағанға үкенгәнем булманы. Уҡытыусы хеҙмәте сабырлыҡ, тырышлыҡ, балаларға ҡарата һөйөү талап итә. Уҡыусыларҙа дәресенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыр өсөн педагог белеме өҫтөндә даими эшләргә, эҙләнергә, үҫешергә, уҡытҡан  предметын биш бармағындай яҡшы белергә тейеш. Заман башҡа - заң башҡа, тигәндәй, хәҙер дәресте бер китап менән генә үткәреү мөмкин түгел. Уҡытыусы заман менән бергә атларға, яңы технологиялар менән эш итә белергә, уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуын тойорға, һиҙергә лә тейеш. Тап шул ваҡытта ғына уҡыусылар дәрескә ҙур теләк менән киләсәк, уҡытыусыны ла хөрмәт итәсәк. Уҡытыусы - үҙе янып, бүтәндәргә яҡтылыҡ биреүсе шәм, тиҙәр. Мин был һүҙҙәр менән килешәм»,  - тине тәжрибәле педагог.

Эйе, география һәм биология фәненә ҡарата һөйөү тәрбиәләй ул уҡыусыларында. Быны сығарылыш класының һайланма фән итеп ул уҡытҡан предметты һайлауҙары һәм имтиханды юғары балға тапшырыуҙары ла раҫлай. Быйыл да Сәйғәфәр мәктәбенең 9-сы класынан дүрт уҡыусы география фәненән имтихан тапшырып, өсәүһе «4», берәүһе «5» билдәһенә өлгәшә. Өлгәш тә, сифат та 100 процент тәшкил итә.

Тынғыһыҙ, маҡсатлы уҡытыусы дәрес биреү менән генә сикләнмәй, 33 йыл дауамында класс етәксеһе вазифаһын да алып бара. Шулай уҡ 23 йыл мәктәп яны участкаһын етәкләй.

«Беҙҙең мәктәптә үҙ эшен яратҡан, балаларға белем биреү өсөн бар тырышлығын һалған  уҡытыусылар эшләй. Шуларҙың береһе - Ирәмән Илһам улы. Төп эше - уҡытыуҙан тыш, мәктәп яны биләмәһен етәкләүгә  лә яуаплы ҡарай. Уның етәкселегендә коллектив һәм уҡыусылар баҡсала төрлө йәшелсә-емеш үҫтереп, уны тәрбиәләп, көҙөн мул уңышты мәктәп ашханаһына тапшыра. Бынан тыш, сәскәләр ултыртып, белем усағы янын йәмләргә тырышабыҙ. Ә был эштәрҙең барыһын да Ирәмән Илһам улы ойоштора. Ял көнө булһынмы, отпускмы, ҡарап тормай, мәктәпкә килеп, баҡсаға күҙ һалып ҡайта. Шундай уҡытыусы булыуы менән ғоурланабыҙ», - тине Сәйғәфәр мәктәбе директоры Рәжәп Мырҙабулатов.

Тырышлыҡ бушҡа китмәй, район мәғариф бүлеге ойошторған «Иң яҡшы уҡыу-тәжрибә участкаһы», «Мәктәптең йәшел кейеме» конкурстарында Сәйғәфәр мәктәбе һәр ваҡыт еңеүсе була.

 Йәмәғәт эштәрендә, төрлө сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша Ирәмән Илһам улы. Ун йыл ауыл Советы депутаты була. Уға мәктәптәге намыҫлы хеҙмәте, ауылда мәҙәни, спорт сараларын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн район мәғариф һәм мәҙәниәт бүлектәренең, ауыл хакимиәтенең Рәхмәт хаттары, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылған.

Ирәмән Илһам улы - өлгөлө ғаилә башлығы ла. Тормош иптәше, Ишбирҙе ауылы ҡыҙы Лена менән өс бала тәрбиәләйҙәр. Лена Риф ҡыҙы 32 йыл урындағы мәҙәниәт йортонда мәҙәни ойоштоусы булып эшләй. Алсынбаевтарҙың өлкән улдары Фәнзил ҡышын вахта ысулы менән ҡырҙа эшләһә, йәйен -  ауыл халҡының йылҡы малын ҡарай. Уртансылары Фәйез әлеге ваҡытта армияла. Ҡыҙҙары Алтынай Баймаҡ лицей-интернатының 8-се класс уҡыусыһы.

«Эшегеҙгә бәйле пландарығыҙ менән дә уртаҡлашып китә алмаҫһығыҙмы икән?» - тип һораным әңгәмәсемдән. «Заман талаптарына таянып, уҡыусыларға төплө, сифатлы белем биреү, уларҙы киләсәккә әҙерләү. Тик ауыл мәктәптәрендә балалар һанының ҡырҡа кәмеүе, ауыл уҡытыусыларының эш өлкәһендәге киләсәге борсой», - тип яуапланы ул һәм, форсаттан файҙаланып, барлыҡ коллегаларын - изге һөнәр эйәләре - уҡытыусыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлап, сәләмәтлек, еңел булмаған эштәрендә уңыштар, ғаилә именлеге теләне. Ирәмән Илһам улының изге теләктәренә беҙ ҙә ихлас күңелдән ҡушылабыҙ.

Альбина БАЙЕГЕТОВА.

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас