Быйыл уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә мәғариф хеҙмәткәрҙәренә наградалар, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырыу - сараның иң матур һәм тулҡынландырғыс өлөшө булды. Бер төркөм тәбрикләнеүселәр араһында 1-се мәктәптең башланғыс класс уҡытыусыһы Фирҙәүес Йәнтүрина ла бар ине. Уға «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы» тигән юғары награда тапшырылды. Алдынғы ҡарашлы, төплө белемле педагогтың хеҙмәт стажы - 39 йыл.
Фирҙәүес Марат ҡыҙы 1967 йылдың 10 ғинуарында Үрге Иҙрис ауылында тыуа. Бала саҡтан тырыш, ҡыҙыҡһыныусан була. Ул 1-11 класс белемде Ҡолсора ауыл мәктәбендә ала. Уны тик яҡшы билдәләргә тамамлай. Бәләкәйҙән уҡытыусы һөнәренә ғашиҡ ҡыҙ киләсәген педагог һөнәре менән бәйләргә теләй һәм 1984-1986 йылдарҙа Сибай педагогия училищеһында башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәре буйынса белем ала. Аҙаҡ 2005 йылда ситтән тороп, БГУ-ның Сибай институтында уҡый.
«Беҙҙең заманда яҡын тирәлә уҡыу йорттары бик аҙ булды. Мәктәпте тамамлағас йә педагогия, йә медицина училищеһына барырға кәрәк, тигән һымаҡ ҡабул итә инек. Минең педагог һөнәрен һайлауыма үҙемдең уҡытыусыларым сәбәпсе булғандыр, тием. Сөнки дәрестән ҡайтҡас мин туғандарым, әхирәттәрем менән уҡытыусы уйнап, уларҙы уҡыта инем.Ҡыҫҡаһы, был изге һөнәргә нигеҙ бала саҡтан һалынды», - тине ул.
Ф.М. Йәнтүрина Сибай педагогия училищеһын тамамлағандан һуң йүнәлтмә буйынса Благовар районының Домброва ауылына эшкә ебәрелә. Шулай итеп, хеҙмәт юлын ең һыҙғанып яңы мөхиттә башлай. Бер йыл эшләгәндән һуң, 1987 йылда тыуған ауылы Үрге Иҙристә мәктәп асыла һәм шунда эшкә ҡайта. Ул ҡыҙҙар һәм малайҙарға башланғыс белем биреү, уларҙы фән тауына үрләтеү өсөн бар тырышлығын һала.
Шул ваҡытта йәш, сибәр ҡыҙға күрше Түбәнге Иҙрис ауылы егете Рәил Йәнтүрин күҙ һалып та өлгөрә. Ике йәш йөрәк, мөхәббәттәрен һынағандан һуң, 1989 йылда өйләнешә һәм Баймаҡ ҡалаһына төпләнергә ҡарар итә.
Ф.М. Янтурина 1992 йылдан хеҙмәт юлын 1-се мәктәптә дауам итә һәм бөгөнгә тиклем 33 йыл ошо белем усағында уңышлы, емешле эшләп йөрөй. Башланғыс класс уҡытыусыһының быйылғы 4-се класы - уның һигеҙенсе сығарылышы.
«Фирҙәүес Марат ҡыҙы дүрт йыл дауамында беҙҙең ике балабыҙ - ҡыҙыбыҙ Илнара һәм улыбыҙ Ғайсарҙы уҡытты. Ғайсар балалар баҡсаһында рус төркөмөндә йөрөгәнлектән, башҡорт теленән хөрт белә ине. Фирҙәүес Марат ҡыҙы уға башҡорса уҡырға, яҙырға өйрәтте. Шул тиклем сабыр, аҡыллы педагог ул. Бер ваҡытта ла балаларға тауыш күтәреп, уларҙы әрләгәнен ишеткәнем булманы. Кескәйҙәр ҙә уны яраттылар, уҡытыусының нимә әйтергә теләгәнен күҙҙәренә ҡарап ҡына аңлай инеләр. «Икенсе әсәй», тинек беҙ уны ихтирам итеп. Хатта ғаиләбеҙҙә өсөнсө ҡыҙыбыҙ тыуғас улым, Мәҙинәне лә уҡырға Фирҙәүес Марат ҡыҙына бирәйек, тине», - тип йылмайҙы Әлфирә Юнысбаева.
Эйе, башланғыс кластар уҡытыусыһы балаларға ҙур йоғонто яһай. Кескәйҙәр тәрбиә биреүсе беренсе осаздарының һәр аҙымын, һәр һүҙен күңеленә һеңдерә, уның эшенә ҡарашын, тырышлығын күреп, шул уҡ сифаттарҙы үҙендә тәрбиәләргә тырыша.
«Уҡытыусы эше бик яуаплы. Шул уҡ ваҡытта сабырлыҡ, түҙемлек, балаларға ҡарата һөйөү талап итә. Балаларға яҡшы белем биреү, дәресеңә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу өсөн үҙ өҫтөңдә даими рәүештә эшләргә, үҫешергә, заман менән бергә атларға кәрәк. Башланғыс класс уҡытыусыһының эше лә еңелдән түгел. Сөнки төрлө ғаиләлә тәрбиәләнгән баланы үҙеңә ҡаратып алырға, ата-әсәләр менән уртаҡ тел табыу күп кенә көс талап итә. Ғаилә һиңә, күҙ ҡараһылай тәрбиәләп үҫтергән ғәзиз балаһын ышанып тапшырған икән, тырышып эшләйһең инде. Бала ғүмеренең иң саф, иң наҙлы, ғәмһеҙ мәле ҡыҙыҡлы хәтирәләр менән үтеүе - башланғыс класс уҡытыусыһынан тора», - тине тәжрибәле педагог.
Балаларға тәү башлап хәреф танырға, яҙырға өйрәткән педагогҡа: «Балалар баҡсаһына йөрөп, уҡырға килгән уҡыусы менән баҡсаға бөтөнләй йөрөмәгән бала араһында айырма ҙурмы?» - тигән һорау менән мөрәжәғәт иттем.
«Айырма, әлбиттә, бар. Балалар баҡсаһында тәрбиәселәр баланы төрлө яҡлап үҫешкән, телмәре бай, үҙ тиҫтерҙәре һәм ололар менән иркен аралаша алырлыҡ итеп үҫтереү өҫтөндә күп эшләй. Ә баҡсаға йөрөмәгән балалар мәктәпкә оҙағыраҡ өйрәнә. Шул уҡ ваҡытта ул баланың үҙенән дә тора. Әгәр ул тиҙ аралашыусан,телмәре үҫешкән,бар яҡтан һәләтле икән, ул бер ниндәй ауырлыҡһыҙ уҡып китәсәк».
Фирҙәүес Марат ҡыҙы уҡыусыларына белем һәм тәрбиә биреүҙән тыш, уларҙың һәр яҡлап һәләттәрен дә үҫтергә тырыша. Уның уҡыусылары төрлө олимпиадаларҙа, район, республика кимәлендәге конкурстарҙа конкурстарҙа призлы урындар яулай.
«Бер ваҡытта ла ғүмеремде был изге һөнәргә бәйләүемә үкенгәнем булманы. Эшем оҡшай, сөнки балаларҙы яратам. Бергә эшләгән коллегаларым да һәйбәт, шулай уҡ уҡыусыларымдың ата-әсәләрен дә хөрмәт итәм. Сөнки улар - минең иң яҡын ярҙамсыларым. Әгәр уҡытыусы, уҡыусы, ата-әсә бергә эшләмәһә, ниндәйҙер яҡшы уңышҡа өлгәшеп булмай. Мин һәр уңышым өсөн уларға рәхмәтлемен.
Шулай уҡ эшемде юғары баһалап, «БР-ҙың мәғариф алдынғыһы» наградаһы менән бүләкләүсе мәғариф етәкселегенә ҙур рәхмәтлемен. Был награда миңә киләсәктә тағы ла тырышып эшләргә,яңы ижади үрҙәр яуларға ҡанат ҡуя», - тине Фирҙәүес Йәнтүрина.
Яратҡан эше һәм ғаиләһе менән бәхетле мәҡәләм геройы. Ул тормош иптәше Айрат Рәил улы менән ике бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Зилә Сибай ҡалаһында, улдары Айнур Баймаҡ ҡалаһында йәшәй. Икеһе лә ғаиләле. Йәнтүриндар өс ейән-ейәнсәргә бәхетле өләсәй, ҡәртәсәй һәм ҡартатай.
Төп эшенән тыш, Фирҙәүес Марат ҡыҙы донъяһын «ялт» итеп тоторға ла, баҡса үҫтерергә лә ваҡыт таба. Баҡсасылыҡ - уңған ханымдың иң яратҡан шөғөлдәренең береһе. Уларҙың ҡотло йорт ихатаһын күҙ яуын алырҙай матур сәскәләр биҙәй, баҡсала төрлө йәшелсәләр һәм емеш-еләк үҫә. Өлгөр педагог буш ваҡытын әҙәби китаптар уҡыуға ла бағышлай. Китап - белем шишмәһе, ти ул.
Тормоштоң тик яҡшы яҡтарын күргән, пландар, маҡсаттар ҡуйып уға табан атлаған, уҡыусыларын яратҡан, һәр көн эшкә талпынып барған уҡытыусыға һоҡланмау мөмкин түгел. Фирҙәүес Марат ҡыҙы ише уҡытыусылар булғанда, балаларыбыҙ белемле һәм тәрбиәле, киләсәгебеҙ өмөтлө булыр!
Альбина БАЙЕГЕТОВА.