Һуңғы ваҡытта йәштәр уҡытыусы һөнәре буйынса төрлө уҡыу йорттарын тамамлаһалар ҙа, уларҙың икенсе йүнәлештә эшләүҙәре бер кемгә лә сер түгел. Бының сәбәбен һәр кем үҙенсә аңлата. Кемдер уҡытыусы эшендә ҡағыҙ мәшәҡәтенең бигерәк күп булыуына зарланһа, бәғзеләр заман балалары һәм уларҙың ата-әсәләре менән аңлашып эшләү мәсьәләһе проблемаһына һылтана.
Ә беҙҙең мәҡәлә геройын бер ҡаршылыҡ та ҡурҡытмаған. Ул юғары уҡыу йортон тамамлау менән хеҙмәтен ошо изге һөнәргә бәйләгән.
Айнур Иҫәнғужин Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернатының биология уҡытыусыһы булып уңышлы эшләй.
«Бик яуаплы, тырыш, үҙ эшенең оҫтаһы, заманса, ижади ҡарашлы, балалар һәм ата-әсәләр менән тиҙ уртаҡ тел таба белә. Һәм тағы ла команда менән эшләй белеүе һоҡландыра», - тине лицей-интернаттың тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Рәсимә Моратова.
Айнур Иҫәнғужин 1998 йылдың 9 июлендә Икенсе Этҡол ауылында тыуа. Башланғыс кластан алып мәктәп тамамлағансы уҡыу алдынғыһы була. Бала саҡтан табип булырға хыялланған егет, 11-се класты тамамлағас, документтарын БДМУ-ға тапшыра, әммә конкуренциялы ҙур конкурстан үтә алмай. «Имтихан һөҙөмтәләре бары август аҙағында ғына билдәле булды. 300-ҙән ашыу документ тапшырыусының 25-ен генә алғандар, иҫәптә мин 87-се булып тора инем. Яңы уҡыу йылы яҡынлашып ҡына килгәнгә күрә, күп юғары уҡыу йорттары ҡабул итеүҙе туҡтатҡан ине. Шуға ла документтарымды Урал аръяғы агросәнәғәт колледжына алып барып тапшырҙым һәм уҡыуымды шунда дауам иттем. 11 кластан һуң барғас, уҡыу ваҡыты 10 ай ине», - тине ул ваҡыттағы вағиғаларҙы иҫкә төшөрөп. Бында ул иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. Тырыш егет уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлай.
Уҡыуын артабан 2018 йылда БДУ-ның Сибай институтында дауам итә. Унда тәбиғи-математик факультеттың биология йүнәлеше буйынса дүрт йыл белем ала.
«Хеҙмәт юлымды 2021 йылда тыуған ауылым Икенсе Этҡол мәктәбендә биология һәм химия уҡытыусыһы булып башланым. Шул уҡ ваҡытта 4-се курста ла уҡып йөрөй инем. Мәктәп директоры Гөлйемеш Ишмырҙина эш тәҡдим иткәс, деканаттан мине айырым уҡыу форматына күсергә рөхсәт һораным», - тине ул. Унда бер йыл эшләгәс, 2022 йылда уҡыуын тамамлап, ҡулына диплом ала.
Әммә маҡсатлы егет бының менән генә туҡталып ҡалмай. Шул уҡ йылдарҙа химия уҡытыусыһы һәм инженер-эколог һөнәрҙәрен дә үҙләштерә. 2024 йылда «Полилингваль мәктәптәрҙә инглиз теле уҡытыусыһы» дипломын алыуға ла өлгәшә. Ғөмүмән, Айнур Рәлиф улы дүрт юғары белемгә эйә.
«Ни өсөн тап биология йүнәлеше буйынса киттең?» - тип һораным әңгәмәсемдән.
«Икенсе Этҡол мәктәбендә беҙҙе биологиянан Нәйлә Нотфуллина уҡытты. Уның дәрестәре бик ҡыҙыҡлы үтә ине. Мин республика, район кимәлендәге олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар яуланым. Шулай уҡ эҙләнеү эштәрендә лә үҙемде һынап, яҡшы уңыштарға өлгәштем. Минең ошо юлды һайлауыма уҡытыусым Нәйлә Сафа ҡыҙы булышлыҡ итте. Мин уға ҙур рәхмәтлемен», - тине Айнур Рәлиф улы.
