Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Сентябрь 2025, 11:06

Ҡаланың "Айыуҡай" балалар баҡсаһында матур сара үтте

«Һаумы, балалар баҡсаһы!» Ҡаланың «Айыуҡай» баҡсаһында ошондай исем аҫтында матур сара үтте. Кисә театрлаштырылған тамашанан башланды. Уның төп геройҙары - Клоун, Буратино һәм кескәйҙәр ине. Тәүгеһе ролендә баҡсаның музыка етәксеһе Сәлимә Усманова булһа, Буратино образын физкультура буйынса инструктор Гөлсиә Райманова башҡарҙы. Сценарий ошондай йөкмәткене үҙ эсенә алды:

- Балалар баҡсаһына бармайым. Өйҙә йөрөгөм килә, - тип күҙ йәштәрен түгә-түгә килеп инә Буратино.

-Ҡайғырма, Буратино, бында күңелле. Көн һайын ашнаҡсы апайҙар бешергән тәмле-татлы бутҡаларҙы ашайбыҙ, тәрбиәсе апайҙар үткәргән ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс дәрестәрҙә ҡатнашабыҙ, төрлө уйынсыҡтар менән рәхәтләнеп уйнайбыҙ, саф һауала йөрөйбөҙ, йоҡлайбыҙ. Шулай уҡ матур йырҙар, дәртле бейеүҙәр өйрәнәбеҙ. Яңы дуҫтар табырһың, һиңә барыһы ла оҡшаясаҡ, - тип балалар һәм Клоун уны йыуатты. Артабан ҡыҙҙар һәм малайҙар Клоун менән берлектә Буратиноның күңелен күрер өсөн бар тырышлығын һалып төрлө күңелле уйындар үткәрҙе. Спорт ярыштары, зирәклек һәм отҡорлоҡто һынауға арналған уйындар һәр кемгә оҡшаны.

«Бында, ысынлап та, бик күңелле икән. Мин баҡсаға көн дә йөрөйәсәкмен. Рәхмәт, һеҙгә, ҡыҙҙар, малайҙар, рәхмәт һиңә, Клоун», - тине шатлыҡлы, күтәренке тауыш менән Буратино.

«Театрлаштырылған тамаша икенсе, уртансы, телмәр үҫтереү, өлкән, мәктәпкә әҙерлек төркөмдәренә үткәрелде. Байрамдың маҡсаты - кескәйҙәргә матур ял сәғәттәре бүләк итеү, уларҙың күңелендә баҡсаға ҡарата һөйөү тәрбиәләү, ылыҡтырыу», - тине музыка етәксеһе Сәлимә Рафиҡ ҡыҙы.

Эйе, икенсе йортто алмаштырған балалар баҡсаһына ҡыҙҙар һәм малайҙар ҙур теләк менән барыуы ундағы мөхиттән, тәрбиәсенең бала  күңеленә асҡыс таба алыуҙан да тора. «Айыуҡай» ҙа үткән сара шул яғынан әһәмиәтле ине.

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас