18 августа Географтар көнө билдәләнә. Ул - география фәне һәм һөнәре менән бәйле белгестәрҙең профессиональ байрамы. Был дата уңайынан бар күңеле менән эшем тип янған, уҡыусыларға үҙ фәненә ҡарата һөйөү тәрбиәләгән педагог, 4-се лицейҙың география уҡытыусыһы, БР-ҙың мәғариф отличнигы, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Миләүшә Бәхтиева тураһында яҙмаҡсыбыҙ. Педагогтың был өлкәләге хеҙмәт стажы - 41 йыл.
Миләүшә Әширәф ҡыҙы 1966 йылда Баймаҡ районы Беренсе Этҡол ауылында тыуған. Ҡыҙға бер йәш тигәндә, ғаилә Баймаҡҡа күсә. Әнисә Бәхтиева бала саҡтан ҡыҙыҡһыныусан, белемгә ынтылыусы булып үҫә.
Ул 1973-1983 йылдарҙа ҡаланың 3-сө мәктәбендә белем ала. Тырыш ҡыҙ тик яҡшы билдәләргә генә уҡый, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаша. Шуға ла уға комсомол ойошмаһы етәксеһе һәм мәктәп дружинаһы советы рәйесе вазифаһын ышанып тапшыралар.
10-сы класты тамамлағас, ул бер йыл ошо мәктәптә өлкән пионервожатый булып эшләй. 1984 йылда Миләүшә Әширәф ҡыҙы БДПУ-ның тәбиғи-географик факультетына уҡырға инә. География фәненең бар нескәлектәрен өйрәнергә теләп, бик тырышып уҡый, алдынғы студенттар рәтендә була. Ошо ваҡытта буласаҡ тормош иптәше Рәүеф Исмәғил улы менән таныша. Был ваҡытта егет Силәбе өлкәһендәге политехник институтында инженер-механик һөнәренә уҡып йөрөгән була. Ике йәш йөрәк мөхәббәт хистәренә ҡоролған дуҫлыҡтарын һынағандан һуң, күп тә үтмәй ғаилә ҡора. Миләүшә Әширәф ҡыҙы уҡыуын, йәғни 4-5 курстарҙы Силәбе дәүләт институтының география факультетында дауам итә, ике йылдан дипломға эйә була.
1989 йылда тормош иптәшенең йүнәлтмәһе буйынса йәштәр тыуған яҡтарына - Баймаҡҡа ҡайта. Миләүшә Бәхтиева хеҙмәт юлын география уҡытыусыһы булып 2-се мәктәптә башлай.
«Ул йылдарҙағы мәктәп директоры Виталий Иванов етәкселеге аҫтында мин ун йыл эшләнем. Талапсан, алдынғы ҡарашлы, үҙ эшен белгән етәксе ине. Ысын уҡытыусының ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш икәнлеген ошо мәктәптә төшөндөм дә инде, йәғни башланғыс нигеҙ тап шул белем усағында һалынды», - тип әле лә ул йылдарҙы матур хәтирәләргә бирелеп телгә алды Миләүшә ханым.
1999 йылда ҡалала 4-се мәктәп (хәҙерге лицей) асыла. Миләүшә Әширәф ҡыҙы хеҙмәт юлын яңы белем усағында дауам итә һәм бөгөнгө көнгә тиклем шунда эшләй.
Ни өсөн тап география фәнен һайланығыҙ, тигән һорауға ул былай тип яуап бирҙе: «Бала саҡтан яраттым. Мәктәптә был дәресте көтөп ала инем. Шуға киләсәк һөнәремде башҡа йүнәлештә күҙ алдыма ла килтерә алманым һәм ошо юлдан киттем».
Яңылышмаған уҡытыусы. Бына инде ҡырҡ йылдан ашыу ҡыҙҙар һәм егеттәрҙе география фәне серҙәренә төшөндөрә. Сығарылыш уҡыусыларының Берҙәм дәүләт һәм Төп дәүләт имтихандарынан һайланма фән итеп географияны һайлауҙары, уҡытыусы ышанысын аҡлап, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеүе күп нәмә тураһында һөйләй.
«Быйыл Төп дәүләт имтиханын 30 уҡыусы тапшырҙы. Шуларҙың 14-е «5»-кә, 14-е «4» билдәһенә тапшырҙы. Ике уҡыусының «4»-кә бер генә балы етмәне.
Берҙәм дәүләт имтиханы итеп географияны йыл да һайлайҙар. Уҡыусылар юғары балл алһын өсөн миңә лә, уларға ла бик тырышырға тура килә», - тине тәжрибәле уҡытыусы.
