Ҡаланың 4-се лицейындағы «Йәш патриот» хеҙмәт һәм ял лагеры ун көн дауамында барҙы. Унда 13 йәштән 17 йәшкә тиклемге 80 уҡыусы йөрөнө.
Оҙайлы йәйге каникулда бер-береһен һағынған класташтар өсөн был лагерь икеләтә ҡыуаныслы булды. Улар рәхәтләнеп аралашты, йәйге каникулдарын нисек файҙалы һәм күңелле үткәреүҙәре тураһында һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне.
Мәктәп янындағы ял һәм хеҙмәт лагерының төп маҡсаты - балаларҙа хеҙмәткә ҡарата һөйөү, уларҙы патриотик рухта тәрбиәләү.
Надежда Феоктистова етәкселегендәге лагерҙа вожатыйҙар Әлиә Ишбирҙина, Земфира Килдейәрова, Флида Кәримова, Тәнзилә Сәхибгәрәева, тәрбиәсе Зилә Иҫәнбаева, музыкаль етәксе Гөлнара Аблаева, физкультура уҡытыусыһы Вадим Маннапов ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең ял сәғәттәрен матур итеп үткәреү өсөн бар тырышлығын һалды. Һәр сара алдан билдәләнгән планға ярашлы барҙы.
Тәүге көндә уҡыусылар лагерҙың маҡсаты, үтәсәк саралар менән танышты, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса инструктаж үтте.
«Беҙ - бергә», тигән маҡсатты күҙ уңынан ысҡындырмай, уҡыусылар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәргә гуманитар ылау әҙерләүгә үҙ өлөшөн индерҙе. Улар яугирҙәргә өйҙәренән күңел йылыһы һалып эшләнгән тәмле ҡайнатмалар, салаттар, тәмлекәстәр, көнкүреш кәрәк-яраҡтары килтерҙе. Шулай уҡ «Һалдатҡа хат» акцияһына ҡушылып, тыуған яҡ сәләме итеп хаттар яҙҙы.
«Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух» исемле сара ла ҡыҙҙар һәм егеттәр өсөн бик фәһемле булды. Сара уҡыусылар менән йәнле аралашыуға ҡоролдо. Был көндө улар дөрөҫ туҡланыу ҡағиҙәләрен йәнә иҫкә төшөрҙө, сәләмәт тормош алып барыу, насар ғәҙәттәрҙән йыраҡ тороу тураһында тағы күберәк белде.
25 йыл лицейҙың барлыҡҡа килеү тарихын белеү, ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған хаҡлы ялдағы мәғариф уҡытыусыларын онотмау - уҡыусыларҙың изге бурысы, тип һанай педагогтар һәм ял һәм хеҙмәт лагерының бер көнөн мәктәп янындағы музейға арнанылар. Музей етәксеһе Әлиә Ишбирҙина уҡыусыларҙы үрҙә һанап үтелгәндәр менән яҡындан таныштырҙы.
Бай программаны үҙ эсенә алған лагерҙа зиһен эшләтеүгә, фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә ҡайтып ҡалған бик күп төрлө ҡыҙыҡлы уйындар һәм спорт ярыштары ла үтте. Унда ҡыҙҙар һәм егеттәр теләп ҡатнашты. Шулай уҡ белем алған мәктәбебеҙ матурлығы - үҙ ҡулыбыҙҙа, тип белем усағы янын таҙа һәм бөхтә тотоу өсөн дә бар тырышлығын һалды улар. Тирә-яҡҡа йәм биреп ултырған сәскәләргә һыу һиптеләр, ҡый үләндәрен йолҡтолар.
Лагерҙа йөрөүсе балаларға мәктәп ашханаһында иртәнге һәм төшкө аш ойошторолдо.
«Ял һәм хеҙмәт лагеры миңә бик оҡшаны. Ваҡытыбыҙҙы бик күңелле һәм файҙалы үткәрҙек. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт», - тине 10-сы класс уҡыусыһы Камилла Ибраһимова. Ошо уҡ кластан Влада Орлова ла матур тәьҫораттарын йәшермәне. «Лагерҙағы һәр көн билдәле бер темаға арналып, уның сиктәрендә йөкмәткеле сара үтте. Барыһы ла оҡшаны. Ашнаҡсы апайҙарға тәмле аштары, вожатыйҙарға күңелле уйындары өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерәм», - тине ул.
Эйе, тәрбиәүи әһәмиәткә ҡоролған «Йәш патриот» ял һәм хеҙмәт лагеры ҡыҙҙар һәм егеттәр күңелендә сағыу һәм онотолмаҫлыҡ осор булып һаҡланыр. Сөнки бында уҡыусылар араһында дуҫтарса мөнәсәбәт булдырыла, шулай уҡ улар командала эшләргә өйрәнә.
Альбина Байегетова.