Яҙып үтеүебеҙсә, ул әлеге ваҡытта полилингваль күп профилле лицей-интернатында балаларҙы биология фәне нескәлектәренә төшөндөрә. Үҙ эшенең бөтә нескәлектәрен яҡшы белгән уҡытыусыны барыһы ла ихтирам итә.
«Талапсан, ғәҙел, белемле, етди. Балаларыбыҙға шундай уҡытыусы белем биргәненә ҡыуанабыҙ, һәм еңел булмаған эшендә уңыштар теләйбеҙ», - тип оло хөрмәт менән телгә алды ата-әсәләр.
Эйе, Айнур Рәлиф улы уҡыусыларға дәресте аңлайышлы, ҡыҙыҡлы, фәһемле итеп үткәрер өсөн ҙур тырышлығын һала. «Төп маҡсатым - биология фәненә генә түгел, ә тәбиғәткә лә һөйөү һәм һаҡсыл ҡараш тыуҙырыу», - ти алдынғы ҡарашлы педагог.
Был белем усағында эш башлаған көндән үк Айнур Рәлиф улына класс етәксеһе эше лә ышанып тапшырылған. Уның ҡарамағында 11-се кластың 11 уҡыусыһы. Үҙеңдең класың булыуы эшләргә тағы ла дәрт һәм көс өҫтәй, ти уҡытыусы.
Сығарылыш класс уҡыусыларының Берҙәм һәм Төп дәүләт имтихандары итеп был фәнде күпләп һайлауҙары һәм юғары балдарға өлгәшеүҙәре лә күп нәмә тураһында һөйләй. Бынан тыш, уның уҡыусылары өс йыл рәттән Бөтә Рәсәй олимпиадаһының Республика этабы призерҙары, эҙләнеү эштәре конкурсы еңеүселәре була.
Юғары категориялы уҡытыусы Айнур Рәлиф улының ныҡышмал, тырыш хеҙмәте етәкселек тарафынан һәр саҡ юғары баһалана. Ул Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. «Йыл уҡытыусыһы-2023» конкурсында «Педагогика дебюты» номинацияһы еңеүсеһе була.
Уҡытыусы ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш, тип һорайым әңгәмәсемдән. «Педагог, тәү сиратта, белемле, ғәҙел, ышаныслы булырға, бер урында ғына тапанып тормай, үҙ өҫтөндә эшләргә, яңылыҡҡа, үҫешкә ынтылырға тейеш», - тип яуапланы ул.
Айнур Иҫәнғужин уҡыусылары өсөн - хөрмәтле уҡытыусы, коллегалары араһында ихтирамлы хеҙмәткәр булһа, ғаиләһендә балаларына өлгөлө атай, кәләшенә ныҡлы терәк, хәстәрлекле тормош иптәше. Ул тормош юлдашы Айгөл Нурғәле ҡыҙы менән 2022 йылда өйләнешә. Һөйөүгә, мөхәббәт хистәренә ҡоролған ғаиләгә йәм, ҡот өҫтәп улдары Салауат һәм ҡыҙҙары Нургөл тыуа. «Ҡәҙерле ғаиләм һәм яратҡан эшем менән бәхетлемен. Улым менән ҡыҙымды матур итеп үҫтереү, һала башлаған йортобоҙҙо төҙөп бөтөп инеү - төп маҡсатым. Ә карьераға килгәндә киләсәктә үҙемде директор вазифаһында ла һынап ҡарар инем», - тине ул йылмайып.
Тәрән фекерле, етди, белемле уҡытыусы менән аралашыу миндә уға ҡарата тағы ла ихтирам тойғоһо уятты. Афарин, Айнур Рәлиф улы!
Барлыҡ изге уй-хыялдарың тормошҡа ашһын!
Альбина Байегетова.