Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Август 2025, 09:05

Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ!

Ҡаланың 5-се мәктәбендә 4 августан 13 авгусҡа тиклем "Дуҫлыҡ" тип аталған ял һәм хеҙмәт лагеры эшләне.  Унда ике отрядҡа бүленеп, 8-се класты тамамлаусы 38 уҡыусы йөрөнө. Лагерҙа тәүге көндән үк рух күтәренкелеге менән төрлө саралар үтте. Тулыраҡ, сайтта:

Ҡаланың 5-се мәктәбендә 4 августан 13 авгусҡа тиклем "Дуҫлыҡ" тип аталған ял һәм хеҙмәт лагеры эшләне.  Унда ике отрядҡа бүленеп, 8-се класты тамамлаусы 38 уҡыусы йөрөнө.

Лагерҙа тәүге көндән үк рух күтәренкелеге менән төрлө саралар үтте.

Көн һайын вожатыйҙар күңелле көй аҫтында укыусыларҙы ҡаршы алды. Бында һәр иртә зарядка менән башланды. Унан оҫта ҡуллы ашнаҡсылар ҡыҙҙар һәм егеттәрҙе иртәнге тәмле аш менән һыйланы.

«Дуҫлыҡ» лагеры төрлө тематикаға ҡағылышлы сараларға бай булды.  Мәҫәлән, Физкультурник көнөнә арналған Бөтә Рәсәй акцияһына ла уҡыусылар ихлас ҡушылды. Шулай уҡ "Беренселәр хәрәкәте" ойошторған саралар бик фәһемле һәм тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булды.

6 августа Бөтә донъя ядро ҡоралына ҡаршы көрәш көнөндәге "Беҙ ядро ҡоралына ҡаршыбыҙ!» исемләнгән сара уҡыусыларҙы битараф ҡалдырманы. Унда балалар "Бер тигәс тә ни яҡшы?"- тип ҡара-ҡаршы әйтештәр, "Бөтһөн һуғыш, бөтһөн яу, килһен ергә тыныслыҡ! - тип, тыныслыҡ ҡошон тотоп, күмәкләп мәдхиә йырланылар.

Шулай уҡ планға алынған башҡорт халҡының йырлы-бейеүле уйындары, хәүефһеҙлеккә арналған викториналарҙа, «Нимә ул һөнәр?» исемле сараларҙа уҡыусылар ихлас ҡатнашты.

«Беҙгә иң оҡшаған сара Граф күле янында "Атайсал" кинофильмын төшөрөүҙә ҡатнашыу булды. Унда беҙ нисек итеп фильм төшөрөлгәнен үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек, бик тә ҡыҙыҡлы булды», - тине уҡыусылар.     

 Ләкин ҡыҙҙар һәм егеттәр лагерҙа күңел асып ҡына йөрөмәне. Хеҙмәт лагеры булараҡ, төрлө эштәр башҡарҙы. Улар мәктәп яны ихатаһын сүп-сарҙан таҙартты, ҡый үләндәрен йолҡто, баҡсалағы йәшелсә-емешкә һыу ҡойҙо. Шулай уҡ мәктәп эсендәге парта һәм тәҙрәләрҙе йыуыу, саң һөртөү кеүек эштәрҙе лә бик әүҙем эшләп ҡуйҙылар. Йәғни мәктәпте яңы уҡыу йылына әҙерләүҙә булышлыҡ иттеләр.

Әйткәндәй, лагерға йөрөүсе был уҡыусыларға эш хаҡы түләнә.

«Йыл да райондың Урғаҙа, Төркмән ауылдары һәм ҡаланың 5-се мәктәбе тейешле, кәрәкле документтар туплап тапшырып, уҡыусыларына эш өсөн хаҡ түләй. Финанс ярҙам мәғариф бүлегенән һәм халыҡ мәшғүллек үҙәгенән бирелә. Барыһы ла законлы ярашлы башҡарыла: был белем усаҡтары менән килешеү төҙөлә, уларға хеҙмәт кенәгәһе асыла, балалар тураһында мәғлүмәт пенсия фонды идаралығына ла ебәрелә», - тине мәшғүллек  үҙәге директоры Гөлнара Сирусина.

Ошо лагерҙа эшләүемә бик шат булдым, һәр саранан рухи көс алдым. Лагерь начальнигы Земфира Юламановаға, вожатыйҙар Ишбикә Шәриповаға, Рита Бикмырҙинаға, Гөлдәриә Вәлиеваға, ашнаҡсыларға, уҡыусыларға ҙур рәхмәтемде белдерәм.

 

Рәшиҙә Иҙелбаева,

 5-се мәктәптең «Шатлыҡ» фольклор берекмәһе етәксеһе

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас