Йыл һайын яңы уҡыу йылы алдынан «Баланы мәктәпкә әҙерләргә ярҙам ит!» акцияһы ойошторола. Ул райондың «Ғаилә» үҙәгендә ун бишенсе йыл рәттән уңышлы тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты - ишле, аҙ тәьмин ителгән, мохтаж ғаиләләргә ярҙам итеү. Изгелек акцияһына ойошмалар, дәүләт учреждениелары, район һәм ҡала хакимиәттәре лә әүҙем ҡушылды.
«Үкенескә ҡаршы, районда ауыр хәлдә йәшәгән, ярҙамға мохтаж ғаиләләр бар. Беҙ уларға хәлебеҙҙән килгәнсе ярҙам итергә тейешбеҙ», - тине район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов һәм теләге булған һәр кемде изгелек акцияһында әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.
«Райондың «Ғаилә» үҙәгендә үрҙә һаналған категорияға ҡараған 122 ғаилә иҫәптә тора. Әле район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов, район Советы депутаты Зилә Мортазина, йәштәр эштәре буйынса комитет бүлеге, үҙәк дауахана, опека бүлеге янында эшләп килгән «Өмөт» клубы, редакция хеҙмәткәрҙәре, мәшғүллек үҙәге хеҙмәткәрҙәре ярҙамдарын күрһәтеп, уҡыу кәрәк-яраҡтары килтерҙе. Шулай уҡ «Антикризис» һәм «Ғаилә» магазиндары етәксеһе Фатима Әхмәрова менән администратор Әлфиә Солтанова иҫәптә торған ике ғаиләгә 6-шар мең һумлыҡ финанс ярҙамы күрһәтте, йәғни ошо суммаға балаға бушлай мәктәп формаһы, уҡыу кейемдәре алыу мөмкинлеге бирҙе. Уларға ҙур рәхмәтлебеҙ!», - тине «Ғаилә» үҙәге белгестәре.
«Баланы мәктәпкә әҙерләргә ярҙам ит!» акцияһы 31 августҡа тиклем дауам итәсәк һәм бүләктәр шул көндө иҫәптә торған мохтаж ғаиләләргә тапшырыласаҡ. Кемдәр ярҙам ҡулы һуҙырға теләй, Баймаҡ ҡалаһы, С. Юлаев проспекты, 38 адресы буйынса урынлашҡан «Ғаилә» үҙәгенә мөрәжәғәт итә ала.
Альбина Байегетова.