2024 йылда республикала география буйынса имтихандан иң юғары 100 балл йыйыусы 4 уҡыусы араһында 4-се лицейҙан Денис Хисаметдинов та була. Шулай уҡ Иҙел Шахморатов һәм быйылғы уҡыу йылында Ильяс Ишбаев 95 балл менән мәктәп, район ғорурлығы була.
Бынан тыш, география буйынса мәктәп уҡыусыларының район, республика, Бөтә Рәсәй буйынса үткән олипиадаларында ҡатнашып яулаған еңеүҙәре бихисап. Һуңғы биш йылда 9-11-се кластарҙан Данил Юлгилдин һәм Денис Хисаметдинов, 9-сы кластан һуң Фирүзә Аткина, 9-сы кластан Ләйсән Мөхәмәтйәрова республика кимәлендәге олимпиада призерҙары була. Йыл һайын 60-лап уҡыусы «Гагарин кубогы»нда ҡатнаша. Быйыл 8-се классс уҡыусылары Данил Сыртланов һәм Баязит Тайбугин «Гагарин кубогы» призерҙары булды.
«Уҡыусыларға география фәненә ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм дәрес оҡшаһын өсөн ниндәйерәк эштәр алып бараһығыҙ?» тигән һорау бирҙем әңгәмәсемә.
«Уҡыусылар теманы аңлаһын, дәресте оҡшатһын өсөн педагогҡа үҙ өҫтөндә күп эшләргә, ниндәйҙер яңылыҡҡа ынтылырға кәрәк.
Ни өсөндөр география еңел предмет, тигән фекер бар. Тиҫтәләгән йылдар эшләгәндән һуң, мин бының менән килешмәйем. География фәне айышына төшөнөр өсөн картаны, сәйәсәтте, иҡтисадты ла белергә кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дәреслектәр сағыу һәм теманы асып бирерҙәй мәғлүмәттәр тулыһынса яҙылмаған. Шуға күрә һәр дәрескә тәүге тапҡыр барғандай әҙерләнеп барырға кәрәк. Тағы ла бер проблема - кадрҙар етмәүе. Ҡалала география уҡытыусыларына ҡытлыҡ», - тигән фекерҙәре менән дә бүлеште ул.
Тәжрибәле уҡытыусыны ата-әсәләр, уҡыусылар ҙа ихтирам итә. Ул хеҙмәт юлын башлағандан алып йылдар дауамында класс етәксеһе лә була, дүрт тапҡыр 11-се, ике тапҡыр 9-сы класс уҡыусыларын сығарған.
«Миләүшә Әширәф ҡыҙы географиянан мине, күпмелер ваҡыттан улым Данилды ла уҡытты. Уның дәрестәрен әле лә һағынып иҫкә алабыҙ. Ул талапсан, ғәҙел булды. Балалар күңеленә асҡыс таба белде. Темаларҙы шул тиклем матур, ентекле итеп аңлатты. Бик белемле, алдынғы ҡарашлы, маҡсатлы уҡытыусы. Ихтирам итәбеҙ, рәхмәтлебеҙ», - тине Зөлфиә Баймырҙина.
Тынғыһыҙ хеҙмәт етәкселек тарафынан һәр саҡ юғары баһалана. Педагогтың намыҫлы хеҙмәте өсөн тапшырылған Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттарының иҫәбе-һаны юҡ!
Миләүшә ханым эшендә коллегалары араһында абруйлы хеҙмәткәр, уҡыусыларға яратҡан остаз булһа, балалары өсөн хәстәрлекле әсәй, ейәндәренә яратҡан өләсәй. Тормош иптәше Рәүеф Бәхтиев менән ул һәм ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәше Рәүеф Исмәғил улы йәшләй фажиғәле вафат була. Ике баланы уҡытып, оло тормош юлына аяҡ баҫтырыу өсөн ул бар тырышлығын һала. Балалар ҙа әсәләрен ҡыуандырып, матур итеп йәшәй һәм эшләй. Ҡыҙҙары Дилә табип һөнәрен һайлап, Өфө ҡалаһында төпләнгән. Кейәүҙәре менән ике ул тәрбиәләй. Улдары Рәил Мәскәүҙә йәшәй, инженер булып эшләй.
Тормошом йәме - ҡәҙерле балаларым һәм яратҡан эшем, ти Миләүшә Әширәф ҡыҙы.
Эйе, килешәм, уның менән аралашҡанда педагогтың үҙ эшен шул тиклем яратыуына, уны күңел һалып башҡарыуына инандым.
Мәҡәләм геройын һәм эштәре ошо һөнәргә бәйлеләрҙе Географтар көнө менән ҡотлайым. Мауыҡтырғыс та, яуаплы ла эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.